Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
12.01.2016
«Атайсал» бүләктәр өләште
Untitled document

Вәғәҙә—иман тигәндәй, «Атайсал» гәзите мөхәрририәте үҙ һүҙен үтәне: гәзитебеҙгә ярты һәм бер йылға яҙылыусыларҙың квитанциялары күсермәләрен лототронда өйрөлтөп, бүләккә лайыҡ булыусыларҙың исемдәрен асыҡланы.

Баҫмабыҙға ярты йылға яҙылыусылар араһында «Аҙаш» кампанияһы «Атайсал» гәзите логотибын һәм Яңы йыл һүрәтен төшөргән 5 бокал Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылынан Хәлит Теүәлбаев, Әбделкәримдән Fәйшә Саникина, Ишмырҙанан Fәшүрә Ҡашҡарова, Иҫке Сибайҙан Д.В.Батыршина, Сәйғәфәрҙән Фирғәт Истәковтәр өлөшөнә тейҙе.

Күреүегеҙсә, баймаҡтар гәзитебеҙгә әүҙем яҙылған. «Инфоком» йәмғиәте тәҡдим иткән тиҙлекле интернет селтәренә бушлай тоташыу һәм уны өс ай бушлай ҡулланыу мөмкинлеге Ташбулатова (Сибай ҡалаһының Матросов урамы, 41-45 адресында йәшәүсе), Сөләймәнова (Черняховский урамы, 28-се йортта йәшәүсе), Р.М.Исҡужина (Чайковский урамы, 22-56 адресында йәшәүсе) Т.Я.Әбделғазина (Таусылар проспектының 21-се йорто 107-се фатирында йәшәүсе), Ә.Ә. Кәйекбирҙина (Чайковский урамы 32-45 адресында йәшәүсе) гәзит уҡыусыларыбыҙ өлөшөнә эләкте. Лото-уйынға ҡуйылған 3 плед та тағы баймаҡтарға китте: Ишмөхәмәт ауылынан Сәфәрғәли Йәрмуллин, Иҫке Сибайҙан Р.Х.Әлибаева, Сәйғәфәрҙән Йыһанур Райманов бәхетлеләр иҫәбендә булды. Салат һауыттары йыйылмаһы Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәйетоваға оҙатыласаҡ. Таҫтамал Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Вәлимә Әлибаеваға эләкте. Иң ҙур приздарҙың береһен—«Гефест» магазиндар селтәре бүләккә ҡуйған электр мейесен Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Мансур Fәббәсов отто. «Аладдин» магазины биргән ҡиммәтле келәм иһә Хәйбулла районының Сиҙәм ауылынан Ф.А.Байғусҡарованың иҙәненә йәйеләсәк.

Бер йылға яҙылыусылар араһында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн авария наборҙары, компрессорҙар уйнатылды. Тәүгеһе Сибай ҡалаһының Толстой урамының 33-сө йортонда йәшәүсе Р.Д.Мораҙымоваға, Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамының 49-сы йортоноң 1-се фатирында йәшәүсе Айнур Исхаҡовҡа ебәрелһә, компрессорҙар Сибай ҡалаһының Чайковский урамы 12/1 йортоноң 2-се фатирында йәшәүсе С.Ә. Сапароваға, Арҡайымдың Есенин урамы 46-сы йортонда йәшәүсе Р.Хөснитдиноваға, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан Зәкиә Зәйнуллинаға эләкте. Лото-уйындың төп призы—«Сибай» профилакторийы тарафынан бүленгән путевка Сибай ҡалаһының Цюрупа урамының 4-се йортонда йәшәүсе Фәрғәт Әбсәләмовҡа яҙған. Бынан бер нисә көн генә элек редакцияға килеп гәзитебеҙгә бер йылға яҙылған Фәрғәт ағай лото-уйынды тамаша ҡылырға килгән ине. Әйтергә кәрәк, буш ҡул менән килмәгән, үҙе менән күршеһен дә алған һәм уны ла бер йылға баҫмабыҙға яҙыртты. Икәүләшеп лототронда квитанцияларҙың өйрөлгәнен, даланлыларҙың исемдәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы кескәй ҡыҙҙар тартып сығарғанын үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Төп бүләкте отоусының исеме яңғырағанда Фәрғәт Әбсәләмов үҙенең адресын, исем-шәрифен ишетеп, ысын мәғәнәһендә, аптырап ҡалды. «Сибай» шифаханаһына путевка отоусыны гәзитебеҙҙең мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов ихлас ҡотланы һәм 14600 һумға торошло сертификатты тапшырҙы.

—«Атайсал»ды электән яратып уҡыйым. Гәзит аша Урал аръяғының йәшәү һулышын күҙәтеп барам. Һәр район миңә ныҡ яҡын, сөнки СМК-100 йәмғиәтендә эшләгән саҡта ошо төбәккә тулыһынса электр уты үткәрҙек. Тағы гәзиттә баҫылған ыҡсым хикәйәләр оҡшай, төрлө мәғлүмәти мәҡәләләре лә күңелгә яҡын,—тип шатлығы менән уртаҡлашты Фәрғәт Искәндәр улы.

Бына шулай: «Атайсал» гәзитен алдырыусыларға мөхәрририәт Яңы йыл байрамы алдынан күтәренке кәйеф өҫтәне. 2016 йылда ла бергә булайыҡ, яратҡан баҫмабыҙҙан айырылмайыҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Һүрәттә: Фәрғәт Әбсәләмовҡа мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡов путевка тапшыра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap