Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
13.11.2015
Иң әүәл ҡалаҡ тоторға өйрәт
Untitled document

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәш әсәйҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре бала тәрбиәләүҙе хөкүмәт тарафынан бирелгән өҫтәмә эш кеүегерәк ҡабул итә. Балаларҙы аллы-гөллө итеп кейендереп, ҡиммәтле коляскаларҙа урамда йөрөтөү менән генә эш бөтмәй, уларҙы бит төрлө яҡлап үҫтерергә лә кәрәк.

Халыҡ педагогикаһы буйынса, бала йәш ярымда үҙ телендә нимәне булһа ла аңлата белергә, ике йәштә үҙ хәжәттәрен үтәй белергә тейеш. Ләкин ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, балаға бер нәмәне лә үҙ аллы эшләргә ирек бирмәй, тиҙ генә бала урынына үҙебеҙ эшләп, артабан йүгерәбеҙ. Һөҙөмтәлә, кейенә лә, ҡулъяулыҡ ҡуллана ла, ҡалаҡ тотоп ашай ҙа белмәгән кескәйҙәр балалар баҡсаһына оҙатыла. Ә бит беҙгә элекке кеүек ике айҙан эшкә сығаһы түгел, бала тәрбиәләү өсөн хәҙер йыл ярым ваҡыт бирелә. Тик ошо арауыҡты ла хәҙерге йәштәр тейешенсә файҙалана белмәй шикелле.

Балаларҙың тағы ла социаль үҫеше бик түбән кимәлдә, сит кешенән уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡалар, ят кешегә бик яй өйрәнәләр. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ата-әсәһенән айырыла алмай ыҙалайҙар. Ә бит бынан ун-егерме йыл элек ошондай проблема булмаған тиерлек. Ни өсөн шулай айырма ҙур тигән һорау тыуа. Кешеләрҙең бер-береһе менән бәйләнеше юҡҡа сығып бара. Мәҫәлән, йәш әсә балаһы менән өйҙә ултыра, атай кеше эштә, ҡунаҡҡа бик һирәк булһа ла ҡартатай-өләсәйҙәр килеп китә һәм шуның менән бәләкәс бүтән бер кешене лә күрмәй. Янында һәр ваҡыт әсәй йөрөй, хатта әҙ генә ваҡытҡа ла айырылмай. Шулай итеп, ҡырағай бүлмә гөлө һымаҡ үҫкән балалар һаны арта.

Әлбиттә, бөтә ата-әсәләрҙе лә бер ҡалыпҡа һалып булмай. Балаларын бөтә яҡлап үҫтерергә тырышҡан ғаиләләр ҙә бар, тик улар һирәгерәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр бала һөйләшә башлағас та уҡырға, яҙырға өйрәтә башлай. Ә халыҡта ете йәшкә тиклем баланы аҡҡа ҡаратма, етмеш йәштә һуҡыр ҡалыр тигән әйтем бар. Ике йәшендә балалары уҡый, яҙа, хатта инглиз теленең алфавитын белә, ә кейенергә лә, сисенергә лә, үҙ-аллы ашарға ла өйрәнмәгән. Был тәңгәлдә уйланырға урын барҙыр, тип уйлайым.

Тағы ла балаларҙың шул тиклем буш йөрөргә яратҡандары аптырата. Тегендә һуғыла, бында һуғыла, үҙенә шөғөл тапмай, ысын күңелдән бер нимәгә лә ылыҡмай. Бының сәбәбе булып әҙер уйынсыҡтарҙың күп булыуы ҡамасаулайҙыр тип уйлайым. Ниндәй генә балалы өйгә инһәң дә, өйҙөң яртыһы уйынсыҡ менән тулған була, балаға уйларға ла кәрәкмәй, бөтәһе лә әҙер, хатта ҡыҙыҡ та түгел.

Бер нисә йыл элек балалар баҡсаһына йөрөй башлаған балаларҙың  80 %-ы һөйләшеп, 20%-ы һөйләшмәһә, ә хәҙер киреһенсә. Әллә ата-әсәләрҙә бөтәһенә лә тәрбиәсе өйрәтергә тейеш тигән ялған фекер йәшәйме?

Ошондай уйланыуҙарымды гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашам, бәлки минең хаталы фекерҙәрем барҙыр, әйҙәгеҙ уртаға һалып һөйләшәйек, бала тәрбиәләү серҙәрен асыҡлайыҡ, йәш ата-әсәйҙәргә ниндәйҙер кимәлдә файҙа булыр.

Гөлшат Хасаева,

 

«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap