Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Колледж кәрәкле белгестәр әҙерләй
Untitled document

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы—Сибай ҡалаһында ғына түгел тотош Урал аръяғының тау-мәғдән сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар әҙерләүҙә ярты быуатлыҡ тәжрибәһе булған заманса белем биреү учреждениеһы. 1962 йылда үҙ ишектәрен асҡан Сибай тау-байыҡтырыу техникумы 2000 йылда Сибай политехник колледжы статусына эйә булды. 2013 йылда иһә уҡыу йорто Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы менән ҡушылғандан һуң Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы булараҡ эшләй башланы.

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледждың даны ҡалала, төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле. 2014 йылда уҡыу йорто ҡалала иң яҡшы махсус урта белем биреү учреждениеһы булып танылды. Колледж шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы урта махсус белем биреүсе уҡыу йорто—2015» конкурсының да лауреаты. Белем усағы директоры, Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Лундеж Хәлит улы Байморатов былтыр «Йыл директоры» тигән почетлы билдә менән, шулай уҡ юғары профессионализм һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙә профтех белем биреүгә—75 йыл» юбилей миҙалы менән наградланды.

Специальностар

Бөгөн Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы йәштәр күңеленә ятырҙай һәм файҙа килтерерҙәй һөнәрҙәр һайлау мөмкинселеге бирә. Урта махус белем биреүсе уҡыу йорто түбәндәге специальностар буйынса белгестәр әҙерләй:

Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү

—Маркшейдер эше

—Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү

—Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу

—Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау

—Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе

—Банк эше

—Компьютер селтәрҙәрендә программалау

—Декоратив-ҡул эштәре сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре

—Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау

—Финанстар

—Коммерция

Эшсе һөнәрҙәр

Күп тармаҡлы белем биреү абитуриенҡа дөрөҫ һөнәр һайлау мөмкинселеге генә биреп ҡалмай, бер юлы бер нисә эшсе һөнәрҙәр үҙләштереүгә лә юл аса.

Бында һәр теләгән кеше үҙе һайлаған төп профессияһынан тыш токарь, фрезеровщик, киң профилле станоксы, программалы станоктар операторы, программалы станоктар наладчигы, слесарь-ремонтлаусы (металл эшкәртеү ҡорамалдары), автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь (автоэлектрик, автодиагност), контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, электр линияларын ремонтлау буйынса электромонтер, бүлеү селтәрҙәрен эксплуатациялау буйынса электромонтер, электр ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, крепильщик, быраулыу ҡоролмаһы машинисы, тейәү-ташыу машинаһы машинисы, проходчик, ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электрослесарь, ЭВМ операторы, 1С бухгалтерия, ер аҫты тау эшсеһе, байыҡтырыу фабрикаһында эшләү өсөн өҫтәмә һөнәрҙәр үҙләштереү мөмкинселегенә эйә.

Колледжға һәр теләгән кеше уҡырға инә ала, йәғни имтихандар тапшырыу мотлаҡ түгел.

Кластер

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжда уҡыу процессы белем һәм оҫталыҡ биреүгә генә түгел, уңышлы эшкә урынлаштырыуға һәм кисәге студенттың хеҙмәт баҙарында адаптацияһына йүнәлтелгән. Уҡытыу программалары эш биреүселәрҙең ихтияждарын иҫәпкә ала һәм заман талаптарына яуап бирә. Колледж етәкселеге заман менән бергә атлай һәм яңы үҫеш юлдарын эҙләй, белем биреү алымдарын даими камиллаштырып тора. Был тәңгәлдә маҡсатҡа ирешеүҙең иң эффектлы алымдарының береһе—кластер булдырыу. Кластер—тармаҡ билдәләре буйынса бер юҫыҡта һәм бер-береһе менән партнерҙарса мөнәсәбәттә булған предприятиеларҙы һәм уҡыу йорттарын берләштереү.

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы Башҡортостан Республикаһының тау-мәғдән сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар әҙерләү буйынса кластерға ингән. Бында шулай уҡ Сибай колледжынан тыш, БДУ-ның Сибай институты, Учалы тау сәнәғәте колледжы, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының» Сибай филиалы, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ла бар.

Практика ҡанат нығыта

Колледжда белгестәр әҙерләүҙең үҙенсәлеге—белем алыусылар күп ваҡыттарын буласаҡ һөнәрҙәренә ныҡлы бәйләнгән практикала үткәрә. Уҡыу йортоноң лабораторияларында һәм оҫтаханалар шарттары предприятиеларҙыҡына яҡынайтылған. Бында улар практик белемдәрен һәм оҫталыҡтарын төрлө эшсе һөнәрҙәрендә һынап ҡарай. Колледжда мини-фабрика, химия лабораторияһы, слесарь, токарь һәм столяр, төҙөлөш оҫтаханалары, таш эшкәртеү цехы, техник хеҙмәтләндереү станцияһы булдырылған автомобиль оҫтаханаһы, экскаватор, ер аҫты тейәү-ташыу машинаһы урынлаштырылған тренажер залы бар. Әйтергә кәрәк, колледж коллективы төрлө инновацион программаларҙа һәм гранттарҙа ҡатнашып, ошондай ҡеүәтле матди-техник булдырыуға өлгәшкән.

Потенциаль эш биреүселәрҙә практика үтеү студенттарға эш процессы технологиялары менән танышырға, һөнәрҙең нескәлектәрен үҙләштерергә генә ярҙам итеп ҡалмай, һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауҙарына ышаныстарын да арттыра. Колледж етәкселеге студенттары практика үтһен өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Башҡорт шахта үтеү идаралығы, «Башҡорт баҡыры», «Строймеханизация», «Оптима-С», «Сибай СТО-һы», «Сибай сауҙа йорто-Ситно», «Яҙ», «Миләш» йәмғиәттәре, Сибай АТП-һы, «Транзит» автосервисы, Һалым инспекцияһы, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, «Талҡаҫ» шифаханаһы, «Урал ҡулсаһы», «Промтрансбанк» коммерция банкылары, Сибай элеваторы, Баймаҡ ПМК-һы һәм башҡа предприятие, ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөгән.

Тап практик күнекмәләр Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжын тамамлаусыларға хеҙмәт баҙарында үҙҙәрен ышаныслы тоторға ярҙам итә һәм эшкә урынлашҡанда ҙур мөмкинселектәр аса.

Эш биреүселәр үҙ сиратында Сибай колледжы студенттарын ҙур теләк менән эшкә ала, сөнки йәш белгестәр өҫтәмә белемгә мохтаж түгел һәм адаптация ваҡытын да еңел үткәрә. Был үҙ нәүбәтендә эш биреүсенең эшмәкәрлеген күпкә еңеләйтә.

Профессиональ оҫталыҡ

Сибай күп тармаҡлы колледжы студенттарының яҡшы белеме, оҫталығы төрлө кимәлдәге ярыш, конкурстарҙа еңеүҙәр менән иҫбатлана.

Махсус урта белем биреү учреждениелары араһында ойошторолған төбәк-ара олимпиадала «Тау эше» дисциплинаһы буйынса колледждың «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү» специальносы студенттары Дмитрий Прокофьев һәм Айзирәк Ҡунаҡасов 1 урын яуланған. Профессиональ оҫталыҡ конкурстарында ла Сибай колледжы студенттарына тиңдәр табылмай. Сибай-Белорет төбәге һәм Көньяҡ Уралдың махсус урта белем биреү уҡыу йорттары Ассоциацияһының металлургия колледждары араһында уҙғарылған төбәк олимпиадаларында ла сибайҙар гел алдынғы урындарҙы яулай.

2013 йылдан колледж эшсе һөнәрҙәр Worldskills донъя хәрәкәтенә ҡушылды һәм унда әүҙем ҡатнаша: студенттар өс йыл рәттән, йәғни 2013, 2014, 2015 йылдарҙа Ҡазан, Тольятти ҡалаларында уҙған Worldskills-Russia Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы. 2013 йылда Лейпцигта халыҡ-ара чемпионатта ҡатнашты, былтыр иһә Бразилияның Сан-Паулу ҡалаһында үткән эшсе һөнәрҙәр донъя чемпионатына барып ҡайтты. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Сан-Паулула уҙған донъя чемпионаты Worldskills International хәрәкәте тарихында иң массалы булыуы менән иҫтәлекле. Унда 70 илдән 1200 кеше ҡатнашып кондитер изделиялары етештереүҙән башлап, парикмахер сәнғәтенә, авиацион двигателдәр ремонтлау һәм сәнәғәт автоматикаһына тиклем һөнәр оҫталыҡтарын күрһәтәләр.

Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы 14 урын яулай. Йыйылма командаға ингән Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенты Евгений Никифоров «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһы буйынса сығыш яһай. Эштәр 500 балл менән баһаланған конкурста Евгений 475  балл йыйыуға өлгәшә. Шулай итеп ул призлы урын яуламаһа ла, баш эксперт уның яҡшы потенциалын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Женя был сарала ҡатнашҡандан һуң, чемпионаттарҙа эксперт ярҙамсыһы булыу хоҡуғына эйә булды.

Стипендиаттар

Яҡшы уҡыған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан студенттар—Радмир Хөсәйенов, Артур Әлимбәтов, Ләйлә Яунбаева Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаттары. Алексей Петров, Рөстәм Әхтәмғәлеев, Александр Логиновтар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ. Тырыш ҡыҙҙар-егеттәрҙең һәр ҡайһыһы иңенә яуаплы эш алған. Мәҫәлән, Радмир Хөсәйенов колледждың старостаты, Ләйлә—студент профкомы рәйесе урынбаҫары, Алексей Петров 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының урта махсус уҡыу йорттары араһында чемпион исемен яулаған баскетбол командаһы капитаны.

Студент тормошо

Колледжда студент профкомы, ятаҡ студент советы, старостат, студент, волонтер отрядтары әүҙем эшләй. Уҡыу йортонда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға һәм спортҡа, илһөйәрлеккә, мәҙәни тормошто йәнләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Уҡыу йортоноң йәшәү һулышы колледждың sibaipolitech.ucos/ru сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендә vk.com/gbpoy_smpk тулыһынса сағылыш таба.

Студенттар «Еңел атлетика», «Футбол», «Баскетбол», «Волейбол», «Атыу», «Саңғы», «Өҫтәл теннисы», «Шахмат, шашка», «Көрәш», «Гер күтәреү» спорт секцияларында ҙур теләк менән шөғөлләнә. Улар шулай уҡ ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, алдынғы урындар яулай. Йәштәргә остаздары шәхсән өлгө күрһәтә. Уҡытыусылар коллективы йыл һайын Сибай-Белорет төбәге урта махсус уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары араһында уҙғарылған спартакиадала беренсе урынға өлгәшә.

Сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡала учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә алып барылған профилактика эше ҙур йоғонто яһай. Студенттарға ҡаланың тикшеренеү комитеты, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, наркология, поликлиника,  туберкулезға ҡаршы диспансер, ВИЧ, сәләмәтлек үҙәктәре табиптары, психологтар даими лекциялар уҙғара.

Колледждың «Сәләмәт стиль» волонтерҙары бик әүҙемдәр, улар интернет-дәрестәр, акциялар ойоштора, ҡала күләмендәге сараларҙа ҡатнаша.

Наркотиктарға ҡаршы көрәш һәм уларҙың әйләнешен контролдә тотоу буйынса республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҙғарылған наркотиктарға ҡаршы профилактика эшен иң яҡшы ойошторған уҡыу йорто булараҡ танылып, икенсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булғандар.

Дөйөм ятаҡ

 

Ҡалаға ситтән килеп белем алыусылар өсөн дөйөм ятаҡтан бүлмә бирелә. Колледж ятағында йәшәү, белем алыу өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Студенттар торлағына, уҡыу корпусындағы кеүек үк видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Кис һәм төндә ҡыҙҙар-егеттәрҙең хәүефһеҙлеген «Ҡалҡан» шәхси һаҡ предприятиеһы тәьмин итә. Ятаҡта студент советы яҡшы эшләй. Студенттар гел уҡып ҡына ултырмай, буш ваҡттарын күңелле итеп уҙғара. Йәштәр тормошон төрлө саралар, дискотекалар, байрамдар биҙәй.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap