Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
08.02.2016
Фән даръяһын кискәндә
Untitled document

Гөлфирә  ИСХАҠОВА

Календарҙа 8 февраль Рәсәй фәне көнө тип күрһәтелгән. Был дата 1999 йылдан алып Рәсәй Президенты Указына ярашлы билдәләнә.

Сибай институтында студенттар белем генә алмай, ә фән менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм шөғөлләнә. Педагогика факультетында ғына 5 ғилми-тикшеренеү клубы иҫәпләнә. Сит телдәр бүлегендә—«Мультикомп», «Британника», мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә—«Педагогик студия», педагогия һәм психология бүлегендә «Психолог-тикшеренеүсе» исемле ғилми түңәрәктәр эшләп килә. Башҡорт филология кафедраһында иһә «Даръя» исемле ғилми-лингвистик клуб булдырылған. Уны алты йыл дауамында филология фәндәре кандидаты, доцент Рида Марс ҡыҙы Латыпова уңышлы етәкләй.

—Беҙҙең кафедрала «Инеш», «Тулҡын» кеүек түңәрәктәр ҙә эшләй. Тәүгеһенә шиғыр, хикәйә ижад итеүселәр йөрөһә, икенсеһен актерлыҡ һәләте булған, әҙәби кисәләр әҙерләргә яратҡан һәләтле студенттар үҙ итә. «Даръя» иһә инештән—тулҡынға, тулҡындан даръяға ҡушылырға саҡыра. Беҙҙең клубтың маҡсаты—педагогика факультетында фәнгә иғтибарҙы арттырыу, студенттарҙы ғилем өлкәһенә йәлеп итеү, уларҙың ижади эҙләнеү һәләттәрен, фекерләү ҡеүәләрен үҫтереү, телгә иғтибарлылыҡ, һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү. Ошо йүнәлештә төрлө саралар уҙғарабыҙ. Йыл һайын беҙҙең студенттар институт, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә,—ти Рида Марс ҡыҙы.

«Даръя»ла студенттар үҙҙәренә оҡшаған, ҡыҙыҡһындырған тема буйынса доклад әҙерләй, төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, конференцияларҙа сығыш яһап, ҙур фән юлына башланғыс ала. Сибай институтында уҡыу йылы дауамында «Фән аҙналығы», «Гуманитар фәндәр проблемалары», «Киләсәк кешеһе» кеүек ғилми китаптар сығарыла. Күпселек мәҡәләләр тап «Даръя» ғилми-лингвистик клубы тарафынан әҙерләп тапшырыла. Конференцияла призлы урын алыусыларҙың доклады «Сибай институты хәбәрҙәре» исемле айырым йыйынтыҡҡа туплана.

Шулай уҡ студенттар араһында төрлө олимпиада, «Алтын тирмә», «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?», «Көсһөҙ звено» кеүек интеллектуаль уйындар, фән өлкәһе буйынса викториналар уҙғарыла. Фән һәм туған тел көндәрендә Ҡоролтай ағзалары, тел белгестәре менән «түңәрәк өҫтәл» артында әңгәмә ойошторола. Студенттар тарафынан ғалимдарҙың яңы хеҙмәттәре презентациялана, уларҙың тормош юлы һәм хеҙмәттәре ныҡлап өйрәнелә. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында З.F.Ураҡсин, М.В.Зәйнуллин, Ф.F.Хисаметдинова кеүек тел белгестәренең юбилейҙарына арналған саралар үткән.

—«Даръя» ғилми-лингвистик клубының тәүге ағзалары Раушания Уйылданова, Дилә Сәлихова, Әлфирә Мәжитова, Рүзилә Вәхитовалар уңышлы эшләп китеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар тел һәм әҙәбиәт буйынса уҙғарылған төрлө олимпиадаларҙа еңеү яуланы. Бөгөн «Даръя» ғилми-лингвистик клубының рәйесе—«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлегенең 4 курс студенты Әлиә Әминева. Алина Fәлина—мәғлүмәт-аналитика буйынса етәксе, Гөлназ Сыңғыҙова—эштәр идарасыһы, Рәсимә Әбдрәхимова мәҙәни сараларҙы ойоштороусы. Әйтергә кәрәк, был студенттар беренсе курстан уҡ фән өлкәһендә әүҙемлек күрһәтә. Һәр береһенең 10-дан ашыу ғилми мәҡәләһе бар. Төрлө интеллектуаль уйындар, викториналар үткәреүгә Альбина Махова ҙур тырышлыҡ һала. Яҡын арала йәнә 3 конференция үткәреү планлаштырылған. Икәүһе Рәсәй кимәлендә булһа, берәүһе төбәктә уҙғарыласаҡ. Студенттарҙан тыш, фәнгә беҙ мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итеүгә көс һалабыҙ. «Киләсәк кешеһе» тип аталған ғилми йыйынтыҡҡа мәктәп уҡыусылары ла үҙ мәҡәләләрен тапшыра ала. Йыл һайын беҙ улар өсөн конференция уҙғарып, иң-иңдәрҙе билдәләп, грамоталар менән бүләкләп торабыҙ,—ти клуб етәксеһе Р.М.Латыпова.

Мәғлүм булыуынса, фән менән ҡыҙыҡһынған, әүҙемлек күрһәткән студенттарға һәр төрлө стипендиялар, гранттар тапшырыла. Педагогика факультетының ике студенты, әлеге клубтың ағзалары Дилара Үтәғолова һәм Алина Сырлыбаева Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығы грантына лайыҡ булды.

 

«Даръя» ғилми-лингвистик клубының эше ғилми мәҡәләләр яҙыу, сығыш яһау менән генә сикләнмәй. Фән менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр әҙәби-музыкаль кисәләр үткәрә, бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял да итә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap