Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Студент стипендияһы күпмегә етә?
Untitled document

Бөгөн студент стипендияһына машина алырға була тип әйтһәм,         ышаныр инегеҙме? Юҡтыр, моғайын. Сөнки студенттарҙы ярлы халыҡ булараҡ ҡабул итергә күнегеп бөткәнбеҙ. Һәр хәлдә шундай фекер йәшәй. Эйе, улар һәр бер һумды, тинде тиерлек өҙөп-тартып ай аҙағына тиклем еткерергә тырыша. Ләкин был барыһына ла ҡағылмай. Мәҫәлән, бөгөн Сибай институтының ҡайһы бер студенттарының айлыҡ стипендияһы 60 мең һумға барып етә.

Ошо көндәрҙә барлығы 34 студент юғары стипендияға лайыҡ булды. Сибай институты директоры, профессор Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов барыһын да ҡотлап, бындай стипендияға тик маҡсатлы, тырыш студенттар ғына лайыҡ икәнлеген билдәләне һәм уларҙы үҙ төркөмдәштәренә үрнәк булырға, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа өндәне.

Юғары стипендияға лайыҡ булыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр 6 ай дауамында—4 меңдән алып 12 мең һумға тиклем, ә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына  эйә булған студенттар ай һайын 16 меңдән 60 мең һумғаса аҡса аласаҡ. Күреүегеҙсә, уларҙың айлыҡ килеме эшләп йөрөүселәрҙең эш хаҡынан да күберәк. Тимәк, бөгөнгө студентты ярлы тип әйтеү яҙыҡ.

Ниндәй хеҙмәттәре өсөн студенттар бындай күләмдәге стипендия ала һуң?   Студенттың төп эше—уҡыу. Билдәле, һәр эшкә тейешенсә түләнергә тейеш. Эш хаҡыңдың, был осраҡта стипендияңдың юғары булыуын теләйһең икән, һин бар көсөңдө, тырышлығыңды шул хеҙмәткә йүнәлтергә бурыслыһың. Ошоларҙы аңлап ҡабул иткән йәштәр тик яҡшы билдәләргә өлгәшергә, уҡыу йортонда һәм өҫтәп уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға ынтыла. Шулай итеп, уларҙың портфолиоһы Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән тулылана. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, матбуғат биттәрендә сығыш яһайһың икән—был тағы ла һиңә өҫтәмә мәрәй килтерә.

Бына шундай һәләтле, ныҡышмал студенттар йыйылған ине әлеге сараға. Улар, уҡыу йортоноң етәкселегенән, уҡытыусыларҙан тәбрикләү һүҙҙәре ҡабул иткәндән һуң, белем усағының конферец-залында төрлө факультеттарҙа уҡып йөрөгән тиҫтерҙәре менән осрашып, үҙҙәре менән таныштырҙы, уңыштары менән уртаҡлашты.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булған технология факультетының 4 курс студенты Юлиә Мотаһарова уҡыу осоронда төрлө мәҙәни («Һаумыһығыҙ, был беҙ», «Физика аҙналығы» исемле стена гәзите конкурстарында, ҡала кимәлендә үткәрелгән черчение буйынса олимпиаданы ойоштороуҙа, II  Бөтә Рәсәй «Минең таланттарым» исемле дистанцион конкурста ҡатнаша), ғилми-ғәмәли сараларҙа («Фән аҙналығы-2013, Студенттарҙың ғилми-ғәмәли конференцияһы «Фән аҙналығы-2014», «Фән аҙналығы-2015») әүҙемлек күрһәтә. Бынан тыш Юлиә үҙ факультетының студенттар советының активисы булып тора. 2013 йылдан Сибай институтының художество советына ағза итеп алына. Технология факультетында Юлиәнең «Гамма» һәм «Иллюзион» исемле шәхси эштәр күргәҙмәһе лә ойошторолған.

Башҡортостан Республикаһы Башлы ғы стипендияһына Азалия Моталлапова, Әлфиә Бүләкҡолова, Әҙилә Ишмырҙина лайыҡ булды. Улар барыһы ла уҡыу отличниктары, институт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы студенттар.

Технология факультетының 4 курс студенты Нәжип Fәбитов юғары стипендияны икенсе тапҡыр алыу бәхетенә ирешкән. Тырыш егет Рәсәй, төбәк, ҡала кимәлендә төрлө ғилми мәҡәләләрен баҫтыра һәм бихисап маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Ошо уҡ факультетта белем алыусы Илгиз Иҫәнгилдин урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары араһында үткәрелгән шашка ярыштарында бер кемгә алдынғылыҡты бирмәгән, шулай уҡ баскетбол ярышында 3 тапҡыр чемпион исемен яулаған. Уҡыу яғынан да Илгиз һынатмай, тик «5» билдәләренә өлгәшә, һөҙөмтәлә ул ай һайын 9 мең стипендия алыу бәхетенә ирешкән.

Иҡтисад факультетының 4 курс студенты Алина Әминеваға, институт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн түләп уҡыуҙан бюджетҡа күсерелә һәм быйыл беренсе тапҡыр юғары стипендия алыуға өлгәшә. Ул «Сармат» бейеү ансамблендә, «Арҡайым» этно-фольклор төркөмөндә лә сығыш яһауы менән дә маҡтауға лайыҡ.

Педагогия факультетының 3 курс студенты Розалия Вәлиеваны күптәр сағыу, үҙенсәлекле бейеүе аша белә. Институттың барлыҡ эшмәкәрлегендә лә ҡатнаша. Мәҙәни, спорт, ғилми-ғәмәли конференциялар булһынмы—барыһына ла өлгөрә уңған ҡыҙ. Розалия хәҙер ай һайын 7 мең һум күләмендә стипендия аласаҡ.

 

Тырышҡан—ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөн маҡсатлылар, ныҡыштар һәм уңғандар заманы. Быны Сибай институты студенттары бик яҡшы аңлай һәм үҙҙәренә бирелгән мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ынтыла.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap