Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Ташлама менән путевка ал
Untitled document

Башҡортостан—Рәсәйҙә социаль туризм үҫешә башлаған беренсе төбәк. Беҙҙең пенсионерҙар һәм инвалидтар ташламалы йүнәлтмә менән шифаханаларҙа ял итә ала. Йәғни, ошо категорияға ингән граждандарға туристик путёвка алыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелә.  Бөгөн был йүнәлештә барыһы 210 маршрут эшләнгән. Турбаза һәм санаторийҙарҙан башҡа теплоходта йөрөү, Рәсәй ҡалаларына һәм Ҡырымда ял итеү ҙә ҡаралған.

Социаль тур ваҡытында ололар үҙҙәре һымаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, шундай уҡ ихтыяждар менән йәшәгән кешеләр менән аралаша. Сәйәхәт мәлендә туристар ысын дуҫтар таба, сәфәрҙән ҡайтҡас та улар менән аралашыуын дауам итә.

Башҡортостанда программа 2011 йылда эшләй башланы, тәүге өс йылда унда 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл социаль туризмға 68 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға 6 мең кеше сертификат менән тәьмин ителгән.

Нисек социаль турист булырға?

Сертификат, йәғни путевкаға ташлама (пенсионерҙарға—8 мең һум, инвалид- тарға һәм аҙ килемлеләргә—12 мең һум) алыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалына барып ғариза яҙырға кәрәк. Сират килеп еткәс, путевка хаҡының бер өлөшөн түләүгә сертификат бирәләр. Шуның менән Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү программаһында ҡатнашҡан туристик фирмаға мөрәжәғәт итергә һәм социаль тур исемлегенә индерелгән маршрутҡа путевка алырға була.

Социаль сәйәхәткә кемде алалар?

Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм шунда йәшәүсе, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын алыусы 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәшен тултырған ҡатын-ҡыҙ, инвалид тип табылған граждандар, балаларҙың һәм коляска ярҙамында йөрөүселәрҙең оҙатыусылары ҡатнаша ала.

Туристик путевка алыу буйынса ғаризалар Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының район һәм ҡалаларҙағы бүлексәләрендә ҡабул ителә. Fариза менән бергә түбәндәге документтарҙың күсермәһе талап ителә: паспорт; пенсия кенәгәһе таныҡлығы (пенсионерҙар өсөн); инвалидлыҡты раҫлаған белешмәләр.

Коляскалағы инвалидтар һәм инвалид балалар ғаризала оҙатып йөрөтөүсеһенең исемен күрһәтергә, уның паспортының күсермәһен тапшырырға тейеш.

Туристик путевкалар муниципаль берәмектә йәшәүсе пенсионерҙар һәм инвалидтар һанына ҡарап бүленә. Путевка алыуға ғаризаны йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары ҡабул итә. Сибай ҡалаһында был эш Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалы иңенә һалынған.

90 кеше ял иткән

Әлеге көндә Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Сибай филиалында социаль турист булырға теләгән 1504 кеше сиратта тора. Филиалдың социаль ярҙам күрһәтеү, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса бүлек начальнигы Венера Fәзиз ҡыҙы Fүмәрова белдереүенсә, Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостанда эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү» айырым маҡсатлы оҙайлы программаһына үҙгәрештәр индерелгән.

—Был ярҙамсы программаның төп айырмаһы шунда: социаль туризмда ҡатнашыусыларға элеккесә юллама түгел, ә исемле сертификат тапшырыла. Бынан ары улар туристик ойошмаға үҙаллы мөрәжәғәт итеп, билдәләнгән йүнәлештәге социаль турҙы һайлай ала,—ти бүлек начальнигы Венера Fүмәрова.—Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн квота билдәләнә. Исемле сертификаттың хаҡы 12 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Коляскалы инвалидтар, инвалид балалар өсөн юллама һаны буйынса квота бар. Сертификаттарҙың хаҡы—12 мең һум. Киләсәктә бындай квоталарҙы арттырыу ҡарала. Ярҙамсы программала бүтәндәр өсөн, социаль тур йүнәлешенә ҡарамай, бер юлламаға 8 мең һум иҫәбенән исемле сертификат бирелә. Әйткәндәй, сертификат ҡиммәтле ҡағыҙ түгел, уны икенсе кешегә тапшырып булмай.

Республикала программа эшләй башлағандан алып ҡалабыҙҙан 84 оло кеше төрлө шифахаларҙа ял иткән. Мөмкинлеге сикләнгән 3 бала һәм уларҙың ата-әсәләре лә ял итеүгә сертификат алыуға өлгәшкән. Социаль туризм программаһында ҡатнашыу-сыларҙың күбеһе урындағы шифаханаларҙа ял итеүҙе күп күргән. Шулай уҡ 3 кеше Ҡырымға барып ҡайтҡан, Рәсәй санаторийҙарына өҫтөнлөк биреүселәр ҙә бар.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек Неля Гавриловна Симонова социаль туризм буйынса сертификат алғас, Яҡтыкүл биләмәһендә урынлашҡан «Юбилейный» шифаханаһын һайлаған. Берҙән, был төбәк яҡын, икенсенән, шифаханала хеҙмәтләндереүҙең юғары кимәлдә булыуы хаҡында хәбәрҙар булған. Бында Башҡортостандан ғына түгел, Ҡурған, Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә социаль туристар бик күп булған.

—Программа тормошҡа ашырыла башлағас та уға ҡушылғайным. Магнитогорск ҡалаһының ошо шифаханаһы күңелемә ятты,—ти Неля Гавриловна.—Дауалау процедуралары күп, күңел асыу саралары ла уҙғарылып тора, ғөмүмән, яҡташым С.М.Байназарова менән рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, бындай ярҙам оло, сәләмәтлектәре ҡаҡшаған кешеләр өсөн бик урынлы.

Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеүселәргә путевка хаҡының—70 (әммә 11 800 һумдан артмай), Рәсәй төбәктәре буйынса маршрутты һайлаусыларға—50 (8 428 һумдан артыҡ түгел), сит илгә юлланыусыларға 30 проценты (5 057 һумға тиклем) сертификат рәүешендә бирелә. Коляскалағы инвалидтар, инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн, ҡайҙа барыуҙарына ҡарамаҫтан, 70 процент ташлама ҡаралған, әммә ул 11 800 һумдан ашмай.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap