Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.01.2016
Шиғырҙары йырлап тора
Untitled document

Уҙған йыл аҙағында Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында исеме Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, ә республикаға билдәле булған ижадсы, танылған шағир һәм журналист, бик күп һанлы йырҙар авторы, Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәби бүлеге мөдире Мотал Рәмовтың «Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!» китабының исем туйы булып үтте. Унда Мотал Зәкирйән улының дуҫтары, коллегалары, туғандары һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов башҡарыуындағы «Раббым» йыры менән асылған кисә башынан аҙағынаса моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Мотал Рәмов һүҙҙәренә йәш композитор Илшат Абдрахманов яҙған был йыр күптән инде киң ҡатлам тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө.

Мотал Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында ябай эшселәр ғаиләһендә донъяға килә. Ул 4-се класта уҡыған саҡта уҡ район гәзитенә, республикала баҫылған «Башҡортостан пионеры» гәзитенә һәм «Пионер» журналына яҙыша башлай. Бәләкәйҙән йор һүҙле, тос фекерле булған гәзитебеҙ дуҫы әлеге көнгәсә ҡулынан ҡәләмен төшөргәне юҡ. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар берлеге ағзаһы булып тора. Мотал Рәмов «Илһам шишмәләре-2005» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең һәм Сибай ҡалаһында үткән «Башҡорт теле уҡытыусыһы—1999» конкурсының еңеүсеһе лә, һөнәрселек училищелары һәм лицей тәрбиәселәре араһында уҙғарылған тәүге «Йыл тәрбиәсеһе—2000» республика конкурсында Гран-при яулаусы ла. Сәсән телле яҡташыбыҙҙың тәүге шиғырҙар шәлкеме, Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленән һуң, 2006 йылда баҫылып сыҡҡан «Йәйғор» китабында донъя күргәйне. 2013 йылда Республика инвалидтар йәмғиәте тарафынан сығарылған «Артылыш» китабында ла уның шиғырҙарына тос өлөш бирелгән.

2015 йыл Мотал Рәмов өсөн бигерәк тә емешле булды. Ул үҙенең 100-гә яҡын шиғырҙары, йырҙары, мөнәжәттәре һәм таҡмаҡтарынан торған «Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!» тип аталған китабын баҫтырып сығарҙы. Тәүге китабына тупланған шиғри шәлкемдәре менән ул үҙенә ғүмер биргән, ихлас фатихаһы менән оло донъяға оҙатҡан йәнтөйәгенә, тыуған еренә мәдхиә йырлай. Был йыйынтыҡта автор лирик һүрәтләү аша үҙенең тормошҡа ҡарашын, тыуған еренә, иленә, халҡына һөйөүен сағылдыра. Уның һутлы, бай телле ижады ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫ-иштәренә ихтирам һәм һөйөү менән һуғарылған. Дини темаға ҡоролған һәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе иманлы, инсафлы булырға саҡырған шиғырҙары ла байтаҡ уның.

Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙең һәм республикабыҙҙың билдәле һәм һәүәҫкәр композиторҙары Рәмил Туйсин, Дамир Солтанов, Вилүр Мәүлетов, Илшат Абдрахманов, Илдар Рәхимғолов, Рифат Йәмлихин, Азат Исҡужин, күптән түгел генә беҙҙең аранан киткән Юлай Моратов һәм тағы ла бихисап музыканттар Мотал Рәмовтың шиғырҙарын көйгә һалған. Талантлы яҡташыбыҙҙың моңло йырҙары әленән-әле республика сәхнәләрендә яңғырай, телевидение һәм радио аша ишетелеп тора.

Мотал Рәмовты китабының исем туйы менән Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошев ҡотланы һәм уға артабан да ижади үрҙәр юлдаш булыуын теләне. Башҡортостандың атҡаҙанған  артисы Баязит Байназаров, республика һәм төбәк-ара йыр бәйгеләре дипломанты Fаяз Fәйетбаев Мотал Рәмов һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы башҡарҙы. Артабан һүҙҙе Сибай педагогия колледжы студенттары алды. Йәштәр авторҙың шиғырҙарын һөйләне, йырҙарын йырланы.

Артабан шағирҙы Төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әминә Яхина, шағирә Рүзидә Үтәшева һәм әле генә ижад юлына баҫҡан шағир, йырсы һәм көйҙәр яҙыусы Насип Һаҡмаров ҡотланы. Улар үҙҙәренең ижадташ дуҫына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм илһам шишмәләренең һәр ваҡыт тулыланып тороуын теләне.

Матбуғат ветераны Әхмәт Юлановтың бай хәтирәләрҙән торған сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

— Мотал әрмелә хеҙмәт иткән саҡта редакцияға хат ебәргән ине. Мәҡәләнең матур телдә яҙылыуы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Мин хатты мөхәрриргә күрһәтеп, был егетте үҙебеҙгә эшкә саҡырырға тәҡдим иттем. Шунан был турала Мотал ҡустыға яуап хаты яҙып ебәрҙем. Шулай итеп, Мотал Рәмов әрменән тура беҙҙең редакцияға эшкә килде, тиһәм дә хата булмаҫ. Үткер ҡәләмле, маҡсатлы һәм һәләтле егеттең бар булмышы ижад итеү булды. Әле лә ошо юлдан тайпылмай. Киләсәктә лә ҡәләмең үткер булһын, гел алға ҡарап атла,—тине матбуғат аҡһаҡалы.

Китап авторын хәйбуллалар ҙа тәбрикләне. Йырсы, гармунсы, көйҙәр ижад итеүсе Гөлфиә Хәләфетдинова кисәгә үҙенең яҡташы, Сибай сәнғәт колледжы студенты, йәш композитор Азат Исҡужин менән бергәләп килгәйне. Йәштәр үҙҙәренең сағыу сығыштары менән кисәне тағы ла йәнләндереп, байытып ебәрҙе. Тамашасылар Мотал Рәмовтың һүҙҙәренә яҙылған «Һөйөүҙер ул» һәм «Парлылар» йырҙарын бик йылы ҡабул итте.

Матур әҙәби-музыкаль кисәнең төп сәбәпсеһе булған Мотал Рәмовты ҡотларға тип яҡындары ла ашҡынып килеп еткәйне. Башҡорт халҡының «Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын» тигән тапҡыр әйтеме бар. Мотал Зәкирйән улының тормош юлдашы—уны бер һүҙҙән аңлап, ҡурсалап, хәстәрләп тороусы Эльвира Әбделғәней ҡыҙы. Ул ирҙе ир итә белгән ҡатындар рәтенән. Тыныс, сабыр холоҡло, изге күңелле һәм эшһөйәр ханым һәр ваҡыт Мотал Зәкирйән улының тәбиғи һәләтен асыу, уның күп яҡлы ижадын үҫтереү һәм байытыу яҡлы. Бәхетле ғаиләнең ҡыуанысы, йыуанысы булып улдары Райман һәм Батырхан үҫеп килә. Кисәлә Раймандың атаһына ихлас күңелдән әйткән уй-теләктәре бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Мотал Зәкирйән улын, шулай уҡ бер туған ағаһы Йәүҙәт Рәмов, Өфөнән килгән дуҫы Fәрифйән Татлыбаев, яҡташтары Лилиә һәм Fилман Fәниевтар һәм башҡа туғандары ҡотланы. Йылайыр районының Йомағужа ауылынан Рима Хәсәнованың яҙып ебәргән рәхмәт хаты Мотал Рәмовтың йөрәк түренән урын алды. Яңы китап авторы яҡындарының, коллегаларының ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәренә яуап итеп үҙенең өр-яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Кисәне алып барыусы китапханасылар Рәйсә Ҡунаева һәм Рәүилә Юлмөхәмәтова сараны йәмлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн бар көсөн һалған ине. Шуға ла ул ялҡытҡыс булманы, киреһенсә дәрт-дарман өҫтәне. Гәзитебеҙ дуҫы, авторыбыҙ Мотал Рәмов та унан илһамланып ҡайтҡандыр, тип ышанабыҙ һәм унан киләсәктә тағы ла матур йөкмәткеле мәҡәләләр, шиғри күстә нәстәр көтөп ҡалабыҙ.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap