Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
12.01.2016
Кескәйҙәр күңел асты
Untitled document

Гөлфирә ИСХАҠОВА

Яңы йыл байрамын өлкәндәргә ҡарағанда бәләкәй балалар бик түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ни тиһәң дә, мөғжизә килтереүсе, хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы, байрам кәйефе бүләк итеүсе Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы тик ошо көндә генә күреп, теләктәреңде еткерергә була. Уҙған йыл аҙағында Сибай ҡалаһында балалар өсөн бер нисә урында Шыршы байрамы уҙғарылды.

Балалар ижады үҙәгендә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн кескәйҙәрҙең яратып ҡараған миньон, «Малефисента», «Белоснежка» йәнһүрәттәре персонаждары күңелле байрам ойоштороп, ярыштар үткәрҙе. Быйылғы йылдың символы Маймыл да күңел асыу сараһынан ситтә ҡалманы. Байрам аҙағында һәр бала Ҡыш бабайға шиғыр ятлап, йыр йырлап үҙҙәре әҙерләгән күстәнәстәре менән дә бүлешергә ашыҡты. Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов, ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусыА.Ф.Иҙрисов кескәйҙәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Яңы йыл байрамының иң төп сараһы ул —Үҙәк майҙанда шыршы һәм боҙ майҙансығы асылыу тантанаһы. Бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы, «Ҡарһылыуҙың тыуған көнө» исемле театрлаштырылған тамаша, байрам концерты, уйындар һәм төрлө конкурстар үткәрелде. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре бергә уйнап, бейеп күңел асты.

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар конкурсында ҡы-ҙыҡлы музыкаль номерҙар, сағыу костюмдары, үҙенсәлекле ижади ҡараштары һәм балаларҙы уйынға күпләп йәлеп итеүҙәре менән Гран-прины «Сулпылар» балалар баҡсаһы яуланы. Беренсе урынға—Халыҡ ижады һәм мәҙәниәт үҙәге менән «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы, икенсе урынға—Балалар сәнғәт мәктәбе һәм «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы, өсөнсө урынға «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһы менән 10-сы мәктәп лайыҡ булды. Номинацияларҙа «Флеш» эстрада бейеү ансамбле, Ишкилдиндар һәм Хәсәновтар ғаиләләре, «Яугүл» ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле һәм гимназия билдәләнде.

Шулай уҡ «Сулпан» театрында инвалид балалар өсөн Яңы йыл байрамы ойошторолдо. Тамашасылар өсөн артистар тарафынан «Ҡарһылыуҙың тыуған көнө» исемле спектакль ҡуйылды. Сәхнәлә бик күп фольклор материалдары сағылды. Тап әҙәби мираҫ аша бала күңелендә халыҡ ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләнә. Балалар тамашасы булараҡ ҡына ҡарап ултырманы, шау-гөр килеп спектакль геройҙарына ярҙамға килде, Яңы йылдың тиҙерәк етеүенә булышлыҡ итте. Тамашанан һуң шыршы эргәһендә балалар Ҡыш бабайға шиғыр һөйләп, Яңы йыл күстәнәстәре алды.

 

Һүрәттә: байрамдан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap