Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.11.2015
Мөхәббәткә кәртә юҡ
Untitled document

Пугачева һәм Киркоров, Пугачева һәм Галкин... Рәсәй эстрадаһы королеваһының әленән-әле үҙенә йәш тормош юлдаштары эҙләүенә күнеп тә бөттөк шикелле. Кемдер көлөп ҡарай, кемдер тәүбәгә килә, бәғзеләргә—барыбер. Ә бына ҡайһы берәүҙәр артта ҡалмаҫҡа тырыша. Ундайҙар башҡорт эстрадаһында ла бар ул. Тик улар сәхнәлә генә бергә һәм икенсе йыл рәттән «Мөхәббәткә кәртә юҡ» тигән исем аҫтында сығыш яһай.

Кемдәр хаҡында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр, моғайын. Эйе, яҡташтарыбыҙ Бибисара Азаматова һәм Рәил Өмөтбаев тураһында һөйләйбеҙ шул. Уҙған йыл, юғарыла әйтеүебеҙсә, улар «Мөхәббәткә кәртә юҡ» исемле концерт программаһы менән халыҡты шаҡ ҡатырғайны. Тамашаның атамаһына сәйерһенеп тә, көлөп тә баҡҡан тамашасылар йыр-моң кисәһенән дәрт-дарман алып таралышҡайны. Бибисара Азаматова, оло быуын кешеһе булараҡ, өлкән йәштәгеләр өсөн элек халыҡ араһында киң таралған йырҙарҙы башҡарһа, Рәил эстрада йырҙарына өҫтөнлөк бирҙе. Шулай итеп, уларҙың концерты ике быуын араһында моңло күпер булдырҙы.

Быйыл ошо тамашаның дауамын ҡарарға теләүселәр «Мөхәббәткә кәртә юҡ-2» концертына рәхим итһен. Әлбиттә, уҙған йыл программаһын күрмәй ҡалыусылар өсөн дә ул аңлайышлы буласаҡ. Шуға күрә бошоноу кәрәкмәй.

—Беҙ әлеге программа менән 13 ноябрҙә—Юлдыбайҙа, 14-е—Сибайҙа, 19-ы—Аҡъярҙа, 20-һе—Йылайырҙа, 22-һе Баймаҡта булабыҙ. Бибисара Азаматова һәм минән тыш, бында башҡа ижадташ дуҫтарыбыҙ сығыш яһаясаҡ. Сәхнәләштерелгән тамашалар ҙа ҡуйыла. Бөтә серҙе лә асып бөтмәйем, әммә концерт йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай буласаҡ. Килһәгеҙ үкенмәҫһегеҙ,—тип өндәшә үҙ тамашасыларына билдәле йәш йырсы, композитор, күп йырҙар авторы Рәил Өмөтбаев.

Әйткәндәй, Баймаҡ егете, Сибай кейәүе булған Рәилдең нәҡ сибайҙарға йүнәлтелгән әйтер һүҙҙәре лә бар. Ул: «Башҡа тараф тамашасыларынан сибайҙар мәҙәнилеге менән айырылып тора. Улар сәнғәттең, мәҙәниәттең, ижадтың тәмен, ҡәҙерен белә. Үкенескә күрә, моңдаштарҙы берләштергән филармония янып әрәм булды. Ләкин, бирешмәйек, рухты юғалтмайыҡ. Биналар янып, көл-күмергә ҡалһа ла, уның һөрөмө беҙҙең йөрәктәрҙе ҡапламаһын. Күңелебеҙ аҡ һәм саф булһын, йыр-моңдан өҙөлмәйек»,—ти һәм сибайҙарҙы Балалар ижады йортонда үтәсәк концертҡа саҡыра.

Рәилдең ихлас теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, тибеҙ.

 

Резеда Вәлиева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap