Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
21.12.2015
Энергетиктарҙы икеләтә байрам көтә
Untitled document

Йыл аҙағында республика энергетиктарын икеләтә байрам көтә. Был тынғыһыҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта бик кәрәкле лә өлкәлә хеҙмәт итеүселәр 22 декабрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй һәм яңы 2016 йылды ҡаршыларға йыйына. «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай электр селтәрҙәре производство бүлеге директоры В.А.Апет менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ энергетиктарҙың эшмәкәрлеге, йәшәйеше, уларҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында барҙы.

—Виталий Александрович, ағымдағы йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамларға ниәтләйһегеҙ? Сибай ҡалаһында һәм һеҙҙең ҡарамаҡта булған Урал аръяғы райондарында атҡарған эштәрегеҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине?

—Беҙҙең өсөн ябай йылдар булғаны юҡ. Һәр ваҡыт үҙебеҙгә юғары талаптар ҡуйып йәшәйбеҙ һәм уларҙы тулыһынса үтәйбеҙ. Әле капиталь һәм ғәҙәти ремонт эштәре тамаланыуға бара. Баш предприятиебыҙ булған «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенең ҡарарҙарын, беҙҙең алға ҡуйылған бурыстарын еренә еткереп атҡарырға тырышабыҙ. Был ҡеүәтле предприятиеның республика буйынса 10 производство бүлектәре бар. «Сибай электр селтәрҙәре» предприятиеһы Сибай, Баймаҡ ҡалаларын, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарын хеҙмәтләндерә. Ҡыҫҡаһы, беҙ бөтә Урал аръяғын электр менән тәьмин итәбеҙ. Ағымдағы йылда башҡарған әһәмиәтле эштәргә килгәндә, Сибай ҡалаһының Төнъяҡ ҡасабаһын электрлаштырыу эшен тамамланыҡ. Урамдарға электр линиялары һуҙҙыҡ, трансформатор урынлаштырҙыҡ. Әле ҡулланыусыларҙың заявкалары буйынса шәхси йорттарға электр үткәреү эштәре дауам итә. Баймаҡ ҡалаһының Төнъяҡ ҡасабаһында 4 трансформатор станциялары ҡуйылды. Аҡъяр ауылының төнъяҡ-көнсығыш биҫтәһендә электр бүлеү пункты, 2 ярҙамсы станция урынлаштырҙыҡ. Киләһе йылда ҡулланыусыларҙың заявкаларына ярашлы шәхси йорттарға электр үткәрәсәкбеҙ. Бынан тыш, таусылар ҡалаһының 60 йыллығын һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү айҡанлы төҙөкләндереү эштәре алып барҙыҡ. Башҡортостандың ирекле рәүештә Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йыллығы уңайынан ҡаланың Көнсығыш биҫтәһенә ҡуйылған стеланы ремонтланыҡ, үҙебеҙҙең производство бүлектәр биләмәһенә лә ике стела урынлаштырҙыҡ. Үҙәк майҙанда төҙөлгән сауҙа-күргәҙмә комплексын электр селтәренә тоташтырҙыҡ. Таусылар проспекты, 31 адресы буйынса урынлашҡан абонент бүлегенә капиталь ремонт үткәрҙек. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә.

—Илебеҙ өсөн быйылғы йыл еңелдән булманы. Көрсөккә бәйле барлыҡ предприятие һәм учреждениеларҙа оптималләштереү, ҡыҫҡартыу процедуралары бара. Был йәһәттән һеҙҙә эштәр нисек?

—Беҙҙә хәлдәр тотороҡло һаҡлана. Эш урындарын ҡыҫҡартырға йыйынмайбыҙ. Киреһенсә, ҡайһы бер производство бүлектәренә яңы эшселәр алдыҡ. Быйылғы йылда бер аҙға булһа ла эш хаҡын арттырыуға өлгәштек. Ул ике этапта үтте: 1 апрелдән—эшселәрҙең, ә 1 июлдән етәкселәрҙең эш хаҡы өҫтәлде.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йыл һайын республикалағы бүлектәр буйлап күсмә кәңәшмәләр ойоштороп тора. Унда беҙ башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар тураһында фекер алышабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. 2014 йылдың 6 июнендә ошондай киңәйтелгән ултырыш Сибай ҡалаһында ла булып үтте.

Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: һуңғы йылдарҙа беҙҙең предприятие яңы техника менән тулыланды. 2014 йылда 25 тонналыҡ автокран, бөтә уңайлыҡтары булған вахта машинаһы һәм электролаборатория автомобилен алып ҡыуандыҡ. Быйыл бер автовышка машинаһы бирҙеләр. Иҫке техникаға запас частар һатып алып, ремонтлау өсөн бик күп сығымдар талап ителә. Шуға күрә, автопаркты планға ярашлы яңыртыу күпкә отошлораҡ.

—Предприятиеның ҡаҙанышы туранан-тура уның коллективына, эшселәренә бәйле. Һеҙҙә эшләгән династиялар, хеҙмәт алдынғылары менән таныштырып үтһәгеҙ ине?

—Эйе, беҙҙә лә производство алдынғылары күп. Мәҫәлән, производство-техник бүлеге начальнигы Е.Н.Хлебак студент сағынан алып беҙҙә эшләй, тиһәм дә хата булмаҫ. Быйыл ул үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләне. План бүлеге начальнигы Л.П.Хәлиуллина ла оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Мин эшемдә үҙемдең урынбаҫарҙарым В.Н.Понамарев һәм В.А.  Миллерға таянам. Шуныһы һөйөнөслө: йыш ҡына элекке хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балалары ата-әсәһенең урынына алмаш булып килә. Бер ғаиләнән 2-3 кеше эшләгән династиялар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, минең әсәйем Татьяна Георгиевна ла ошо предприятиеға 35 йыл ғүмерен биргән кеше. Ул контроль-үлсәү приборҙары бүлегендә слесарь булып эшләне. Мин үҙем Сибай тау-байыҡтырыу техникумында белем алған саҡта әсәйем эргәһендә практика үттем. 1998 йылда әрменән ҡайтҡас туп-тура Сибай электр селтәрҙәре предприятиеһына эшкә төштөм. 3-сө разрядлы электриктан, производство-техник бүлеге мастерына тиклем үҫтем. Артабан баш инженер булып эшләнем һәм 2012 йылдан предприятиеның директоры вазифаһын етәкләйем. Шуға күрә, беҙ үҙебеҙҙең  коллективҡа әле эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәрҙең балаларын ҡуш ҡуллап алырға тырышабыҙ. Сөнки беләбеҙ, улар бер ваҡытта ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәк, ышанысыбыҙҙы аҡлаясаҡ.

Предприятиела спорт тормошона, эшселәрҙең һәм балаларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Быйыл ҡала предприятиелары араһында футбол буйынса уҙғарылған ярыштарҙа беҙҙең команда 1-се урын яуланы. Ҡалала уҙғарылған төрлө спорт ярыштарында даими ҡатнашып торабыҙ. Йыл һайын алдынғы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн республика һәм сит ил курорттарына юлламалар бирәбеҙ. Быйыл 4 ғаилә Төркиә һәм Мысырҙа ял итеп ҡайтты. «Дауалау» программаһына ярашлы эшселәр бушлай тештәрен һәм күҙҙәрен дауалау хоҡуғына эйә. Киләсәктә дөйөм һаулыҡтарына диагностика үткәреү күҙаллана. Йыл һайын балаларҙы йәйге лагерҙарға ебәрәбеҙ. Быйыл улар «Граф күле» ял йортона барҙы. Киләһе йылда Талҡаҫ буйындағы «Орленок» лагерына ебәрергә ниәтләйбеҙ.

—Виталий Александрович, Яңы йыл байрамы алдынан, 22 декабрҙә энергетиктар һөнәри байрамдарын билдәләй. Һеҙ ниндәй кәйеф һәм уй-ниәттәр менән 2016 йылды ҡаршыларға йыйынаһығыҙ?

—Яңы йыл беҙҙең өсөн ул ғаилә байрамы. Беҙ был байрамды кәләшем Роза Рафаэль ҡыҙы, улдарыбыҙ Максим һәм Дима менән менән ҡаршылаясаҡбыҙ. Өҫтәлебеҙҙә һәр ваҡыттағыса рус һәм башҡорт милли аштары, ризыҡтары урын аласаҡ.

Ә һөнәри байрамға килгәндә, беҙ бөтә коллектив менән 22 декабрҙә Сибай драма театры бинаһында үтәсәк тантанаға  барасаҡбыҙ. Унда Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы саҡырғанбыҙ. Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт энергетиктарға үҙенсәлекле бүләк булыр, тип ышанам.

Барыһын да етеп килгән Энергетик көнө һәм Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләйем.

—Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Тормошоғоҙ—яйлы, эштәрегеҙ һәр ваҡыт уң булһын.

 

Альбина Ҡоҙашева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap