Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.12.2015
Дәрт тә, көс тә бар.
Untitled document

«Сибай ҡала филармонияһының бинаһы ғына янды, әммә беҙ имен һәм киләсәктә үҙебеҙҙең нимәгә һәләтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ әле. Сәнғәт янмай, коллегалар!»—тип яҙғайны «Бәйләнештә» селтәренең диуарында Башҡортостандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәйев. Көтмәгәндә ҡапҡан ут, ысынлап та, сәнғәт ҡомартҡыһы булған Сибай концерт-театраль берекмәһе (филармония) бинаһын сафтан сығарҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ижади коллектив үҙенең 22-се миҙгелен Сибай башҡорт дәүләт драма театрында уңышлы асып ебәрҙе. Бөгөн артистар эшмәкәрлектәрен элекке БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы бинаһында дауам итә. Коллективтың етәксеһе лә алмашынды. 2015 йылдың 28 октябренән Сибай филармонияһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миннеғәле улы Ҡотошев етәкләй. Был исем сибайҙарға яҡшы таныш. Шуға күрә яңы директор менән ҡорған әңгәмәне үҙе менән таныштырыуҙан түгел, ә ҡайһы тарафтарҙа йөрөп, ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеп ҡайтыуынан башланыҡ.

—Айбулат Миннеғәле улы, бынан 3 йыл йыл Сибай башҡорт дәүләт театры тамашасыһы һеҙҙе ҡапыл юғалтты. Кешене эсәр һыу, ризыҡ йөрөтә тиҙәр бит, ҡайһы яҡтарҙа эшләп килдегеҙ?

—Эйе, уҙған быуат аҙаҡтарында Өфө сәнғәт академияһы Сибай театры өсөн әҙерләгән махсус төркөмдә белем алыуым таусылар төйәгенә илтте. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында 15 йылдан ашыу актер булып эшләнем. Заманында Ишембайҙан йүнәлтмә буйынса Белорет районына балалар уҡытырға барған атайым әсәйемдең тыуған ауылы Мөхәмәт ауылында төпләнергә ҡарар иткән. Шуға ла минең сығышым Белорет яҡтарына барып тоташа. Бер шулай атайымдың тыуған яҡтарына гастролгә сыҡҡанда Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайына директор булып килергә саҡырҙылар. Был юҫыҡта көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Бер йылдан иһә Ишембай ҡалаһы һәм районының мәҙәниәт бүлегенә начальник итеп үрләттеләр. Әйтергә кәрәк, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалдым. Ишембай Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәни башҡалаһы конкурсында өсөнсө урын яуланы. Мин барғанда ҡала-райондың 16 ансамбле халыҡ, өлгөлө исемдәрен йөрөтә ине, өс йыл эсендә уларҙың һаны 25-кә етте.

—Күреүебеҙсә, уңышлы ғына эшләп йөрөгәнһегеҙ, янған филармонияға етәксе булып килергә нисек йөрьәт иттегеҙ?

—Бындай тәҡдим булғас та: «Мин эшләмәһәм, кем эшләр?» —тигән принципҡа таяндым. Сибай ят ҡала түгел, бында мин актер булараҡ танылдым, филармония коллективы ла миңә яҡшы таныш. Әйтергә кәрәк, коллектив мине йылы ҡабул итте. Йөҙөп йөрөп ижад итергә дәрт тә, көс тә бар. Етмәһә, Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибай филармонияһын яҡын арала терегеҙеү маҡсатын ҡуйҙы. Күмәк көс менән мәҙәниәт ҡомартҡыһын яңыртасағыбыҙға ышанам.

—Ҡасан үҙ сәхнәгеҙгә ҡайтырға иҫәп тотаһығыҙ?

—Үрҙә әйтеүемсә, Рөстәм Зәки улы филармонияны яңыртып төҙөүгә 2 йыл ваҡыт бирһә, мәҙәниәт министры 3 йыл эсендә беҙҙе үҙ ҡыйығыбыҙ аҫтында күрергә теләй. Төҙөлөштө оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки 2020 йылда Башҡортостандың башҡалаһы Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Ошо абруйлы сарала Сибай концерт-театраль берекмәһе коллективы ныҡлы аяғында быҫып торған, үҙенең бинаһы булған, атаҡлы артистар булараҡ сығыш яһарға тейеш.

—Урында мәҙәни тормошто бина ғына билдәләмәй бит әле. Артистар тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?

—Әлбиттә, төп терәгебеҙ—артистар. Сибай концерт-театраль берекмәһе коллективы ҡаланың барлыҡ мәҙәни, сәнғәт  саралары эсендә ҡайнай. Шулай ҙа ижади коллективты көсәйтеү зарур. «Сибай» бейеү ансамбле бейеүселәренең 70-80 проценты пенсия йәшенә яҡынлаша. Бейеүсенең сәхнәләге ғүмере ҡыҫҡа шул, яңы балет артистары кәрәк. Был миҙгелдә яңы йырсы Алмаз Хөсәйенов сәхнәгә сыҡты. Быға тиклем ул һәүәҫкәр генә булараҡ билдәле булһа, хәҙер профессиональ кимәлдә сығыш яһай. Филармония вокалистары—Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, популяр йырсылар Fаяз Fәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлия Нурлы яратҡан тамашасыларын ижадтары менән ҡыуандырыуҙарын дауам итә. «Сибай» бейеү ансамбле, «Сулпан» балалар театры артистары ла күптән ҡала халҡының һөйөүен яулап өлгөргән.

—Тағы күсенеүгә ишле ғаиләгеҙ нисек ҡараны?

—Сибайға тигәс балалар шунда уҡ риза булды, етмәһә ҡалалағы фатирыбыҙҙы һатмағайныҡ. Бынан 3 бала менән күсенгәйнек. Аллаға шөкөр, Ишембайҙан тағы артып ҡайттыҡ. Шул ике йәш ярымлыҡ Айгүзәлгә генә Сибай ятыраҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Айзилә БДУ-ның физика-техник факультетында уҡый. Улыбыҙ Динислам 7 класта белем ала. Аҡйондоҙ менән Айгүзәл «Әкиәт» балалар баҡсаһына йөрөй башланы.

—Яңы йылды ниндәй уңыштар, өмөттәр менән ҡаршы алаһығыҙ?

—Ҡала, республика тамашасыларына беҙ Сибай филармонияһы, «Сулпан» балалар театры эшләүен иҫбат итергә тейешбеҙ. Сер түгел, Сибай концерт-театраль берекмәһе башҡорт төбәгендә милли мәҙәниәтте башҡаларға таратыусы иң көслө учреждениеларҙың береһе. Урал аръяғының, Сибайҙың сәнғәте башҡа тарафтарҙыҡынан айырылып тороуын да һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Шуға ла мин бында эшләргә ҡуш ҡуллап ризалаштым. Концерттар, спекталдәр ҡуйыу буйынса дәүләт йөкләмәһен үтәү өсөн тырышабыҙ.

Ошо көндәрҙә филармония артистары Ырымбур яҡтарынан, «Сулпан» балалар театры труппалары Мәсетле, Салауат райондарынан гастролдән ҡайтты. Декабрь айында ҡалалаштарға «Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки операция Б» музыкаль комедияһын ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ.

Киләсәктә иһә йырсыларға костюмдар тектереү, бейеүселәргә итектәр яңыртыу мотлаҡ. Музыкаль йәһәттән алға китеш өсөн аппаратура һатып алырға кәрәк. Ҡалала ғына түгел, эргә-тирәләге райондарға сығып балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн Яңы йыл иртәлектәре, кисәләр уҙғарырға иҫәп тотабыҙ.

Яңы йылдан тик яҡшы үҙгәрештәр, именлек һәм тыныслыҡ көтәбеҙ.

—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, ижади ҡомар һәм яңы үрҙәр  теләйбеҙ!

 

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap