Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
23.11.2015
Эшем менән ҡәнәғәтмен
Untitled document

Гөлфирә Исхакова

Ҡалала уҙғарылған һәр төрлө сараларҙа мөләйемлеге һәм ҡулынан төшмәҫ микрофоны менән иғтибарҙы йәлеп иткән Луиза Базанованы йыш осратырға мөмкин. Эйе, ул Сибай телевидениеһы хәбәрсеһе. 21 ноябрь—Бөтә донъя телевидение көнө алдынан уның менән осрашып, уй-кисерештәре, фекере менән уртаҡлаштыҡ.

Луиза—Сибай ҡыҙы. Ул 6-сы мәктәпте тамамалғас, Сибай институтының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлегенә уҡырға инә. 2008 йылда ҡулына ҡыҙыл диплом ала. Тырыш, ныҡышмал, сос ҡыҙ шул йылда уҡ телевидениеға эшкә килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем хәбәрсе булараҡ уңышлы эшләй.

—Эшем менән ҡәнәғәтмен. Көн һайын эфирға яңылыҡтар программаһына төрлө темаларҙы яҡтыртҡан яҙмалар әҙерләйбеҙ. Унан тыш тапшырыуҙар ҙа эшләйбеҙ. Мәҫәлән, «Кеше яҙмыштары» тип исемләнгән тапшырыу күңелемә яҡын. Унда төрлө яҙмышлы кешеләр менән таныштырабыҙ, уларҙан фәһем дә, шул уҡ ваҡытта үрнәк тә алырға була. Fөмүмән, телевидениела эшләү—тормошҡа үҙенсәлекле бер күҙлектән сығып ҡарау мөмкинлеген бирә. Хәбәрселәргә ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға кәрәк. Шул саҡта ғына әңгәмәсе асыла, үҙ һүҙен, тос фекерен әйтә.

Беҙҙең коллектив ҙур түгел. Теге йәки был ваҡиғаны тамашасыға тулы һәм дөрөҫ итеп еткереү—төп бурысыбыҙ. Әлбиттә, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эш итәбеҙ. Беҙгә төрлө үтенестәр менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Һорауҙар ыңғай хәл ителә икән, тимәк, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән. Мәҫәлән, күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театрҙа ҡаланың үҙешмәкәр һәм профессиональ артистары менән берлектә мәрхәмәтлек концерты ойошторҙоҡ. Өс ауырыу балаға финанс ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бында, әлбиттә, Сибай халҡының да өлөшө бик ҙур. Залдың шығырым тулы булыуы уларҙың кеше яҙмышына битараф булмауҙарын күрһәтте.

Телевидениела хәбәрселәрҙән тыш, видео һәм эфир операторҙары, монтаж инженерҙары, мөхәррирҙәр, дикторҙар, водителдәр эшләй. Берҙәмбеҙ, татыубыҙ. Шунһыҙ дөйөм хеҙмәтебеҙ уңышлы бармаҫ ине. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, һәр эшкә ижади ҡараған тырыш һәм мәрхәмәтле коллегаларым булыуы ҡыуандыра,—ти Л.Мостафина-Базанова.

Әңгәмә һуңында Луиза «Атайсал» гәзитен уҡыусыларға үҙенең изге теләктәрен дә  еткерҙе. «Тормош ауырлыҡтарына һыр бирмәй, лайыҡлы ғүмер юлы үтәйек. Һәр көндөң, минуттың ҡәҙерен беләйек. Бәхет үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген онотмайыҡ»,—тине ул.

 

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Луизаны, уның коллегаларын, ғөмүмән, барлыҡ телевидение хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек һәм бәхет теләп, уларҙан киләсәктә лә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттәр, сағыу тапшырыуҙар көтәбеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap