Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Йырлайһың бар, илайһың бар Ғүмерең сәхнәһендә
Untitled document

Урал Сабирйән улы Мостафин 1951 йылдың 17 ғинуарында Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында донъяға килә. 43 йәшлек сағында ауыр яҙмыш һынауына дусар булыуына ҡарамаҫтан, бөгөлмәй, һынмай, киреһенсә, кешеләргә ылыға, уларға күңел донъяһын асып, шиғырҙар яҙа. Fүмерлеккә хәрәкәтһеҙ ҡалған ир-уҙаман йәшәү өсөн көрәш башлай.

Республика, район ижтимағи-сәйәси баҫмаларында шиғырҙары, проза, публицистик әҫәрҙәре менән билдәле. Батыр Вәлид һәм Сәғит Агиш исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. «Тәүбә тәсбихем», «Йәшәү яҙмыш», «Илһам көсө», «Fүмер—атылған уҡ», «Ҡойон ҡойроғо оҙон», «Хистәр донъяһы» исемле китаптары донъя күрҙе. Яҡташыбыҙҙың ижадын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Рәйсә Иҫәнбаева.

Fүмер—атылған уҡ

Донъя—кереш һәм ян.

Fүмер—атылған уҡ.

Кемдер осоп һынған,

Кемгә форсаты юҡ.

Fәзиз ғүмер ҡылда:

Тәтеләр тартылған.

Кемдәр әле юлда,

Кемдәр осмай һынған.

Яңы уҡ—һаҙаҡта.

Һаҙағы—йоҙаҡта.

Һайрар ҡошо—талда,

Һынауҙары—алда…

Fүмер—кереш, янда.

Маҡсаты—хыялда!

Яҙмыш

Күрмәгәнде күрәһең бар,

Донъялар булмай шыма.

Күрәһеңә күнәһең бар,

Зарланма яҙмышыңа.

Аунайһың бар, уйнайһың бар

Ямаулы түшәктәрҙә.

Тарих биттәре сағыла

Ярсылған көршәктәрҙә.

Йырлайһың бар, илайһың бар

Fүмерең сәхнәһендә.

Йәштәр менән йотаһың бар

Әсеһен, сөсөһөн дә.

Таяһың бар, ҡолайһың бар

Fүмерең юлдарында.

Шатлығы ла, ҡайғыһы ла

Йөрөйҙөр яндарында.

Аҡлайһың бар, яҡлайһың бар

Бөгөлгән, бөлгәндәрҙе.

Хаҡ Тәғәлә ярлыҡай, ти,

Аялай белгәндәрҙе.

Уңаһың бар, туңаһың бар

Замана елдәрендә,

Ә яҙмышың һөйрәп барыр

Салғыйың, еңдәреңдән…

Әрем

Оло юлда тормош. Ә мин—

Юл ситендә үҫкән әрем.

Үҙәгемде өҙә ғәме

Олой-илай үткәндәрҙең.

Оло юлдың бысраҡ-саңы,

Таш-ҡомдары сәсрәй миңә.

Үткән мәлдең шауҡымдары

Тамырҙарым аша һеңә.

Алһыу сәскә хуш еҫтәрен

Татыр инем мин дә яҙҙан,

Тормош әсе-сөсөләрен

Татыуҙары миңә яҙған.

Оло юлдың тәгәрмәсе

Fәмһеҙ иҙә тамырҙарҙы.

Уңалмаҫ яра

Илдең тәнен әрһеҙ талар түшкә

Әйләндерә ҡомһоҙ ас ҡорттар.

Инсандары мәшғүл баҙар менән,

Ят яраһын ялай маңҡорттар.

Ялағайҙар яраҡлашҡан дәүер,

Яттар бутай халҡым араһын.

Таш бәғерҙәр көлһә, көлөп ятыр,

Саф бәғерҙәр бәйләр яраһын.

Батыр түгел, ябай әҙәм сығыр

Аҙғынлыҡҡа ҡаршы алышҡа.

Намыҫлығын, намаҙ, ғибәҙәтен

Ҡайтарырға кире халыҡҡа.

Ябай әҙәм сығыр эренләгән

Яраларҙы йыуып бәйләргә.

Ябай әҙәм сыҙап ятмаҫ иңенә

Заман һалған бығау, бәйҙәргә.

Аҙғын заман йәнде аяламай

Сей яраға һала яралар…

Хакимдары илен аямаһа,

Ябай әҙәм үҙен аялар!

Йәшәү—бәхет

Юлым урау, юлым ауыр булыр,

Мин килермен, әгәр һин көтһәң.

Йөрәгемдә мөхәббәтем һулыр,

Уйыңда ла хыянат итһәң.

Көндәребеҙ аяҙ, йылы булыр,

Йөҙҙәребеҙ мөләйем булһа,

Төндәребеҙ наҙға, моңға тулыр,

Тәндәребеҙ йылыһын тойһа.

Йәшәү еңел, йәшәү бәхет булыр,

Йәндәребеҙ аңлашып торһа.

Fүмеребеҙ шатлыҡ менән һулар,

Күңелебеҙ гел алсаҡ булһа.

Кеше күрке—йөҙ

Йәйҙең күркен төҫләндереп,

Дөрләп килә көҙ.

Көҙҙәр кеүек килер өсөн

Күркәм булһын йөҙ.

Камиллыҡҡа ынтылғандың

Барған юлы төҙ.

Күркәмлекте күреү өсөн

Йөҙгә кәрәк күҙ.

Хис-тойғолар уянмаһа,

Күркәм төҫ тә—көл.

Тойғоларҙы сағылдырған

Уйға кәрәк тел.

Күҙҙәр, уйҙар, телдәгене

Моңға һалған—һүҙ.

Хаҡ булһа ла, яҙ күргәнде

 

Ҡысҡырмайҙар көҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap