Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.11.2015
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?
Untitled document

2014 йылда Рәсәй Президенты В.В. Путин хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек (ГТО) системаһын ҡайтанан тергеҙеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, ГТО нормаларын тапшырыу системаһы 1931-1991 йылдарҙа уңышлы эшләй һәм ул 10 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр өсөн ҡаралған була. Уның төп маҡсаты булып йәштәрҙә патриотик рух тәрбиәләү, сәләмәт тормош алып барыу тора.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек системаһының яңыртылған варианты 11 баҫҡыстан тора. Тәүгеһе—6-8, икенсеһе 9-10 йәштәгеләр өсөн иҫәпләнә. Артабан шулай дауам итеп, 70 һәм унан өлкәнерәктәр өсөн ҡарала. Йәғни, теләгәндәр ғүмер буйы ГТО нормаһын тапшыра ала. Һәр баҫҡыста өс һынау ҡарала һәм шуға ярашлы алтын, көмөш, бронза билдәләре бирелә. Был сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн әллә ни ҙур ауыр ҙа түгел инде.

Башҡортостанда 2017 йыл аҙағына ГТО нормаларын барыһының да тапшырыуы  күҙаллана. Төбәктә был кәрәкле эште бойомға ашырыу өс этапта уҙғарылырға тейеш. Беренсеһендә, йәғни ойоштороу-эксперименталь этапта комплекс 2015 йылдың декабренә ҡәҙәр республиканың 23 район һәм ҡала мәктәбендә индерелһә, икенсе этапта мәктәп уҡыусылары, урта махсус, юғары уҡыу йорттары студенттары дәррәү ГТО нормаларын тапшыра. 2016 йылдың декабренә ҡәҙәр эксперимент рәүешендә ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа өлкәндәр араһында ярыштар уҙғарыла. 2017 йылдың декабренә тәғәйенләнгән өсөнсө этапта иһә тотош республикабыҙ халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сара нормаларын тапшырыуҙы тормош ҡағиҙәһенә әйләндерәсәк.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлекте пропагандалау маҡсатында республикала 40-тан ашыу фестиваль һәм физкультура-спорт саралары уҙғарылған. Айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында был тәңгәлдә йәнлелек һиҙелә.

Спорт һәм физкультура менән һәр кем шөғөлләнә алһын өсөн ҡала һәм  райондарҙа спорт майҙансыҡтарын күбәйтеү мәсьәләһе ҡуйыла.

Яңы уҡыу йылы башында БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы, тарих фәндәре кандидаты, доцент Фәнил Fабрафиҡ улы Әминев Ҡаҙан ҡалаһында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса махсус курс үтеп ҡайтты. СССР спорт мастеры белдереүенсә, ГТО нормаларын мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, шулай уҡ эш урындарында тапшырырға мөмкин буласаҡ.

—Һынау алдынан һәр кем медицина тикшереүе үтә. Йәғни, кешенең һау-сәләмәт, үҙаллы йәки рәсми рәүештә физик культура һәм спорт менән шө-ғөлләнгән булыуы мөһим. ГТО һынауҙарын тапшырған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Алтын билдәгә лайыҡ булғандарға Берҙәм дәүләт имтиханына 10 бал өҫтәлә. Эш биреүселәр иһә ГТО нормаларын тапшырыусы хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ниндәйҙер дәртләндереү сараларын ҡарай ала. Документтар буйынса, алтын билдәгә эйә булыусыларға финанс ярҙамы күрһәтеү, отпускыға көндәр өҫтәү планлаштырыла,—ти Фәнил Fабдрафиҡ улы Әминев.—Ноябрь айы башынан уҡыу йортобоҙҙа хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырыу буйынса түләүле курстар уҙғара башланыҡ. Ҡала һәм район мәктәптәренең физкультура уҡытыусыларының квалификацияларын күтәреү, ГТО нормаларын ҡабул итеүгә махсус документ биреү өсөн лицензия алыуыбыҙға, матди-техник база, спорт төрҙәре буйынса кадрҙар булыуға шатбыҙ. Атаҡлы спортсылар Г.М.Полько, А.Б.Зөлҡәрнәйев, Л.Р.Шаһиәхмәтова, Е.Б.Антипов һәм башҡаларҙан махсус һабаҡ алғандарға БДУ таныҡлыҡтары тапшырыласаҡ.

Әйткәндәй, уҡыу йорто Урал аръяғында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса хәрәкәткә тәүгеләрҙән булып тотондо. Октябрь айында институт хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары ГТО нормаларын тапшырҙы. Һынау өс этапта үтте: ир-егеттәр—3, ҡатын-ҡыҙҙар 2 саҡрымға йүгереп ярышты. Граната ырғытыу һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә лә ал бирмәнеләр. Ир-егеттәр араһында йүгереүҙә менеджмент һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире Урал Әҙеһәм улы Барлыбаевҡа тиңдәр табылманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында өҫтәмә белем биреү факультеты лаборанты Алһыу Күсәрбаева иң юғары һөҙөмтәгә иреште. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә иҡтисад факультеты деканы Илдар Мәжит улы Рәхмәтуллин беренсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында өҫтәмә белем биреү факультетынан Гөлсәсәк Рәхмәтуллина еңде.

Граната ташлауҙа юридик факультеттың деканы урынбаҫары Алик Fаяз улы Алтыншин иң яҡшыһы тип танылды. Гүзәл заттар араһынан музей мөдире һәм пресс-үҙәк етәксеһе Ләйсән Fүмәрова иң шәбе булды. Күптәрҙе «Ни өсөн хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормалары ҡайтанан тергеҙелә?»,—тиҙәр күптәр. Был, тәү сиратта, беҙгә сәләмәт тормош алып барыуға булышлыҡ итәсәк. Һау-сәләмәт кешенең генә йәмғиәттә үҙ урынын табып, донъяға айыҡ ҡараш менән бағыуы билдәле,—тип яуап бирә был һорауға Фәнил Faбдрафиҡ улы.

 

Рәсүл Азаматов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap