Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
30.11.2015
Ҡала менән танышты
Untitled document

Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Э.Р.Айытҡолова килеп китте. Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса Комитет рәйесе, Дөйөм Рәсәй Халыҡ Фронты үҙәк штабы ағзаһы, төбәк штабы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы ҡала Советының 50-се ултырышында, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Ҡала Советы ултырышында депутаттар 2015 йылдың 9 айына ҡала бюджетының үтәлеше хаҡында отчет тыңланы. Төрлө положениелар раҫланған сарала дүрт төп проект буйынса йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарыу билдәләнде.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе йыйылышының көн тәртибендә уҙған йылға, ревизия комиссияһының отчеттары тыңланды, сәйәси партия сафына яңы ағзалар алыу мәсьәләһе ҡаралды, декабрь айында баш ҡалала уҙасаҡ төбәк кәңәшмәһенә делегаттар һайланды.

Сараны ҡала хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Х.Х.Сөләймәнов алып барҙы. Рәйес белдереүенсә, партияның урындағы бүлексәһендә 1094 ағза теркәлгән, 598 кеше партия яҡлы. Ҡалала 25 беренсел ойошма булдырылған. Шул ойошмаларҙан йыйылышта йәмғеһе 51 делегат ҡатнашты.

—Уҙған йылға эшмәкәрлек ҡәнәғәтләнерлек. Ләкин тынысланырға ярамай. 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына, урындағы үҙидаралыҡҡа депутаттар һайлауҙар уҙасаҡ. Ошо мөһим сәйәси сараны тейешле кимәлдә ойошторорға тейешбеҙ,—тине Хәлит Хәмзә улы, ҡайһы бер эштәргә айырым туҡталып.—Урында партия ағзаларының һаны аҙ булыуы насар. Уның яҡлы булғандарҙың да һаны ҡәнәғәтләндермәй. Ағза иғәнәләрен йыйыу ҙа һүлпән бара. «Берҙәм Рәсәй» гәзитенә яҙылыу бөтөнләй хөрт. Йыл аҙағына тиклем был мәсьәләләр өҫтөндә етди эшләргә саҡырам. Партия менән шаярырға ярамай. «Берҙәм Рәсәй» партияһы—ул власть партияһы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновты 2015 йыл йомғаҡтары буйынса рейтингта беренсе урында тороуы менән ҡотланы. Артабан республикала депутаттар корпусы йәшәреүенә, йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарыу мөһимлегенә, дәүләт ярҙамдары—гранттарға туҡталып китте. Шулай уҡ һуңғы осорҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының популярлаша барыуын, рейтингы артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала партия ойошторған «Аныҡ эштәр» проекты уңышлы килеп сығыуын билдәләне.

Эш сәфәре дауамында Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Был көндө уға Төйәләҫ ҡасабаһынан Ф.Ф.Бикбаев юл һорап мөрәжәғәт итте. Байыҡтырыусылар ҡасабаһы биләмәһе рәйесе Е.А.Зорина «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә ҡасабаға тротуар һалыуҙарын үтенде. Алтындан Р.Ф.Иҫәнбаев: «Беҙҙә балалар баҡсаһы бар, мәктәп кәрәк»,—тип белдерҙе. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр менән килешмәгән бер нисә кеше көн һайын үҫкән тарифтарға бәйле һорауҙар күтәрҙе.

Эльвира Ринат ҡыҙы ҡаланың бер нисә социаль әһәмиәтле объекттарында ла булды. Депутат ҡаланың 9-сы лицейының «Лего» роботтар конструкциялары, инновацион майҙансыҡтар менән танышты. Был белем усағында 1 меңдән ашыу уҡыусының 600-ө икенсе сменала шөғөлләнә. Шуға күрә лицей етәкселеге бинаға башланғыс мәктәп төкөтөү хаҡында хыяллана. Әлбиттә, «Горняк» командаһының бик күп хоккейсылары белем алған лицей биләмәләре бағыусылар, шефтар ярҙамы менән тәртипкә килтерелгән. Шулай ҙа майҙандың бәләкәй булыуы белем биреү процесына, инновацион эшмәкәрлеккә йоғонто яһамай ҡалмай.

Эльвира Ринат ҡыҙы 250 урынға иҫәпләнгән яңы Балалар художество мәктәбен дә оҡшатты. «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә бүленгән аҡсаға Сармат ҡасабаһы аша һалынған тротуарҙан да ғорур атлап үтте.

Сәфәре һуңында матбуғат вәкилдәре биргән һорауҙарға ихлас яуап бирҙе:

—Был сәфәрем бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡалала үҫеш бар. Республикабыҙ Башлығы балаларҙы, үҫмерҙәрҙе техник фекерләргә өйрәтергә, техникаға яҡынайтырға өндәй. Уның һүҙҙәрен сибайҙар элеп алып, 9-сы лицейҙа ошо тәңгәлдә эш йәйелдереп ебәреүҙәре маҡтауға лайыҡ. Балалар художество мәктәбе  проекты өҫтөндә күптән түгел генә эшләп ултырыу хәтеремдә. Бөгөн килеп ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөһабәт бина ҡалҡып сығыуға бик шатмын. Ҡалала спорт үҫешә. Хоккей йылдан-йыл популярлаша бара. Йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын бына ҡайҙа йүнәлтергә кәрәк. Юғиһә, беҙҙең республиканан да ИГИЛ ойошмаһына финанс ярҙамы күрһәтеп ятыусылар бар. Үҙ теләктәре менән улар сафын тулыландырыусы яҡташтарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Уяу булайыҡ, балаларыбыҙ, йәштәребеҙ ҡырын юл һайламаһын.

 

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap