Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.11.2015
Әйтсе, Миләш, һиңә нисә йәш?
Untitled document

Гөлфирә Исхакова.

Ҡалабыҙҙа уҙғарылған байрамдарға сағыу биҙәк өҫтәүсе «Миләш» 15 йәшен билдәләне. Улай ғына ла түгел, матур исем йөрөткән ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы, композитор Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова ла матур ғүмер байрамын—55 йәшен ҡаршы алды. Күптән түгел беҙгә ошо ике матур йәште берләштергән йырлы-моңло сараны күрергә форсат тейҙе. «Мөғжизәле моңдар аша еткерәм һеҙгә сәләм» исемле концерт программаһынан илһам һәм дәрт-дарман алдыҡ.

«Миләш» халыҡ вокал ансамбле 2000 йылда барлыҡҡа килә. Бында ҡаланың төрлө тармағында эшләүсе, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Миләш тәлгәштәре кеүек һәр саҡ балҡып тороусы, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе ансамблдең репертуарын башлыса һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова көйөнә яҙылған йырҙар тәшкил итә. Шуныһы ҡыуаныслы: ул күбеһенсә ошо төбәктән сыҡҡан йәки ҡасандыр Сибайҙа эшләп киткән шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итә.  Уның йырҙарын «Азамат» ир-егеттәр ансамбле лә башҡара. Әйткәндәй, был төркөмдө лә Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы етәкләй.

Юғарыла телгә алынған концертта «Миләш»тәрҙе күркәм юбилейы менән ҡотлап, данлыҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков та сығыш яһаны. Ул тамашасыларҙы ҡурай моңдарына сорнаны. Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, мәҙәниәт бүлеге башлығы Г.В.Аҡназарова һәм йәштәр үҙәге директоры Г.Р.Нәҙерғолова ла үҙҙәренең изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы.

Сибай ҡалаһының 60 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә уҙғарылған «Балалар тауышы» конкурсында ҡатнашып, «Дуэт» номинацияһында беренсе урын яулаған «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы (Төйәләҫ ҡасабаһы) тәрбиәләнеүселәре Данил Ильясов һәм Регина Ишемғолова байрам сараһына үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Улар Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Мәмдүҙә Илбәкова ижад иткән «Йәшәйек бергә-бергә» исемле йырҙы башҡарып, тамашасыларҙың күңеленә дәрт осҡондары һалды һәм оҙайлы көслө алҡыштарға күмелде. Әйткәндәй, Төйәләҫкә арналған был йыр әлеге көндә урындағы халыҡтың гимнына әйләнеп бара.

Концерт программаһына йыр-моңдан тыш, сәхнәләштерелгән тамашалар ҙа ингән ине. Ансамбль етәксеһенең атаһына арналған «Ҡәйүм ҡарт» бейеүе, Мәмдүҙә ханымға бағышланған «Мәңкәйем» йыры тарихы тамашасылар күңеленә хуш килгәндер. Ниндәй тарих тиһегеҙме? Һеҙгә лә һөйләргә ашығабыҙ: бала саҡта Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙын ҡустыһы Ишморат «Мәңкәй» тип йөрөткән икән. Буй еткереп, ҡурайсы булып киткәс, апаһына арнап көй ҙә сығара. Быға Әлнисә Алдырханова шиғыр ҙа яҙып ҡуя. Шулай итеп, әлеге йыр барлыҡҡа килә.

Һөнәрленең ҡулы етәү, тиҙәр. Тап шулай. Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы ла ете төрлө һөнәргә эйә. Йыр-моңға ғашиҡ Мәмдүҙә бәләкәйҙән йырсы булырға хыяллана. Тик бер мәл ата-бабаларынан ҡалған ҡортсолоҡто дауам иткән атаһының бал ҡорттарын ағыулап киткәстәр, ул атаһына ярҙам итергә теләп, ошо юҫыҡта белем алыу ниәте менән уҡыу йорто эҙләй башлай. Белдереү буйынса Өфө районы Михайловка биҫтәһенә ҡортсолоҡ училищеһына уҡырға бара. Унан һуң Кушнаренкала ветеринар һөнәрен үҙләштерә, тыуған колхозы «Салауат»ҡа эшкә ҡайта.

Ауылда ҡортсолоҡ, ветеринар эшен бер аҙ алып барғандан һуң, 1980 йылда Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһында йәшәүсе туғандары янына килә һәм таусылар заводында контролер булып эшкә урынлаша. Ата-әсәһен, туғандарын, тыуған яғын һағынған йәш ҡыҙ һағышын йырҙар менән баҫырға тырыша.

—Тимерҙәр сыңлап, шыйыҡ ҡорос формаға шаулап ҡойолған мәлдә, шул тауыш менән ярышып йырлай инем, тыуған яғымдың тәбиғәтен күҙ алдына баҫтырып, үҙемсә көй сығарып маташам. Нота белмәгәс, исмаһам, көйөн хәтеремдә ҡалдырырға тырышам һәм шул көйҙө кис сәпәкәйләп ята инем. Онотмаҫ өсөн үҙемсә бер куплет шиғыр сығарып, уны үҙ көйөмә һалып ҡабатлап йөрөнөм. Ауылға ҡайтҡас, Абдулхаҡ Игебаевтың «Һаҡмарымдың һары талдары» тигән шиғырын табып алдым. Әлеге көй уға тап килеп кенә тора ине. Шулай итеп, йыр тыуҙы,—тип иҫләй Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.

Артабан ул Өфө ҡалаһында моторҙар эшләү заводында эшләй, ә йөрәге һаман сәнғәткә ынтыла. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Шул мәлдән сәнғәттән айырылмай Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы. Ярай әле, йөрәге ҡушҡанса эшләгән. Юғиһә, беҙ ҙур талантты күрмәҫ инек, белмәҫ инек. Бөгөн ул үҙенең йыр-моңо, тырышлығы һәм бер түгел, ике ансамблдең етәксеһе булыуы менән ҡалабыҙға биҙәк булып тора.

 

Киләсәктә лә Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙына, уның «Миләш»тәренә һәм «Азамат»тарына ижади үрҙәр теләйбеҙ, уларға уңыштар юлдаш булһын, сәмдәрттәре һүнмәһен!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap