Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
08.02.2016
Сибай сәхнәһендә—Шакировтар
Untitled document

Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артистары Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтар... Был исемдәр йыр-моң һөйөүселәргә күптән таныш.

Башта уҡ шуны әйтеп үтергә кәрәк: сағыу тамашаларҙан тыш көнөбөҙҙө күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын кеүек. Шуға күрә Шакировтарҙың Башҡортостандың Урал аръяғы буйлап ойоштороласаҡ турнеһы хаҡында хәбәр барса халыҡты ҡыуандырҙы.

Fаилә башлығы Жәүит—йор һүҙ оҫтаһы. Телмәре юморға бай кеше булараҡ, тамашаларҙа ла шул йүнәлеште үҙ өҫтөнә алған. Репертуарҙағы йырҙарҙың күбеһенең һүҙҙәрен дә үҙе ижад иткән. Лирика менән һуғарылған шиғыр юлдарын хәләл ефете Зөлфиә көйгә һалғас, бынамын тигән йырҙар тыуған! Күңелгә үтеп инер был йырҙарҙы Шакировтар дуэт менән дә, яңғыҙ ҙа башҡара. Нисек кенә булмаһын, улар ҡорған сағыу концерттар ике республика халҡын ғына түгел, сит төбәктәр тамашасыһын да әсир итә.

Әйткәнебеҙсә, Зөлфиә ханым йырсы ғына түгел, төрлө йүнәлештә көйҙәр ижад итеүсе композитор ҙа. «Көйө һүҙҙәренә тап килеп торһа ғына, йыр тыңлаусының күңелендә үҙенә урын таба. Шиғри юлдарҙы йөрәгем аша үткәреп кенә һайлап алып яҙам»,—ти З.Шакирова.

Рухи яҡтан бай эстәлекле шиғырҙары менән нескә күңелле Зөлфиәнең иғтибарын йәлеп итеп, көй яҙырға этәргән авторҙар араһында Ә.Атнабаев, Г.Зәйнәшева, Х.Мөхәмәҙиевалар ҙа бар.

Шакировтарҙың заман эстрадаһының бер көнлөк «йырҙар» күбәйгән осорҙа, һүҙҙәре менән дә, көйө менән дә күңелгә ятып торған, башҡарыу өсөн уңайлы булыуы менән дә хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ йырҙар ижад итеүҙәре үҙе үк иғтибарға лайыҡ.

Ҡайҙа ғына сығыш яһамаһындар, бар ерҙә лә артистарҙы зал аяғүрә баҫып алҡышлай. Тамашасыны хөрмәт итеп, бар нескәлектәренә тиклем уйлап эшләнгән, юғары зауыҡ менән ҡоролған тамаша беҙҙең Сибай халҡына ла мотлаҡ оҡшар!

14 февралдә Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтарҙың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театр сәхнәһендә уҙасаҡ концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

Алһыу Аҡбулатова, А.Мөбәрәков исемендәге театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap