Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.11.2015
Туған тел—үҫеш нигеҙе
Untitled document

Күптән түгел Мәскәү ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм һөнәри оҫталығын арттырыу Академияһында Бөтә Рәсәй туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының оҫталыҡ дәрестәренең финалы үтте. Ул «Рәсәй халыҡтарының этномәҙәниәтен үҫтереү һәм милләттәр берҙәмлеген нығытыу» Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә ойошторолдо.

Конкурс ике этапта уҙҙы. Ситтән тороп ҡатнашыу турына Рәсәй Федерацияһының 43 субъектынан 182 ғариза килә. Бында конкурсанттарҙың «Минең методик эштәрем» темаһына яҙылған эссеһы һәм дәрестәрҙең методик эштәре баһаланды. Электрон һәм ҡағыҙ вариантта ҡатнашыусылар үҙҙәренең программаларын, тәрбиәүи эш материалдарын күрһәтте. Үҙәк тема булып тел һәм мәҙәниәттең диалогы  торҙо.

Был этапта еңеүсе 75 бәйгесе—40 финалист һәм 35 тыңлаусы—илебеҙҙең баш ҡалаһына киләһе турға саҡырылды. Финалға сығыусы ҡатнашыусылар баһалама ағзаларына үҙ дәрестәренең бер өлөшөн тәҡдим итте һәм уға методик аңлатма бирҙе, үҙҙәренең ғилми-методик тикшеренеү эштәренең стендын күрһәтте. Конкурсанттарҙың милли кейемдә булыуы был сараға тағы ла йәм өҫтәне.

Ситтән тороп әлеге конкурста ҡатнашып, финалға үтеүселәр араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың да булыуы ҡыуаныслы. Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Баязит ҡыҙы Насырова Башҡортос-тан намыҫын яҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Әйтергә кәрәк, уның уҡытыусыларға хас стилдә тегелгән кейемендә халҡыбыҙҙың милли костюмының һыҙаттары бик оҫта итеп бирелгән ине. Быны баһалама ағзалары иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.

Илүзә Баязит ҡыҙы әйтеүенсә, яңылыҡҡа ынтылырға, камиллашырға, үҙең белгәндәргә икенсе күҙлектән ҡарарға, сағыштырырға, тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ иткән сарала һәр сығыш яһаусы балаларҙы яратыуын һәм төплө белем бирә белеүен иҫбатлаған. Ә инде түңәрәк өҫтәл артында ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар бөгөнгө педагогика мәсьәләләренең, туған телде уҡытыу методикаһының көнүҙәк һорауҙарын уртаға һалып һөйләшә. Туған тел һәм әҙәбиәт дәресендә балаларҙы уҡытыуҙағы, үҫеп килгән йәш быуынға тәрбиә биреүҙәге проблемаларға туҡтала. Уҡытыусы-методистарҙың етешмәүе, туған тел буйынса китап һәм методик ҡулланмаларҙың әҙ кимәлдә булыуы борсоуға һала. Йәнә мәғариф хеҙмәткәрҙәре ике тел ҡушылыуы арҡаһында туған телдәрҙең жаргон, әҙәпһеҙ һүҙҙәр менән «ҡыйланыуы»н билдәләп үтә. Һөҙөмтәлә, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шундай һығымтаға килә: уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән туған телдең әһәмиәте хаҡында әңгәмә ойоштороу зарур. Бала иң тәү сиратта үҙ телен белергә бурыслы, шунһыҙ кеше шәхес булараҡ формалаша алмай, туған тел—халыҡтың мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүҙең төп нигеҙе. Ошоларҙан сығып, педагогтар үҙҙәренең эшендә үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы йүнәлештәр ҡулланырға һәм шул рәүешле балала туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятылырға тейеш тигән дөйөм фекергә килә.

 

Телмәр һәм фекерләү эшмәкәрлегенең нигеҙендә туған телдең булыуы мотлаҡ. Шуға өҫтәп кеше йәнә бер нисә телде белә икән, тимәк ул донъяның матурлығын һәм төрлөлөгөн яҡшы аңлаясаҡ. Нәҡ шундай алдынғы ҡарашлы, белемле быуын тәрбиәләү темаһы әлеге сараның төп маҡсаты булды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap