Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Ректорҙар советы үтте
Untitled document

Гөлфирә ИСХАҠОВА

Рәил Мирвай улы Әсәҙуллин етәкселегендә ректорҙар советы Башҡортостандың Учалы, Октябрьск, Мәләүез ҡалалары буйлап күсмә ултырыш үткәргәндән һуң, Сибай ҡалаһына ла сират етте. Сараға Сибай, Баймаҡ ҡалаларының, Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ райондарының сығарылыш уҡыусылары саҡырылды. Был көндө ун бер майҙансыҡ үҙ эшен алып барҙы. Профориентацион сараның төп майҙаны—Сибай институты булды.

Осрашыу «түңәрәк өҫтәл» артында башланып китте. Бында төрлө вуздарҙың ректорҙары, Сибай ҡалаһының ҡала хакимиәте, белем биреү, төрлө ойошмаларҙың етәкселәре ҡатнашты. Фекер алышыу барышында сығарылыш уҡыусыларын ситкә ебәрмәү, үҙебеҙҙә эш булдырыу мәсьәләһе буйынса ентекле эшләргә тигән тәҡдимдәр ҡаралды.

—Бөгөнгө көндә ойошмалар үҙҙәренә кәрәк белгестәрҙе алдан уҡ уҡыу йортонан һорай ала. Был студентты, йәғни буласаҡ белгесте әлеге ойошма практиға ала һәм уның белемен камиллаштырырға ярҙам итә. Был осраҡта өс яҡлы килешеү төҙөлә: ойошма-студент-уҡыу йорто. Был маҡсатлы әҙерләү була,—тине сығышында БДУ ректоры Н.Д. Морозкин.—Беҙ күпселек абитуриенттарҙы ситкә уҡырға ебәреп юғалтабыҙ. Сит ерҙә белем алыусы студенттар тыуған яҡҡа ҡайтырға бик ашығып бармай. Шуға күрә үҙебеҙҙең буласаҡ белгестәрҙе бөгөндән һаҡларға тейешбеҙ.

Артабан һөйләшеүҙәр башҡа майҙансыҡтарҙа, атап әйткәндә Сибай сәнғәт колледжында, Сибай күп профилле профессиональ колледжда, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында, ҡаланың 9-сы лицейында дауам итте. Сибай институтының конференц-залында лекцияны БДУ ректоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Н.Д.Морозкин алып барҙы. Ректор вуздың төп йүнәлештәре, уҡырға инеүҙең үҙенсәлектәре һәм студенттарға уҡыу һәм ял өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы тураһында һөйләне.

Сибай институтының спорт залында республика вуздарының презентациялары үткәрелде.

 

Fөмүмән, ректорҙар советы бик фәһемле һәм кәрәкле фекер алышыуға ҡоролған ине. Осрашыу мәлендә сығарылыш уҡыусылары Өфө ҡалаһына бармайынса, баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан уҡыу йорттарына бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап ала алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap