Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.11.2015
Иң шәп бүләк
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды—граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур ойошмаһы. Ул 1990 йылдың декабрендә ойошторолған. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ойошмаларының 25 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

Камил Ким улы Исҡужин етәкселегендәге Сибай ҡалаһының Пенсия фонды идаралығында үҙ эшен яҡшы белгән, алдынғы ҡарашлы белгестәр эшләй. Идаралыҡтың 2-се ҡатында урынлашҡан пенсия билдәләү бүлегендә береһенән-береһе уңған 5 ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтләндерә. Был ханымдарҙы икенсе төрлө «күренмәгән фронт һалдаттары» тип әйтергә лә була. Сөнки пенсия юлларға килгән кешеләр уларҙың йөҙөн күрмәй, ә документтарын 1-се ҡаттағы ҡабул итеү тәҙрәһенә тапшыра. Аҙаҡ был ғариза һәм документтар йыйылмаһы пенсия билдәләү бүлегенә оҙатыла. Тәжрибәле белгестәр уларҙы тикшереп, пенсия тү-ләүҙәре тәғәйенләй, кәрәк икән яңынан иҫәпләй, оҙайта. Йылына ике тапҡыр уҙғарылған пенсия түләүҙәрен индексациялау сараһын да ошо биш белгес атҡара. Сибайҙа йәшәүсе 16200 кешенең пенсия түләүҙәре менән тәьмин ителеүен иҫәпкә алғанда, был бүлек хеҙмәткәрҙәренең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы эш башҡарыуын күҙалларға мөмкин.

Пенсия билдәләү бүлеген талапсан һәм ғәҙел Гөлшат Зәбир ҡыҙы Аллаярова етәкләй. Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләп, бай хеҙмәт ҡаҙаныштары яулаған     етәксе бар яҡтан башҡаларға өлгө булып тора. Баш белгес-эксперт Лилиә Айрат ҡыҙы Ишбирҙина бүлектең иң өлкән һәм тәжрибәле кадры һанала. Уның иң тәүге һөнәре—сит телдәр уҡытыусыһы. Лилиә Айрат ҡыҙы хеҙмәт юлын дөйөм белем биреү әҙерлек үҙәгендә француз теле уҡытыусыһы булараҡ башлай. Һәм, әйтергә кәрәк, ошо һөнәре ғүмерлеккә уның холоҡ-фиғеленә үтеп ингән, тиергә лә була. Коллегалары билдәләүенсә, Лилиә Ишбирҙинала юғары интеллигентлылыҡ һәм мәҙәнилек һыҙаттары ярылып ята. Ул бер ваҡытта ла клиенттарына тауыш күтәрмәй, тыныс һәм сабыр мөғәләмә итә. Лилиә Айрат ҡыҙы пенсия фонды идаралығында 1994 йылдан алып эшләй. Ваҡыты менән иҫәпләшмәгән һәм һәр ваҡыт коллегаларына эшлекле кәңәштәре менән ярҙам итеүсе баш белгес-экспертты барыһы ла хөрмәт итә. Л.А.Ишбирҙинаның оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.

Ошо уҡ бүлектең әйҙәүсе белгесе Эльвира Хөснулла ҡыҙы Байегетова 15 йыл ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған. Ихлас һәм алсаҡ, һәр нәмәгә оптимистик күҙлектән ҡараусы ханымды бергә эшләгән иптәштәре ихтирам итә. Эльвира төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, матур итеп бейей, кәрәк икән кисәләрҙә тамада ролен    башҡара.

—Ауыр саҡта барыбыҙға ла ярҙам итергә ашыға ул. Иң тәмле хужабикә рецепттарын да, халыҡ медицинаһына ҡағылышлы кәңәштәрҙе лә Эльвиранан алабыҙ,—ти коллегалары уның хаҡта. Өлгөлө һәм тырыш хеҙмәте өсөн Э.Х.Байегетова Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы хеҙмәткәр» тип табылған.

Бынан 5 йыл элек берҙәм коллективҡа килеп ҡушылған 1-се дәрәжәле белгес Аида Ринат ҡыҙы Ваһапова ла үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Аида—бик ижади кеше. Ул баянда уйнай, йырлай,  халыҡ театры сәхнәһендә лә шөғөлләнә. Иң яҡшы белгес булараҡ, Аида Ваһапова быйыл Башҡортостан Пенсия фонды идаралығынан Ҡырым республикаһына эш сәфәре менән барып ҡайта. Улар Ҡырымда эшләүсе коллегаларын яңы программа буйынса эшләү алымдары менән таныштыра, үҙҙәренең бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

—Коллектив оҡшай. Беҙ эштән һуң да күрешеп, ҡатнашып йәшәргә тырышабыҙ. Ялдан һуң һағынышып осрашабыҙ,—ти Аида.

Пенсия билдәләү бүлегенең 1-се дәрәжәле белгесе Рәмзилә Фәрит ҡыҙы Юлгилдина—иң йәш белгес һанала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул эшен дә урын-еренә еткереп башҡара, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Юлгилдиндар бер йыл элек Йылайыр районынан Баймаҡ районының Хәсән ауылына күсеп килә. Рәмзилә Фәрит ҡыҙы үҙе эшләгән Йылайыр районы Пенсия фонды идаралығынан Сибай Пенсия фонды идаралығына эшкә күсә.  Уңған ғаилә Хәсәндә ҙур йорт һалып инә. Шәхси хужалыҡтарында мал тоталар һәм ҡош-ҡорт үрсетәләр.

—Яңы коллективҡа тиҙ генә өйрәндем. Бында үҙ эшен белгән, яҡшы кешеләр эшләй. Fөмүмән, Пенсия фонды идаралығында күңеле тар кеше эшләй алмай. Форсаттан файҙаланып, К.К.Исҡужин, Р.Р.Амантаева етәкселегендәге Сибай ҡалаһы һәм Йылайыр районынының Пенсия фонды идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән юбилейыбыҙ менән ҡотлайым, уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем,—тип ҡалды Рәмзилә Юлгилдина.

Лариса Сабит ҡыҙы Fүмәрованың ошо бүлектә эшләүенә лә 15 йыл тулған. 2009 йылдан ул әсәлек капиталы буйынса белгес-эксперт итеп билдәләнә. Күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған белгескә йәштәр кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Лариса—яҡшы психолог та. Ул һәр ваҡыт клиенттарына, йәғни йәш әсәләргә аҡыллы һәм файҙалы кәңәштәрен бирергә әҙер. Буш ваҡыттарҙа Лариса Сабит ҡыҙы китап уҡырға ярата. Бигерәк тә рус классикаһын үҙ итә ул.

Бына шулай, Сибай Пенсия фонды идаралығының ҙур булмаған пенсия билдәләү бүлегендә алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле белгестәр эшләй. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла клиенттарға ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл. Шәхси тормоштарында ла һыр бирмәй улар. Барыһы ла тырышып донъя көтә, ғаиләләрен ҡарай, балалар үҫтерә. Әйткәндәй, был ханымдар заман техникаһы булған автомобиль менән дә оҫта идара итергә өйрәнгән.

 

Һүрәттә: Сибай пенсия фонды идаралығының иң шәп ҡыҙҙары.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap