Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
30.11.2015
Судҡа ышаныс арта
Untitled document

Римма ЮНЫСОВА

—Байрамығыҙҙы ниндәй кәйефтә ҡаршы алаһығыҙ?

—Кәйеф байрамса. Ҡунаҡтарҙы—мәртәбәле, хөрмәтле кешеләрҙе көтәбеҙ.  Айырыуса оҙаҡ йылдар ғәҙел хөкөм һағында эшләгән ветерандарыбыҙҙы ихтирам менән ҡаршы алырға йыйынабыҙ. Әлеге хеҙмәткәрҙәрҙең уңыштарын барлап баһалаясаҡбыҙ. Беҙҙең коллектив—республикала иң йәше, шулай уҡ берҙәм, тотороҡло, эш һөйөүсән, хеҙмәттә сыныҡҡан булараҡ абруйлы. Хеҙмәткәрҙәргә шәфҡәтлелек хас, үҙ-ара ла мәрхәмәтлек һаҡлайҙар, граждандарға ла яҡшы мөнәсәбәттәләр. 2014 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса беҙ Башҡортостан Республикаһы Юғары суд Президиумының Почет грамотаһына лайыҡ  булғайныҡ. Уҙған йыл эш производствоһы һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Светлана Ивановна Акулина «Рәсәй Федерацияһы суд системаһының почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул 24 йылдан ашыу эш стажына эйә. Отставкалағы судьяларҙы, әлеге көндә контракт буйынса үҙ эштәрен дауам итеүселәрҙе лә телгә алмай булмай. Азамат Миңлебай улы Юлмөхәмәтов, Зөһрә Fәзиз ҡыҙы Заманова тәжрибәле, грамоталы белгес булараҡ беҙгә һәр саҡ терәк булып тора. Шулай уҡ йәштәребеҙ ҙә үҙҙәрен өмөтлө судья итеп күрһәтеүгә өлгәште. Мәҫәлән, Лилиә Хәмитйән ҡыҙы Суфьянова һәм Гөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Вәхитова. Суд аппараты хеҙмәткәрҙәре иңенә лә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Улар араһынан айырып суд рәйесе ярҙамсыһы Гүзәл Фәрит ҡыҙы Нафиҡованы, судья ярҙамсылары Азамат Сәғәҙәт улы Хунафинды, Лилиә Хажинур ҡыҙы Кәлимуллинаны, суд сәркәтибе Елена Сергеевна Юнысованы, суд ултырышы сәркәтибе Юлиә Рәфҡәт ҡыҙы Ибраһимованы, Алһыу Азамат ҡыҙы Көмөшҡолованы билдәләп үтер инем. Улар төп эштәре менән генә булышып ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлек күрһәтә. Киләһе йыл йәнә ике    судьяның тәғәйенләнешен көтәбеҙ.

—Элекке коллегаларығыҙ һеҙҙең ниндәй ҡаҙаныштарығыҙҙы күреп ғорурланыр икән?

—Финанслау яҡшырҙы. Шул сәбәпле суд бинаһына капиталь ремонт эшләүгә өлгәштек. Канцтауарҙар, компьютерҙар менән проблема юҡ. Әйткәндәй, компьютерҙар даими рәүештә яңыртыла. Иң иҫкеһенә 2-3 йыл барҙыр. Суд системаһы оҙаҡ йылдар «йәшертен» булды, хәҙер ул киң мәғлүмәт саралары өсөн асыҡ. Сибай ҡала судының рәсми сайты уңышлы эшләй. Ул беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе генә күрһәтеп ҡалмай, ә ғәҙел хөкөмдөң асыҡлығы хаҡында һөйләй, конституция принциптарын тормошҡа ашыра. 2014 йылда сайт һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең суд Бөтә Рәсәй рейтингында беренсе урын алды. Йәнә оҙаҡ ваҡыт ҡаралған эштәрҙең һанын кәметеүгә, эш сифатын күтәреүгә ирештек.

—Уҙған йылдар менән сағыштырғанда көсөргәнеш һиҙеләме?

—Һүҙһеҙ. Был граждандарҙың судҡа ышанысының—төп күрһәткесе. Енәйәт эштәренең һаны кәмей, гражданлыҡ эштәре иҫәбе арта. Халыҡ үҙ конфликтын хоҡуҡи яланда хәл итергә өйрәнде. Беҙҙең эшкә талап та күтәрелде, үтәлеш ваҡыты һәм эш сифаты буйынса контроль булдырылды. Хеҙмәт категорияһы ла ҡатмарлашты.

—Яңғырашы, иҫәбе буйынса быйыл айырылып торған эш тә барҙыр?

—Гражданлыҡ хәле буйынса эш артты, айырыуса кредит түләмәүселәр күбәйҙе. Кешеләр эшен юғалтты, түләү саралары юҡ, һөҙөмтәлә—банкыларҙан күләмле мөрәжәғәттәр килә. «Яңғырашлы» енәйәт эшенә ике педофилды хөкөм итеүебеҙҙе әйтер инем. Улар иркенән мәхрүм ителде. Шулай уҡ беҙҙең суд ҡарары менән Сибайҙа йәшәүсегә енәйәт эше асылды. Ул ИГИЛ-дағы террорҙы ойоштороуҙы финанслаған. Иркенән мәхрүм ителде. Ә урлауҙарға, кеше талауҙарға бәйле хәлдәрҙе әйтеп тораһы ла түгел.

—Коллектив алдына ниндәй бурыс ҡуяһығыҙ?

—Иң тәү маҡсат—енәйәт эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп ҡарау. Граждандарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртырға, хоҡуғын боҙмаҫҡа.

—Юбилей сиктәрендә күптәр һеҙҙең «йәшертен» талантығыҙҙы ла күрерме?

—Эйе, әлбиттә. Миҫал өсөн әйтәм: мировой судья Тимур Буранҡаев менән гитара уйнап йырлаясаҡбыҙ, сәркәтиптәр дуэт башҡарасаҡ.

—Йәмәғәт тормошона ваҡыт ҡаламы?

—Табабыҙ! Эшкә генә йомолоп йәшәп булмай. Республика судьялары советы йыл һайын «Фемида таланттары» исемле конкурс, шахмат, бильярд, футбол буйынса ярыштар үткәрә. Был ял да, аралашыу ҙа бирә, шәхесте үҫтереүгә лә ярҙам итә. Унан тыш, Урал аръяғы төбәгендә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада ойошторола. Әйтергә кәрәк, беҙҙең Азамат Миңлебай улы Юлмөхәмәтов шәп футболсы. Волейбол ярышында Лилиә Хәмитйән ҡыҙы Суфьянова үҙен иң яҡшы уйынсы итеп күрһәтеүгә өлгәште. Суд администраторы Салауат Айрат улы Муллахмәтов иң мәргән уҡсы.

—Коллективҡа теләктәрегеҙ?

 

—Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, сабырлыҡ—көсөргәнешле эштә иң кәрәклеләре. Дәүләт кимәлендә суд аппараты эше лайыҡлы баһаланыр тип өмөт итәм. Ветерандарыбыҙға ла, хеҙмәткәрҙәргә лә оло ихтирам менән ҡарайым. Юбилей менән!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap