Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.01.2016
Эх йәшлегем, ғәмһеҙ йәшлегем...
Untitled document

Йәшлектең дә йәшлеген күреү хыялы мине Сибай сәнғәт колледжына илтте. Тап ошонда ғәмһеҙ, бәхетле студенттарҙы осраттым да инде. Уларҙың шат, нурлы йөҙҙәрен күреп: «Эх, ҡайҙа икән минең дә 17 йәшлек сағым»,—тигән уй үтте башымдан.

Сәнғәт колледжының театр бүлегенең 2-се курсында 8 студент—биш ҡыҙ һәм өс егет белем ала. Был һәләтле йәштәрҙе урындағы театрҙар өсөн әҙерләйҙәр. Әммә театр бүлегендә уҡыусылар киң профилле белгес булып сыға. Улар актер, сәнғәт мәктәбе һәм колледж уҡытыусылары, конферансье, йырсы, бейеүсе, музыкант, режиссер булып та эшләй ала.

Сибай сәнғәт колледжында 2000 йылдан алып театр бүлеге эшләп килә. Быға тиклем өс сығарылыш булған. Әлеге мәлдә белем алыусы студенттар араһында Бөрйән, Баймаҡ тарафтарынан һәм Сибайҙан килгән йәштәр уҡый. Мәҫәлән, Бөрйән егете Ирек Ибраһимовты бында музыкаға булған һөйөү килтергән. Ҡурайҙа, гитарала оҫта уйнаған студент көйҙәр ижад итеүгә әүәҫ. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан килгән класташтар Юлдаш Ҡолмөхәмәтов менән Фидан Шәйәхмәтовтар элек туған мәктәптәрендә йырлап, бейеп йөрөһә, хәҙер улар тырышып-тырышып ҙур һөнәри сәхнәгә юл яра. Ошо көндәрҙә генә үҙенең 17-һен тултырған Сибай һылыуы Юлиә Мөхәмәдйәнова ла бала саҡтан сәхнәгә ғашиҡ йән. Баймаҡ районының Әмин ауылы ҡыҙы Эльвина Мусина, ике туған ағаһы, билдәле йырсы Динар Fөбәйҙуллиндың юлынан барырға булған. Мәктәп йылдарында КВН-дарҙа ҡатнашҡан һәм бейеү менән шөғөлләнгән һылыу ҙа киләсәктә ҙур сәхнәне яулау хыялы менән янып йәшәй. Баймаҡтан килгән Лиана Тажетдинова ла сәнғәт колледжына осраҡлы килеп эләкмәгән. Сәнғәт мәктәбенең театр класын уңышлы тамамлаған ҡыҙға актерлыҡ оҫталығы дәрестәре еңел бирелә. Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тамамлаған Айгөл Юлмөхәмәтованы ла актриса булыу тураһындағы бала саҡ хыялы Сибай сәнғәт колледжына алып килгән. Яҙгөл Ниғмәтуллина Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан. Актерлыҡ һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙың рәсем төшөрөүгә лә һәләте бар икән. Ҡыҫҡаһы, колледждың театр бүлегендә тотош Урал аръяғы төбәгенән бөртөкләп йыйып алынған аҫылташтар тупланған. Театр бүлеге мөдире Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова һәм курстың художество етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов әйтмешләй, хәҙер был аҫылташтарҙы шымартырға ғына кәрәк.

Театр бүлеге студенттары Яңы 2016 йылды ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршы алған. Улар VI «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсында 2-се дәрәжәле дипломға лайыҡ бул-ған. Афарин, йәштәр!

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap