Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
11.01.2016
Байрамдары мәртәбәле булды
Untitled document

22 декабрҙә Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге драма театрында Урал аръяғы энергетиктары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ҡаланың концерт-театр берекмәһе артистары алып барған матур сарала «Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге коллективы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.

«Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге директоры В.А.Апет ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны һәм ағымдағы йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.

—Беҙҙең берҙәм, уңған коллективта бөтәһе 429 кеше эшләй. Уларҙың уртаса йәш кимәле 39 йәш тәшкил итә. Бынан тыш, бар яҡтан да йәш быуынға өлгө булған 166 ветераныбыҙ бар. Тотош Урал аръяғы төбәген яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, шәхси йорттарҙы электр селтәренә тоташтырыу, ҡулланыусыларҙы юғары ки-мәлдә хеҙмәтләндереү—быларҙың барыһы ла беҙҙең энергетиктар иңендә. Улар һәр учреждение һәм йорттарға яҡтылыҡ һәм матурлыҡ бүләк итә. Энергетика тармағында эшләүселәрҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Шәхси тормошоғоҙҙа ла, эшегеҙҙә лә уңыштар юлдаш булһын,—тине Виталий Александрович.

Артабан байрам сәбәпселәрен Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов тәбрикләне.

—Йыл миҙгеленең һәм һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, энергетика тармағында хеҙмәт итеүселәр һәр ваҡыт эш өҫтөндә. Һеҙҙең талымһыҙ хеҙмәтегеҙ ҡаланың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге етәкселеге менән һәр ваҡыт аңлашып, тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һеҙҙең ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем»,—тине үҙ сығышында Хәлит Хәмзә улы һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә ҡала хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков һәм Хәйбулла районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ш.Ә.Дәүләтшин энергетика тармағы эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе эш алдынғыларын Почет грамоталары менән бүләкләне.

«Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге директоры В.А.Апет бер төркөм производство алдынғыларына Рәсәй һәм республика кимәлендәге юғары наградалар тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Рәхмәт хаты менән  П.М. Стариков һәм Л.П.Хәбибуллина бүләкләнһә, предприятиеның профком етәсеһе З.М.Ярҡынбаева «Бөтә Рәсәй электр профсозы» үҙәк комитеты йәмәғәт берлеге президиумының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Фиҙакәр һәм талымһыҙ хеҙмәт өлгөһө күрһәткән Р.Х.Булатовҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Хеҙмәт алдынғылары Р.Н.Ҡунысбаев, Т.И.Никитина, Н.А.Мачихина һәм В.Г.Боголюбов «Башҡорт электр селтәрҙәре кампанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр «Башкирэнерго» йәмғиәте һәм «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлегенең наградаларына лайыҡ булды.

Байрам сараһы мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығыштары һәм дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Урал аръяғы энергетиктарын шулай уҡ улар менән оҙайлы хеҙмәттәшлек итеүсе предприятие вәкилдәре тәбрикләне. «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге тарафынан шефлыҡҡа алынған «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы һәм 7-се мәктәп коллективтары үҙҙәренең бағыусыларына үҙенсәлекле музыкаль күстәнәс бүләк итте. Балалар башҡарыуындағы сағыу бейеүҙәр сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе. Сибай артистары Альберт Салауатов, Зәлиә Нурлы, Динар Ласынов, Гөлсинә Ҡоҙашеваларҙың моңло йырҙары һәм Раушан Ниязғоловтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы барыһының да кәйефтәрен күтәреп, күңелдәренә дәрт-дарман өҫтәне. Мәртәбәле сара Энергетик гимнын бергәләп башҡарыу менән тамамланды.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap