Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.12.2015
Тест үҙәге эшләй башланы
Untitled document

Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек» нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге эшләй башланы. Ҡалабыҙҙың Пионерҙар урамы, 19/1 адресында урынлашҡан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән үҙәк республикала был юҫыҡта асылған икенсе ойошма.

Махсус үҙәк эшмәкәрлегенә тантаналы рәүештә старт бирелде. Уны асыу сараһында биатлон буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Рәсәй хәрби-спорт фондының башҡарма директоры Виктор Макин, бобслей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырыу буйынса Башҡортостандағы илсеһе Алексей Селиверстов, ҡаланың спорт ойошмалары вәкилдәре, спорт берекмәләре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Тәбрикләү һүҙен ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов әйтте.

—Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырыу буйынса тест үҙәге—яңы һәм мөһим социаль, белем биреү объекты. Уның маҡсаты булып халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тора,—тине Айнур Фазлетдин улы.

Артабан Павел Мөслимов һүҙ алып, ГТО комплексы нормаларын тергеҙеүҙең мөһимлеген билдәләне. Уның һүҙҙәрен башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡеүәтләне.

Сарала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек» нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәгенең судьялары билдәләнде. Улар иҫәбенә Балалар спорт-үҫмерҙәр мәктәбенең, ҡала белем биреү усаҡтарының спорт комплексы нормаларын ҡабул итеү буйынса теоретик белемле һәм практик яҡтан ныҡлы әҙерлекле тренерҙар һәм уҡытыусылар инде. Баш судья итеп Балалар спорт-үҫмерҙәр мәктәбе директорының уҡыу буйынса урынбаҫары Фәниә Кәримова тәғәйенләнде.

Был көндө шулай уҡ ҡала хакимиәтендә Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең физик культура һәм спорт комитеттары рәйестәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә уҙҙы. Унда ГТО нормалары буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшкәндән һуң, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға киләсәктә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек комплексы нормаларын тапшырыу барышында йәлеп ителәсәк объекттарҙың һәм уҡыу йорттарының спорт майҙансыҡтары күрһәтелде. Абруйлы ҡунаҡтар ҡалала был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләне.

Ҡалабыҙҙың ГТО комплексы нормаларын тапшырыу үҙәгендә беренсе булып мәктәп уҡыусылары һынау тотасаҡ. Улар тест режимында күтәрелеү, отжимание, оҙонлоҡҡа һикереү буйынса норматив тапшырасаҡ. Бындай һынауҙар үтеү айырыуса 9 һәм 11 класс уҡыусылары өсөн бик мөһим. Сөнки ГТО значогы уҡыу йорттарына ингәндә дәүләт имтихандарына 10 балл өҫтәй. Киләсәктә был үҙәктә һәр теләгән кеше үҙ мөмкинселектәрен тикшереп ҡарай аласаҡ.

ГТО комплексын тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн ГТО интернет-порталының www.gto.ru автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына теркәлергә һәм шәхсән һан алырға кәрәк.

Тест үткәреү ике форма буйынса ҡышҡы һәм йәйге төргә бүленеп уҙғарыла. ГТО комплексын тапшырыу 3 кимәлгә бүленә һәм уның нормаларын үтәүселәргә көмөш, бронза, алтын значоктар биреләсәк.

 

Ирина Оренбуркина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap