Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Бар хеҙмәттәр бер урында
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Минең документтарым» дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәк эшләй башланы. Ошо уңайҙан хәйбуллаларҙы район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы эштәр идарасыһы Шәкир Дәүләтшин тәбрикләне.

—Район үҙәгендә ошондай үҙәк кәрәклеген күптән һөйләй инек. Кешеләр уңайлы шарттарҙа кәрәкле хеҙмәттәр менән ҡулланыр, оҙон сираттар, һәр ҡағыҙ артынан төрлө ойошмалар буйлап йүгереү артта ҡалыр тип ышанам. Бындай үҙәктең асылыуы райондың социаль һәм иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә,—тине  Шәкир Әйүп улы.

Аҡъяр ауылы Салауат Юлаев проспектының 31-се йортонда урынлашҡан «Минең документтарым» коммерциялы булмаған ойошманың төп маҡсаты— дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе ябайлаштырып күрһәтеү. «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләгән үҙәктең эшмәкәрлеге башҡарма власть органдарының төрлө хеҙмәттәрен бер ваҡытта һәм бер урында күрһәтеүе менән отошло. Йәғни, кеше бер мөрәжәғәт иткәндә бер нисә хеҙмәт менән ҡуллана ала. Аҡъяр күп функциялы үҙәгендә беренсе көндә үк халыҡҡа 185 төр хеҙмәт күрһәтелә башланы. Шулар араһында социаль пособиелар юллау, күсмәй торған милеккә хоҡуғыңды билдәләү, Рәсәй Федерацияһы гражданы, шулай уҡ сит ил паспорттарын алыу, һалым иҫәбенә тороу, эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәргә хеҙмәттәр күрһәтеү кеүектәре бихисап.

—Башланғыс этапта Аҡъяр Күп функциялы үҙәге беҙҙең ойошма ҡанаты аҫтында буласаҡ,—ти Сибай ҡалаһының ошондай уҡ үҙәк автономлы учреждениеһының территориаль филиал етәксеһе Роберт Исҡаҡов.—Үҙәкте асыуҙа, белгестәр әҙерләүҙә, йыһазландырыуҙа, кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур ярҙам күрһәттек. Урында бөтә мәсьәләләрҙе бүлек идарасыһы Амур Тимерйән улы Ҡоломбәтов хәл итәсәк. Хеҙмәттәрҙе бер урында күрһәтеү халыҡ өсөн бигерәк уңайлы. Әйтәйек, яңы тыуған балаға ИНН һәм СНИЛС-ты ошонда бер юлы юллап була. Быға тиклем береһенә һалым органына, икенсеһенә пенсия фондына мөрәжәғәт итәләр ине. Өс балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән ер участкаһын алыу өсөн ғариза ла яҙыу мөмкинселеге бар. Иң мөһиме элек Сибайҙа йәки Өфөлә генә тултырыла торған документтарҙы хәҙер урында еренә еткереп эшләтеп була. Тағы ла күп хеҙмәттәрҙең бушлай күрһәтелеүе лә халыҡ өсөн ҙур файҙа.

 

Әлегә Аҡъяр күп функциялы үҙәгендә халыҡты 4 белгес ҡабул итә. Яҡын арала ойошманы киңәйтеү күҙаллана. Йыл аҙағына тиклем төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып күсмә ҡабул итеү өсөн хеҙмәткәрҙәр алынасаҡ. Бүребай ауылында бер белгес урынлашырлыҡ стационар участка булдырылыуы ла ихтимал. Киләсәктә районда йәмғеһе 7 белгес эшләйсәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap