Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Әхтәм Әбүшахманов
Untitled document

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әхәт улы Абушахманов менән беҙ күптәнге таныштар. Күптәнге таныштар, тиеүем шунан ғибәрәт, әле бер-беребеҙҙе яҡындан күреп-белмәгәндә әле ул минең бер нисә хикәйәмде радио аша һөйләп ишеттергәйне, йәнә Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һындағы Кәрим Хәкимов, Рамазан Өмөтбаевтың «Һарығолаҡ» телефильмы аша Һиммәт образдарын бүләк итте ул тамашасыларына, шуға ла әҙәбиәт, сәнғәт һөйөүселәргә яҡын, үҙ кеше. Мин уны яңыраҡ Ҡаҙанда баҫылып сыҡҡан «Сәхнә артындағы тормош» китабы аша өр-яңынан астым. Китап бер нисә өлөштән тора. Беренсе өлөшө—артистың башынан үткән хәл-ваҡиғалар, икенсе өлөшөндә мауыҡтырғыс эстәлекле, һутлы тел менән яҙылған бер нисә хикәйә. Гәзит уҡыусыларға ошо китапҡа ингән ҡыҙыҡлы тормош күренештәрен тәҡдим итәбеҙ.

Хәйҙәр Тапаҡов.

Айғыр

Башҡортостандың халыҡ артисы Кашаф ағай Нәзиров тыумышы менән Ҡырмыҫҡалы районы Ала Айғыр ауылынан ине. Ул бер ваҡытта ла санаторийҙа ял итмәне, отпускаһын гел генә үҙенең тыуған ауылында үткәрә торғайны. Шулай бер йылды йәй көнө, сираттағы ялы еткәс, Кашаф ағай тәмәкеһен көйрәтеп, ауылы Ала Айғырҙа ята икән.

—Халыҡ бесәнгә төшә башланы, сабынлыҡты ҡарап ҡайтыр инең, имен ята микән?—тигәс әсәһе, ат һорарға киткән. Сабынлыҡ йыраҡ ҡына, шуға күрә йәйәү барыуҙы ауырһыныпмы, әллә: «Артист башым менән нишләп йәйәү йөрөйөм әле?»—тип уйлапмы, колхоздың пожар айғырҙары торған ергә барған. Ул замандарҙа тоҡом айғырҙарын эшкә екмәй, айырым һарайҙа, пожар сыҡһа ғына ҡулланыу өсөн тоталар икән. Хатта уларҙы ҡарау өсөн айырым бер кеше беркетелә ине.

Кашаф ағай айғыр ҡараусыға килгән дә:

—Бер айғырыңды биреп тор әле, сабынлыҡты ҡарап киләйем,—тигән.

—Һин нимә, айғыр менән үлергә йөрөйһөңме? Ҡалайтып тотаһың уны, баш бирәме ни һиңә ул?—тип орошоп ташлаған.

Кашаф ағай бик сәмле кеше ине, артист бит.

—Һин нимә, мин бит бот буйы саҡтан ат өҫтөндә үҫкән малай, нишләп тота алмайым ти, һин мине мыҫҡыл итмә,—ти икән.

—Белмәйем, белмәйем. Ана колхоз председателенән барып һора, ул рөхсәт итһә, бирермен. Был эште үҙ өҫтөмә ала алмайым,—тип яуаплылыҡты икенсе кешегә ауҙарған айғыр ҡараусы.

Ағайыбыҙ председателгә киткән. Ул да артистың был ҡыйыулығынан баҙап  тыр инде:

—Ай-һай, ағай, баш бирмәҫ һиңә ул айғыр, ана колхоздың екке атын ал,—ти икән. Кашаф ағайыбыҙ тағы үҙ һүҙен һүҙ итеп:

—Мине мыҫҡыл итмә, ҡустым, мин ат-та сабып йөрөгәндә, һин тыумағайның әле. Ниндәй генә айғыр менмәнем мин,—тип ризалатҡан председателде. Ҡош телендәй генә ҡағыҙ яҙҙырып алған да, кире айғыр ҡараусыға барған. Уныһы нишләһен инде, хужа рөхсәт иткәс, биргән айғырҙы. Ағайыбыҙ эстән шикләнһә лә, айғырҙы менеп ауыл осона табан киткән.

Айғыр башты юғары тотоп ғорур атлай, ул ғорурлыҡ, әйтерһең дә, ағайыбыҙға күсә. Айғыр үҙе шундай тыңлаусан, ҡайҙа борһаң шунда бара, ә ағайыбыҙ  аптырай: «Нишләп ҡурҡыталар икән? Бынамын тигән айғыр, артист башым менән алашаға атланып йөрөй алмайым бит инде. Айғырҙарын йәлләгән булғандарҙыр»,—тип уйлап ҡуйған ул һуңынан.

Барып етеп, сабынлыҡты урап сыҡҡан ағайыбыҙ: «Берәү ҙә сапмаған, бесән үҫкән икән быйыл, иртәгә килеп төшөргә кәрәк»,—тигән дә, айғырын ауыл яғына борған. Юл көҙ сәселгән арыш баҫыуы аша үтә. Быйыл арыш та уңған, хатта аттың ҡорһағынан аша үтә. Шулай уйланып килгән саҡта ағайыбыҙ, айғырҙың ҡапыл үрәпсеп кешнәп ебәреүенә һиҫкәнеп китә. Теҙгенгә ҡаты итеп йәбешә-йәбешеүен, әммә айғыр ауыҙлыҡты тешләп ала ла, баш бирмәй алға атыла. Айғырҙы ҡулға алыу өсөн төрлөсә маташып ҡарай, ләкин бер ни эшләй алмай. Һыртынан төшөп ҡалмау өсөн, ялына сытырман кеүек йәбешеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Күрә, алда берәү ат егеп китеп бара. Айғыр, егеүле атты ҡыуып еткәс, тағы бер кешнәп ебәрә лә, арба тәртәләрен төрлө яҡҡа тибеп осороп, ат өҫтөнә менеп тә китә. Уныһы бейә булған икән, ә ағайыбыҙ айғыр өҫтөндә, ялға йәбешеп, аҫылынып тора. Ҡулды ысҡындырһаң, эш харап. Шөғөлөн тамамлағас, айғыр тынысланып ергә төшә. Шунан файҙаланып ағайыбыҙ ҙа. Бейәнең хужаһы арыш араһына ҡасҡан булған икән, айғырҙың тынысланыуын күреп, ул килеп еткән дә, һыныҡ тәртәне тотоп ағайыбыҙға ташланған.

—Ты что наделал, собака,—тип ағайыбыҙҙы айғыр түңәрәтеп ҡыуа икән был. Күрше ауылдың сыуашы булып сыҡҡан.

—Не я ведь, жеребес бит,—тигән була икән ағайыбыҙ. Көс хәл менән тынысланышып таралышҡандар. Әммә ағайыбыҙ башҡа айғырға менмәгән, йүгәнен етәкләп, йәйәү генә ҡайтҡан. Айғырҙы тапшырғанда хужа ниҙер һиҙенептер инде:

—Нисек кенә йөрөп ҡайттың?—тигән һорауға, ағайыбыҙ:

—Бик һәйбәт, бына тигән айғыр, нимә тип ҡурҡытҡан булғанһығыҙҙыр инде,—тигән булған.

Йәй аҙағында артистар эшкә йыйылған. Fәҙәттә, отпускаға бер-береһенән ялҡып таралһалар ҙа, һағынышып осрашалар. Уларҙың да күңелдәренә яҡын, бергә аралашып йәшәгән дуҫтары бар. Кашаф ағайҙың серҙәше—һабаҡташы, режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән Миңлехан ағай Йосопов була торғайны. Хатта гастролдәр ваҡытында ла гел генә фатирға бергә төшәләр, бергә ашап-эсәләр. Отпусканан һуң осрашҡас, Миңлехан ағай дуҫынан һорай икән:

—Нисек ял иттең, һабаҡташ?

—Э-э-й, Йосоп, (Миңлехан ағайҙы театрҙа шулай тип йөрөтәләр ине—А.Ә.) үлә яҙҙым бит мин быйыл.

Тегенеһе аптырап ҡалған:

—Нимә булды?

Кашаф ағай дуҫына бик оҙаҡ ҡарап  торған да:

—Бер кемгә лә өндәшмәһәң, һөйләйем. Артистарҙың фиғелен яҡшы белә ағайыбыҙ, көлкөгә ҡалыуыңды көт тә тор. Шулай тигәс, Йосоп дуҫы хатта үпкәләп ҡуйған быға:

—Миңә лә ышанмайһың инде, Кашаф.

Кашаф ағай ауылда айғыр менән булған хәлде һөйләп биргән. Һуңынан:

—Бер кемгә лә һөйләмә, үлтерермен,—тип ҡуйған.

Йосоп, дуҫының айғыр өҫтөндә аҫылынып тороуын күҙ алдына килтереп, ике ай үҙе генә көлөп, бер кемгә өндәшмәй саҡ тыйылып йөрөгән. Унан, түҙеме бөтөп, кемгәлер һөйләгән бит был хәлде. Театрҙа хәбәр тиҙ тарала, мөйөш һайын бер-береһенә һөйләп Кашаф ағайҙан көлә башлағандар. Әммә үҙе белмәй икән әле был хәлде.

Берҙән-бер көндө Кашаф ағайыбыҙҙы театр директоры саҡырта икән. Ул аптырай төшкән. Барып ингән ағайыбыҙ директорға, уныһы бик асыулы, хатта һаулыҡты ла алмай, ти. Ни әйтергә белмәүҙәндер инде:

—Һуңғы ваҡытта эскәнем юҡ, билләһи, Хафиз Шәйбәкович.

—Эскәнем юҡ, имеш, бына уҡы,—тип ағайыбыҙға бер ҡағыҙ ырғытҡан. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡағыҙҙы алып уҡып ҡараһа Кашаф ағай, унда Ҡырмыҫҡалы районынан сыуаш Герасимов алимент юллай икән бынан. Бының шаярыу икәнен белһә лә ағайыбыҙ, иларҙай булып директорға ҡарап торған-торған да:

—Э-э-й, Шәйбәкович, Шәйбәкович! Мин һеҙҙе етди генә кеше тип уйлаһам,—тип ҡағыҙҙы бәреп сығып киткән.

Ошо хәлдән һуң ағайыбыҙҙың дуҫы Йосоп ике ай буйы уның күҙенә күренмәй ҡасып йөрөнө. Күреп ҡалһа, төҫө боҙолоп, айғыр кешнәгәндәй: «Үлтерә-ә-м»—тип ҡысҡырып ебәрер ине, ә тегеһе шунда уҡ юҡҡа сыға торғайны. Һуңға табан Кашаф ағайыбыҙ артистарҙың көлөүенә күнә башланы, хатта үҙе лә шуларға ҡушылып, төҙәтмәләр индереп, айғыр менән булған хәлде һөйләп ташлар ине. Шулай ҙа уға «айғыр» тип исем таҡты  артистар, хатта бының дауамын да уйлап сығарҙылар.

Имеш, бер нисә йыл үткәс, Кашаф ағай сираттағы отпускаһында тағы ауылына ҡайтып бара икән. Автобустан төшкәс ике километр атларға кәрәк. Бара торғас, бер егеүле ат ҡыуып еткән быны. Төшөрөп алған бер йәшерәк егет атын туҡтатҡан да: «О-о-о, Кашаф ағай, әйҙә ултыр!»—тип арбаһына ултыртҡан. Әммә егет быларҙың ауылына түгел, ә күрше ауылға табан бор-ған атын. Ағайыбыҙ төшөп ҡалырға уйлаһа ла, теге бының ай-вайына ҡарамай:

—Ағай, ултыр, мин һине алып ҡайтып һыйлайым, күптән саҡырып алырға, тип уйлап йөрөй инем, һис тура килтереп булмай, йәтеш тап булдың әле. Ҡурҡма, үҙем алып барып ҡуйырмын ауылыңа, атым шәп минең,—тип өҙмәй-ҡуймай ағайыбыҙҙы алып ҡайтып киткән.

—Мин һине танымайым бит әле, ҡустым, кем улы булаһың һуң?

—Уныһы мөһим түгел, зато мин һине таныйым,—ти икән тегеһе.

—Мине артист булараҡ таныйҙыр, сәхнәлә уйнауымды оҡшаталыр,—тип ғорурланып ҡуйған ағайыбыҙ.

Ысынлап та, егет кеше Кашаф ағайҙы алып ҡайтҡан. Ҡатыны өҫтәл әҙерләп ебәргән, икәүләп шәп итеп һыйлағандар. Шунан атын егеп ағайыбыҙҙы ауылына  алып киткән. Ағайыбыҙ был хәлгә аптырап һорай икән:

—Ҡустым, мин аңламаным, ни өсөн шул тиклем хөрмәт күрһәттең һуң әле,     ни яҡшылығым тейҙе?

—Яҡшылығың, ағай, көн дә тейеп тора, бына атыма ҡара, бындай ат был тирәлә бер кемдә лә юҡ, миндә генә.

—Туҡта әле, ҡустым, атта минең ни ҡыҫылышым бар?

—Как ҡыҫылышың булмаһын, был атты мин бер йәш сағында сыуаш Герасимовтан һатып алдым. Ул миңә:

—Был тай артист Кашафтың тоҡомо, шулай булғас яҡшы ат буласаҡ,—тип бирҙе. Ысынлап та, шәп ат булып сыҡты, бер ғәйебен дә табып булмай, еккән һайын рәхмәттәр уҡыйым үҙеңә. Бер һыйлармын үҙеңде,—тигән әйтеүем бар ине, Аллаға шөкөр тормошҡа ашты теләгем.

 

Ағайыбыҙ айғыр менән булған ваҡиғаны хәтерләгән дә, йылдам ғына юртып, ауылына алып ҡайтып барған егеүле атҡа ҡарап йылмайып ҡуйған. Артистар тормошоноң ҡыҙыҡ хәлдәре лә, ғүмерҙең ни  тиклем ҡыҫҡа булыуы ла сағылып торған ул йылмайыуҙа.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap