Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
13.11.2015
Ата-әсәләр, һеҙ ғәйепле!
Untitled document

Һуңғы осорҙа балаларыбыҙ, йәштәр гәзит-журнал уҡымай, тип зарланырға әүәҫләнеп алдыҡ. Сәбәбен дә тиҙ асыҡланыҡ: телевизор, интернет ғәйепле икән дә баһа! Балаларыбыҙҙың, шуға алданып, уҡырға ваҡыттары ҡалмай...

Мин икенсе төрлөрәк уйлайым. Балаларҙың китап уҡымауында тик беҙ генә, ололар—ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ғәйепле. Балалар өсөн сығарылған берҙән-бер башҡорт гәзите «Йәншишмә»нең тиражы менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы? Һеҙҙең ауылда йәки ҡалала уны нисә кеше алдырып уҡый? Шул-шул. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә «Башҡортостан пионеры» беҙ бала саҡта тиҫтәләгән мең тираж менән сыға торғайны. Беҙ уны ярышып уҡыныҡ. Ауылда был гәзитте алдырмаған ғаилә (әлбиттә, мин уҡыусы балалары булғандарын күҙ алдында тотам) булһа ла, бик һирәк булғандыр. Өйөндә гәзит тотоп ҡарамай үҫкән балала китапҡа һөйөү тәрбиәләп булмай. Бындай кеше үҫкәс тә, бер ваҡытта ла китап уҡып ултырмаясаҡ.

Атайым, мин ижекләп уҡырға өйрәнер-өйрәнмәҫтән, «Башҡортостан пионеры»на яҙылды. Гәзитте тегеп барырға тип фанеранан урын эшләп бирҙе. Мин һәр бер һанын шунда ботинка ебе менән тегеп барҙым. Тәүҙә ҡыҙығыраҡ мәҡәләләрҙе үҙе миңә уҡып ишеттерә торғайны. Ҙурая биргәс «Пионер» журналы ла өҫтәлде. Шулай итеп, ул миндә гәзит-журналға ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тип уйлайым. Тора-бара был ҡыҙыҡһыныу һөйөүгә әүерелде. Мин хәҙер ҙә гәзит-журналһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Иҫемдә, бер йылды бер ҡыҙҙың, мин биш минутта шуныса квадрат метр иҙәнде йыуып сыға алам, тигән бәләкәй генә мәҡәләһе баҫылды. Нишләп зәмемә тейгәндер инде, мин дә, өйҙә бер кем дә юҡта, иҙән йыуырға өйрәнә башланым. Йыуып өйрәнәм дә, теге ҡыҙҙы ҡыуып үткәс, мәҡәлә яҙып ебәрәм инде үҙемсә. Теләгең булһа, эшкә өйрәнеү ауыр түгел икән. Иҙән йыуырға бик тиҙ өйрәндем. Ә быға мәҡәлә яҙылмай ҡалды. Шулай итеп, Башҡортостан минең иҙән йыуырға өйрәнгәнде белмәй ҡалды. Әммә мин шул мәҡәләне яҙып сыҡҡан теге ҡыҙға ла, уны баҫып сығарған «Башҡортостан пионеры»на ла бик ҙур рәхмәтлемен. Иҙән йыуыу һөнәре миңә интернатта уҡығанда ла, студент саҡта ла ярап ҡалды. Хәҙер ҙә юҡ-юҡта иҙән һөртөп алам.

Бер йылы «Башҡортостан пионеры» гәзите уҡыусылар араһында хикәйәләргә конкурс иғлан итте. Был белдереү мине лә ярһытып ебәрҙе. Саңғыла йөрөргә, һунарға сығырға яратҡас, шул темаға яҙырға будым. Ул «хикәйәм» әле лә һүҙмә-һүҙ иҫемдә: «Кисә саңғыла ҡуяндарға тоҙаҡ ҡороп ҡайтҡайным. Бөгөн барһам, минең тоҙаҡҡа эләккән ҡуянды Урыҫ Хөрмәттең эте ашаған да киткән». Күпме уйлаһам да, аҙағына етә алманым. Шулай итеп, хикәйә яҙылмай ҡалды. Хәҙер ҙә ҡайһы берҙә төшөмдә ошо хикәйәмдең осона сығырға маташам. Һаман сыға алмайым.

Мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә таусы һөнәренә уҡыным. Уҡып бөткәс, Амур буйында, Чукоткала, аҙаҡ Баймаҡта алтын йыуҙым. Бөтә ерҙә лә—Мәскәүҙә уҡығанда ла, Чукоткала эшләгәндә лә—башҡорт гәзит-журналдарын алдырып уҡыным. Улар һәр ерҙә миңә юлдаш, серҙәш булды.

Ошо ерҙә ғүмерем буйы яратып уҡыған «Башҡортостан» гәзите тураһында ла бер нисә һүҙ яҙып китмәһәм, яҙыҡ булыр кеүек. Үҙегеҙ беләһегеҙ, элек-электән был гәзит Бөтә Союз каталогына индерелмәне. Сит өлкәлә уны яҙҙырыу мөмкин түгел ине. Чукоткала эшләп йөрөйөм, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырабыҙ, «Башҡортостан»ға яҙылып булмай. Бөтә яңылыҡтарҙы шунан  белеп өйрәнгәс, уҡығы килә. Ни эшләргә? Отпускыға ҡайтҡанда Өфөлә Үҙәк почтампҡа индем. Подписка бүлегендә шатландыра алманылар. Икенсе көн тағы барҙым. Аптыраған бер апай, мине йәлләнеме икән, бер нисә хеҙмәттәше менән кәңәшләште лә:

—Һеҙ ҡайһы райондан?—тип һораны.

—Йылайыр.

—Белмәйем, килеп сығырмы икән, ошолай итеп ҡарайыҡ... Һеҙ «Совет Башҡортостаны»н үҙегеҙ йәшәгән Йылайыр районы адресына яҙҙырығыҙ, шунан иртәгә беҙгә килеп Чукоткаға күсертерһегеҙ. Беҙҙең яҙылған кешегә ебәрмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ...

Шулай эшләнек тә. Хәйлә килеп сыҡты. Беҙ, Чукоткала йәшәп, бер йыл буйы рәхәтләнеп «Совет Башҡортостаны»н уҡып яттыҡ. Гәзиттәрҙе, бер аҙналыҡ һандарын (биш гәзит) бергә төрөп, бандероль итеп ебәреп торҙолар. Почта хеҙмәтенең ул осорҙағы теүәллегенә, аныҡлығына һаман иҫем китә: ҡайным әйтмешләй, Ер сигендә йәшәп, гәзиттәрҙе бары бер аҙнаға ғына һуңлап ала торғайныҡ. Хәҙер Йылайырға бер аҙнаға һуңлап килһә лә, аптырамайбыҙ... Шулай итеп, шаштырыңҡырап әйткәндә, «Совет Башҡортостаны»н Төньяҡ Боҙло океандың ярында Аляскаға ҡарап ултырып та уҡығаным булды, тип маҡтана алам.

Мәҡәләмде китапҡа һөйөү тәрбиәһенә бәйләп башлағас үҙем менән булған бер ваҡиға тураһында яҙмай булдыра алмайым. Бәләкәй генә, иғтибарға лайыҡ та  булмаған нәмә ул. Ләкин йөрәкте өйкәп тик йөрөй. Бер нисә йыл элек минең ҡулға «Шоңҡар» исемле йәштәр журналы килеп эләкте. Башҡортостанда ундай журнал сыҡҡанын белмәй инем. Журнал шул тиклем оҡшаны, бер тынала уҡып сыҡтым да, почтаға йүгереп төшөп, бер йылға яҙылып ҡайттым. Бер йыл тирәһе алдырғас, нишләп бер үҙем генә уҡып ятам әле, йәштәр ҙә белһен, уҡыһын тип, ике ҡарындашымдың мәктәптә уҡып йөрөгән ике ҡыҙына өс айға берәр дана яҙҙырып ҡуйҙым. Уҡырҙар, белерҙәр, бындай ҡыҙыҡлы журнал оҡшамай ҡалмаҫ, артабан үҙҙәре яҙылырҙар ине, үҙемсә, минең уйым.

—Журнал оҡшаймы?—тип һорайым бер ни тиклем ваҡыт үткәс.

—Иҫ киткес шәп, талашып уҡыйбыҙ,—булды яуап.

Өс ай үткәс, тағы хәлдәрен белештем. Ҡарындаштарымдың икеһе лә журналға яҙылырға «онотҡан» булып сыҡты. Шунан алып үҙемде теге уҡыусы балалар алдында ла, «Шоңҡар» алдында ла ғәйепле һанап тик йөрөйөм. Яңы һанын ҡулға алған һайын ошо ваҡиға иҫкә төшә. Иҫемә төшә лә ... йөрәк әрней.

Өфөлә саммит үткәндән һуң, киң матбуғат саралары Путиндың «башҡорт телен өйрәнегеҙ» тигән һүҙҙәрен ҡабатларға ярата. Кем нисек аңлайҙыр, мин илебеҙ башлығының был һүҙҙәрен сит ил, башҡа милләт кешеләренә түгел, милли республикаларҙа йәшәгән төп халыҡтарға төбәп әйтелгән кеүек ҡабул итәм. Үҙ телдәрегеҙҙе онотмағыҙ, балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ, тип әйткәндер, тим. Китап уҡымайынса телгә, халҡыңа, республикаңа, Ватаныңа һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел. Шуға балаларыбыҙға «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», журналдарын яҙҙырайыҡ, үҙебеҙ «Ауыл уттары», «Атайсал», «Башҡортостан»дан мәхрүм булмайыҡ.

Фәрит Әхмәров.

 

Йылайыр районы Аралбай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap