Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Моделле, тимәк өлгөлө
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Хәйбулла районында бишенсе китапхана моделле исемен йөрөтә башланы. Быға тиклем Аҡъяр, Бүребай, Әбүбәкир, Мәмбәт ауылдарының белем үҙәктәре генә өлгөлө исемен йөрөтһә, әлеге көндә уларға Степной китапханаһы ҡушылды.

Аҡъяр ауыл советына ҡараған Степной ауылында избачитальня 1955 йылда барлыҡҡа килә. Йылдар дауамында ул ныҡлы үҫешә бара. Хәҙерге мәлдә 60 йыллыҡ тарихы булған ауыл биҙәге район китапханалар системаһында лайыҡлы урын биләй. 2015 йылда китаптар һаҡланған бинаға капиталь ремонт яһала, заманса йыһазландырыла, ғөмүмән, ул яңы юҫыҡта эш башлай. Асыҡ мәғлүмәт һәм мәҙәни ял итеү үҙәге булған моделле китапханаға килгән һәр кеше нәфис әҙәбиәт менән генә түгел, компьютер менән дә иркен ҡуллана ала. Интернет селтәренә инеп үҙеңә кәрәкле материал алғандан һуң, уны китаптағы менән  тулыландырыу мөмкинселеге бар. Бынан тыш, хеҙмәтләндереү сервисы ла халыҡ өсөн бик уңай. Документтарҙың күсермәләрен сисеү, принтер аша үткәреү, электрон почтаға хат ебәрергә кәрәк икән—китапханаға мөрәжәғәт ит.

—Бөгөн һеҙҙә байрам. Иң мөһиме, булдырылған уңайлыҡтарҙы, мөмкинселектәрҙе дөрөҫ файҙаланығыҙ. Китаптар уҡығыҙ, белемегеҙҙе байытығыҙ,—тине степнойҙарҙы моделле китапхана асылыу менән тәбрикләп Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина.

Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Л.Р.Мәмбәтова ла Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.

Аҡъяр ауыл советы рәйесе Э.Ә.Буранбаев иһә мәғлүмәт үҙәгенә өҫтәп, яңы йыл алдынан капиталь ремонт яһалған мәҙәниәт йорто рәсми рәүештә эшләй башлаясағын белдерҙе. Үҙәкләштерелгән район китапханалар системаһы директоры А.Сынбулатова ла Әҙәбиәт йылы сиктәрендә төбәктә ҙур эштәр атҡарылыуын билдәләп үтте. Аксана Хәлим ҡыҙы, моделле китапхана формаһы буйынса ғына түгел, йөкмәткеһе менән дә өлгөлө булырға тейеш, тип белдерҙе.

 

Степной ауылының моделле китапханаһы мөдире Әҡлимә Лунева етәкселәрҙең сығышын тыңлағандан һуң тырышып эшләйәсәктәрен белдерҙе һәм яңыртылған бина буйлап экскурсия ойошторҙо. Әлеге көндә китап фонды 13471 экземпляр тәшкил итә, төрлө энциклопедия, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары етерлек. Өлкәндәр, балалар өсөн дә матбуғат баҫмалары алдырыла. Китапхана янында шулай уҡ фольклор түңәрәге һәм «Шишмәләр» балалар клубы эшләп килә. Әҙәби кисәләр, мәғлүмәт көндәре, әңгәмәләр, күҙәтеүҙәр һәм башҡа күмәк саралар уҙғарылған китапхана ысын мәғәнәһендә ауылдың күрке. Бындай үҙәк өлгөлө булырға хаҡлы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap