Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
15.02.2016
Чемпионды еңдек!
Untitled document

Евротур уйындары алдынан һуңғы уйында «Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙ боҙонда Мәскәүҙән Армияның Үҙәк спорт клубы (ЦСКА) уйынсылары менән көс һынашты. Был кисте Башҡортостан көйәрмәндәре ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр. «Өфө-Арена»ның шығырым тулы булыуы ла быны раҫлай. КХЛ-дың бөтә аналитиктары, комментаторҙары ла уны шул көндә үткән бөтә уйындарҙың иң мөһиме, иң ҡыҙыҡлыһы тип атаны.

Бының сәбәбе күп. Беренсенән, ЦСКА бөгөн илдең иң көслө хоккей клубы булып һанала. Юлаевсылар был миҙгелдә уларға ҡаршы өс тапҡыр уйнап, өсөһөндә лә еңелде. Был юлы нисек уйнар? Алдағы еңелеүҙәр өсөн үс ала алырмы? Икенсенән, Өфөгә, ситтә уйнаһа ла, көйәрмәндәр һаман да «үҙенеке» һанаған, яратҡан уйынсыбыҙ Александр Радулов килә. Көйәрмәндәр уны үҙ боҙонда күптән күргәне юҡ, һағынған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Радулов Өфө боҙона сыға алманы. «Радулов та, көйәрмәндәр ҙә ныҡ көйөндө,—тине беҙҙең яҡташ, КХЛ комментаторы Fимаев.—Ләкин, ни эшләйһең, тренерҙарҙың ҡарарына ҡаршы сығып булмай. Улар шулай хәл иткән». Уйын барышында Башҡортостан «Юлдаш» телевидениеһы трибунала уйын ҡарап ултырған Радуловты бер нисә тапҡыр эре планда күрһәтте. Ҡайһы команда өсөн «ауырығандыр»—уныһы билдәһеҙ, ләкин яҡташыбыҙҙың кәйефе төшкән тип әйтеп булмай ине.

Уйын башынан аҙағына тиклем бик көсөргәнешле барҙы. Ҡунаҡтарҙың баш тренеры Квартальнов уйынға клубтың юғары лигаһында уйнаған йәштәрен сығарҙы. Ысындан да, мөмкинлек бар, ЦСКА-ға артыҡ мәрәй-ҙең кәрәге юҡ, йәштәрҙе, яуаплы осрашыуҙа бөгөн һынамаһаң, ҡасан һынайһың? Уйында тәжрибәле уйынсыларҙың, бигерәк тә ойотҡотоп алып йөрөүсе Александр Радуловтың етмәүе тәжрибәһеҙ көйәрмәндәрҙең дә күҙенә асыҡ салынып торҙо тороуын. Шулай ҙа йәштәр ҡойолоп төшмәне. Улар етеҙерәк тә, көслөрәк тә, сәмлерәк тә, уҫалыраҡ та булып сыҡты. Уйынды икенсе осорҙа юлаевсы Хлыстов индергән берҙән-бер шайбы ғына хәл итте. «Салауат» еңде—1:0. Шулай итеп, бер нисә көн элек кенә Рәсәй чемпионы исемен яулаған ЦСКА тәүге еңелеү «әсеһен» Өфөлә татыны.

«Еңдек тә ул. Үҙегеҙ күрҙегеҙ, ЦСКА уйынға йәш, тәжрибәһеҙ уйынсыларын сығарҙы. Мин бер ниндәй ҙә шатлыҡ хисе кисермәйем,»—тине уйын бөткәс «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Игорь Захаркин.

«Салауат» КХЛ-да иң күп гол индереүсе команданан һанала. Шулай ҙа уның һуңғы уйындарҙа бик ныҡ күҙгә салынған бер етешһеҙлеген әйтмәй үтә алмайым—ул күпселектә уйнағанда гол индерә алмай.Үткән уйында ла, 20 минут дүрт уйынсыға ҡаршы бишәү уйнап (ә был—тулы бер осор тигән һүҙ), ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер шайба ла ырғыта алманы.

КХЛ уйынсылары, Евротур уйындары башланыу сәбәпле, оҙайлы тәнәфескә сыҡты. «Салауат Юлаев» хоккей клубы 98 мәрәй йыйып Көнсығыш лиганың дүртенсе урынында нығынды. Уға чемпионат аҙағына тиклем ике уйын ғына уйнайһы ҡалды: 16 февралдә үҙ боҙонда Новокузнецкиҙың «Металлург»ын ҡабул итһә, 18-ендә Нижнекамскиҙа хужаларҙың «Нефтехимиг»ы менән көс һынашасаҡ. «Салауат» плэй-офф уйындарында Владивостоктың «Адмирал»ы менән уйнар тип күҙаллайҙар. Ләкин юлаевсыларға ут күршебеҙ ҡазандарҙың да эләгеүе бик мөмкин. Бөтәһен дә алда торған ике уйын хәл итәсәк.

Фәрит Әхмәров,

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap