Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
08.02.2016
Педагогтар йылды барланы
Untitled document

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыл йомғаҡтарын барланы. Балалар ижады үҙәгендә уҙғарылған сараға Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, ҡала Советы рәйесе Ю.И.Лысенко саҡырылғайны.

Йыл йомғаҡтары яңы форматта, йәғни пресс-конференция формаһында үтте һәм унда ҡала мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов, 9-сы лицейҙың информатика уҡытыусыһы И.П.Солтанова, «Аленушка» балалар баҡсаһы мөдире С.Р.Хоҙайбирҙина, Балалар ижады үҙәге директоры Э.F.Кирәйева, «Ирәндек» лицейының ата-әсәләр комитеты рәйесе А.Ә.Бохарбаевалар сығыш яһаны. Пресс-конференцияны бик оҫта итеп гимназия директоры И.И.Варламова алып барҙы. «Заманса белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләләре» темаһына арналған был әңгәмә бик йәнле шарттарҙа үтте.

Мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов үҙенең сығышында 2015 йылда белем биреү системаһында булған мөһим ваҡиғаларҙы барлап, 2016 йылда үтәләһе мәсьәләләр менән таныштырҙы. 9-сы лицей уҡытыусыһы Ирина Петровна Солтанова электрон белем биреү алымын үҙләштереү, лицейҙың ҡаҙаныштары һәм киләсәктә хәл итәһе проблемаларын күтәрҙе. Сажиҙә Рәйес ҡыҙы Хоҙайбирҙина һуңғы йылдарҙа ҡалалағы мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге, уңыштары тураһында һөйләне. Элиза Fүмәр ҡыҙы Кирәйеваның сығышынан беҙ Балалар ижады үҙәгендә 32 берләшмә эшләүен, унда балалар һәм үҫмерҙәрҙең бик теләп йөрөүҙәрен белдек. Уҡыусылар бигерәк тә яңыраҡ булдырылған технопарк үҙәгендә шөғөлләнергә ярата икән. Ҡаланың өҫтәлмә белем биреү учреждениеларының балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү буйынса бик ҙур эш алып барыуын билдәләп үтергә кәрәк. «Ирәндек» лицейының ата-әсәләр комитеты рәйесе Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева үҙенең был өлкәләге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.—Мәктәптә уҡытыусы—уҡыусы—ата-әсә «өсмөйөш»ө яҡшы эшләргә тейеш. Шул ваҡытта ғына балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреп була. Ата-әсәләр үҙҙәренең әүҙем позицияһы менән мәктәп һәм класс тормошона йоғонто яһай ала. Ата-әсәләр йыйылыштарында, кластан тыш сараларҙа ҡатнашығыҙ, мәктәбегеҙҙең үҫешенә өлөш индерегеҙ,—тине ул үҙенең сығышында.

Сараның икенсе өлөшөндә йыл барышында ҙур еңеүҙәр һәм уңыштар яулаған мәғариф алдынғыларын һәм учреждениеларын тәбрикләнеләр. Балалар ижады үҙәге педагогы В.Г.Захаровҡа «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһе тапшырылды. «Айгөл» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе В.Ф.Әхмәтшина «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы—2015» конкурсы лауреаты дипломы менән бүләкләнде. 9-сы лицей «Электрон мәктәп» 3-сө республика форумы дипломына лайыҡ булды. Инновацион дөйөм белем биреү слетында еңеү яулаусы һәм балаларҙың йәйге профилле лагерын ойоштороу буйынса республика кимәлендәге конкурста 3-сө урынға лайыҡ булыусы Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы диплом һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Балаларҙың йәйге ялын һәм сәләмәтлеген нығытыуҙы ойоштороу йәһәтенән республика конкурсында уңыш яулаған «Ирәндек» лицейына ла диплом тапшырылды.

Сара аҙағында «Йыл уҡытыусыһы—2016» ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Мәртәбәле конкурста еңеү яулаусы 12-се мәктәптең Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Артур Айҙар улы Ишҡыуатов апрель айында Өфөлә үтәсәк «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы—2016» республика конкурсында ҡалабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap