Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
100 йыллыҡ тарихы бар
Untitled document

100 йыллыҡ тарихы бар

Баймаҡ районының ойошторолоуына быйыл 85 йыл тулһа, төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе унан да байыраҡ тарихлы. Мөһим тармаҡтың үҫеше XIX быуатта Темәс ауылында барлыҡҡа килгән дауалау учреждениеһынан башлана. Был Ырымбур губернияһының тәүге земство дауаханаларының береһе була.

100 йыл элек беҙҙең тарафтарҙа алтын-баҡыр заводында тик бер генә фельдшер эшләгән медицина участкаһы була. 1924 йылда Баймаҡ ҡасабаһында, баҡыр иретеү заводының медицина-санитар өлөшө булараҡ, 15 карауатлыҡ дауахана асыла. 1929 йылда дауахананың яңы кирбес бинаһы ҡалҡып сыға. Ул 40 стационар койкаға тәғәйенләнә. 1932 йылда уға ағастан төкәтмә эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һәм унан һуңғы йылдарҙа ауыл участка дауаханалары, ауыл табип амбулаториялары, фельдшер-акушер пункттары асыла.

Ә инде үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында Баймаҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҙур үҙгәрештәр кисерә. Дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға айырым иғтибар бирелә. Ҡалала бер сменала 120 кеше ҡабул итерлек поликлиника үҙ ишектәрен аса. Бынан тыш туберкулезға ҡаршы диспансер, «Ашығыс ярҙам» пункты эш башлай. Халыҡтың һаулығында Г.М. Гуревич, А.В. Бабкина, А.С. Почтарева, К.Г. Яхина, Л.Н. Овчинникова, А.П. Арыҫланова кеүек көслө табиптар эшләй. Һуңыраҡ уларҙың рәтен А.З. Антонова, М.А. Антонов, Г.Н. Солтанғазина, F.Ә. Хәсәнов, Ф.Ә. Яхин, А.Ә. Fүмәров, Д.Ф. Зияев, Т.В. Ткаченко, З.Х. Яхина, З.Ф. Мукаева, Р.К. Сафин һ.б. тулыландыра.

1970 йылдарҙа Баймаҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе яңы һулыш кисерә. 1975-1978 йылдарҙа терапия, инфекция, төп корпус, ҡала поликлиникаһы, бала табыу бүлеге биналары файҙаланыуға тапшырыла. Шулай уҡ балалар, офтальмология, оториноларингология, гинекология, клиник-диагностика һәм биохимия лабораториялары асыла. Артабан иҫке дауахана базаһында психиатрия, наркология, травматология, неврология  койкалары эш башлай. 80-се йылдар уртаһында хирургия бүлегендә балалар өсөн ике реанимация койкаһы асыла. Һуңынан уның һаны 11-гә барып етә һәм реанимация-анестезиология бүлеген асыуға булышлыҡ итә. 70-се йылдар аҙағы, 80-се йылдар башында беҙҙең райондан сыҡҡан йәш белгестәр эшкә ҡайта башлай.

Ил өсөн ауыр булған 90-сы йылдарҙа ла райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе матди-техник базаһын үҫтереүҙе дауам итә. 1992 йылда стоматология бүлеге айырым бинаға күсә. 1994 йылда Баймаҡ ПМК-һы көсө менән 40 карауатлыҡ бала табыу йорто төҙөлә. Иң һөйөнөслөһө: 1995 йылда медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 33 фатирлы йорт төҙөлә.

2007-2014 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ныҡлы үҫеш ала. Үҙәк ҡала дауаханаһы һәм ауыл медицина учреждениеларының дауалау, хужалыҡ корпустары реконструкциялана, капиталь ремонт эшләнә. Баймаҡ ҡалаһының дауахана комплексы  тулыһынса яңыртыла. Дауалау-диагностика, административ-хужалыҡ корпустары ла яңы төҫ ала. Ҡала поликлиникаһына тағы бер ҡат өҫтәлә. Шулай уҡ яңы подразделение—клиник-диагностика бүлеге асыла. Ул үҙ эсенә төрлө дауалау бүлмәләренән тыш, көндөҙгө стационарҙы ла индерә. Ошо уҡ йылдарҙа рентген, флюорография, эндоскопия, ЭКГ аппараты, феталь мониторҙар, лаборатор ҡоролмалар алына. Ҡала дауаханаһына йылы һыу килгәс, ауырыуҙар өсөн дауаланыу шарттары тағы ла яҡшыра.

Бөгөн дә Баймаҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яҡшыртыу өсөн барыһы ла башҡарыла. Мәрхәмәтлек фонды бүлгән аҡсаға район хакимиәте тарафынан ҡала дауаханаһы өсөн 3 млн 800 мең һумлыҡ операция өҫтәле һатып алына. 2013 йылда инфекция бүлеге яңы бинаға күсерелә. 2014 йылда наркология бүлеге эшләй башланы. 2015 йылдың 1 ғинуарында паллиатив медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге асылды. Ике йыл инде эшләгән компьютер томографы менән Баймаҡ халҡы ғына түгел, ә Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы кешеләре лә файҙалана.

Районда «Ауыл табибы» программаһы уңышлы эшләй. 2012-2014 йылдарҙа уның буйынса 13 участка педиатры һәм терапевты эшкә урынлаштырылды. Йәш белгестәрҙең күбәйеүе лә (2015 йылда—9 табип) һөйөндөрә.

Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙенең 100 йыллыҡ оло тантанаһын юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршыланы. Аҡ халатлылар Урал аръяғында беренселәрҙән булып дауаханала музей булдырҙы.

—Үткәндәрҙе онотмайбыҙ, медикаменттар, медицина ҡорамалдары етешмәүгә ҡарамаҫтан, халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусылар алдында баш эйәбеҙ. Тарихи урынды булдырыуға күп көс һалған медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә музей, айырыуса йәш белгестәр өсөн белем биреү аудиторияһына әүерелер, тип ышанабыҙ,—тине уны асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов.

Тантананың төп өлөшө Халыҡ ижады үҙәгендә үтте. Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Й.С. Ильясова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары Р.К.Һиҙиәтуллина, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы рәйесе П.Н.Зырянов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне.

—Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 100 йыллығын билдәләрлек райондар күп түгел. Баймаҡ пациенттары табиптарға һирәк зарлана. Кешеләр башлыса был тармаҡты үҫтереү өсөн төрлө тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерергә тырыша. Был да үҙенә күрә яҡшы күренеш,—тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен юғары баһалап. Ошонда уҡ депутат хеҙмәттәрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүселәргә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, билдәләр тапшырҙы. С.Мырҙабаева шулай уҡ 1983-2000 йылдарҙа Баймаҡ үҙәк дауаханаһының баш табибы булып эшләгән F.Х. Зөлҡәрнәевты тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алды һәм уның ғаиләһенә махсус бүләк тапшырҙы. Фажиғәле һәләк булған Fиззәт Хәсән улының 4 балаһы ла табип һөнәрен һайлаған, улы—Мәскәүҙә, бер ҡыҙы Өфөлә эшләй. Әлеге көндә район үҙәк дауаханаһында ике ҡыҙы атаһының юлын дауам итеүе ҡыуаныслы.

Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы иһә үҙ сығышында кәрәк саҡта табип та, санитарка ла була белгән ауыл фельдшерҙарына һоҡланыуын йәшермәне.

Баймаҡ дауаханаһында ҡанат нығытҡан яҡташыбыҙ Рәсәй академияһының медик-техник фәндәр академигы, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы, ортопедия һәм анестезиология кафедраһы мөдире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Айытбай Әхмәт улы Fүмәров сығышында ҡатмарлы шарттарҙа операция яһауҙарын бәйән итте. «Ҡулыбыҙҙа скальпель, тонометр, сүкеш һәм бер нисә медикамент булды. Шулай ҙа ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡала инек. Бөтә районға иҫке генә ренгент аппараты булды»,—тип ул ауыр мәлдәрҙе иҫкә алды. Айытбай Әхмәт улы күңелле мәлдәргә лә туҡталды. Ул шулай уҡ табиптарға операция яһау өлкәһендә ныҡлы үҫеш алған эндоскопия алымын ҡулланыуға күсеү кәрәклеген белдерҙе. «Кадрҙар әҙерләү минең бурыс, һеҙҙән шарттар булдырыу һорала»,—тине ул һүҙен йомғаҡлап.

Ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһы йылы һүҙҙәргә ҡушып, ҡала дауаханаһына бик күп иҫтәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Был көндө Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, һәүәҫкәр артист булыуҙарын да күрҙек. Аҡ халатлыларҙың эшләй ҙә, күңел аса ла белеүҙәре һоҡландырҙы.

Һүрәттә: баш табип

 

М.И. Fүмәров һәм депутат С.Ш.Мырҙабаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap