Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
15.02.2016
Абруйлы уҙаман
Untitled document

Бөгөнгө яҙмам Темәстең абруйлы уҙаманы, халҡына арымай-талмай хеҙмәт иткән киң күңелле, асыҡ йөҙлө, дәртле, замана үҙгәрештәренә ваҡытында яраҡлашып, тормош ауырлыҡтарын халҡы менән бергә тартҡан Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы хаҡында. Һүҙҙе уның тыуып үҫкән мөхитенән, ата-олаталары төйәгенән башлау урынлы булыр тип һанайым.

Алғаҙы ауылы егете Йәнсурин Хөрмәт һәм шул уҡ ауыл һылыуы Нурдәүләтова Гөлзифа яратышып ғаилә ҡорғас, йәш ғаиләгә ҡот өҫтәп, 1949 йылдың 1 февралендә ир бала донъяға килә. Ата-әсәһе сабыйға яратып Рауил тигән матур исем бирә.

Аллаһы Тәғәлә тарафынан һәр кемдең маңлайына яҙылған яҙмышты ҡул менән юйып ташлап булмай шул… Сабый тыуып күп тә ваҡыт үтмәй, баланың атаһы Хөрмәт ағайҙы 4 йыллыҡ хәрби хеҙмәткә алалар. Атайҙы һағынып, ымһынып көтөүҙәр бушҡа була. Йәнсурин Хөрмәт ил алдындағы изге бурысын үтәгәс, хеҙмәт иткән урынында, Ленинград ҡалаһында эшкә урынлашып, шунда йәшәргә ҡала. Бергә йәшәү өмөтө юғалғас, Гөлзифа апай ҙа яңынан ғаилә ҡора. Малайҙы, үгәй атаһынан ҡурсалап, атаһы яғынан ҡартатаһы Хәйбулла һәм ҡартәсәһе Шәрифьямал инәй ҡулына бирәләр.

Ҡартатаһы менән ҡартәсәһе үтә олоғайғас, үҫмер баланы кесе улдары (Хөрмәттең ҡустыһы) Йәнсурин Салауат һәм Фәриғә килене ҡулына тапшыралар. Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ заманда ағай менән еңгәй нәмә алып бирә шуны кейеп, нәмә бирһә шуны ашап, үҫмер бала үҙ тырышлығы менән йәшәргә ынтыла. Алғаҙы ауылында ата-инәле үҙ тиңдәштәренең «атай», «әсәй» тигән һүҙҙәрен ишетеп, уларға берсә көнләшеп, берсә тилмереп ҡарай. Кесе йәштән был һүҙҙәрҙе әйтеп өйрәнмәгәс, эстән генә үҙ алдына «атай, әсәй», тип әйтеп ҡарай ҙа, күңелендә ауыр тойғолар уяна. Колхоз хужалығында эшләгән йәш ғаиләнең үҙ йортонда туҡтауһыҙ эштәр табылып тора, ҡушҡан эштәрҙең барыһын да урын-еренә еткереп, ваҡытында эшләп ҡуя. Рауил Хөрмәт улы әле лә: «Ағайым менән еңгәйем тормошта кәрәк булған барлыҡ хужалыҡ эштәренә лә өйрәтте»—тип ҡыуана һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Рауил Хөрмәт улының бөтә тиңдәштәре лә фронттан ҡайтҡан йәш ғаиләлә тәрбиәләнгән ата-әсәле, көр күңелле малайҙар һәм ҡыҙҙар. Улар араһында үҙен кәм тотоуына үҙе борсола башлай. Оҙон төндәр буйы йоҡлай алмай уйланып ятҡан саҡтарында ауыр яҙмышының сәбәптәрен асыҡлай алмай уфтана. Ҡушылған эштәрҙе эшләп бөткәс, ҡармаҡ тотоп, Юлыҡ йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға йөрөй. Төнгө уйҙарын иҫенә төшөрөп моңланған саҡтарында теш араһынан ғына һыҙғырып хисле, моңло тауыштар сығарырға өйрәнә, эстән генә көйләп йырлай ҙа башлай. Бала саҡта тыуған моңло, зарлы тауыш ир ҡурына тулғас уны ҙур сәхнәләргә алып сыға. Бөгөн уның сәхнәлә йырлағанын һәр кем кинәнеп, яратып тыңлай.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ…Һәр нәмәгә ҡытлыҡ, зарлы заман еңгәй ҡулында дауам итә. Ауылда 4 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 7 саҡрым алыҫлыҡтағы Әбделкәрим һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. Ә һигеҙ класты тамамлағас, уҡыуын Хәйбулла районы Аҡъяр мәктәбендә дауам итә. Балалыҡ яҙмышы еңгәй ҡулынан еҙнәй ҡулына күсә. 14 йәшлек Рауилды әсәһенең бер туған һеңлеһе, уҡытыусы Йәндәүләтова Хәтимә апаһы менән Моратов Фирғәт еҙнәһе көтөргә ала. Яңы урында ла Рауил тырышып уҡый, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Ун йыллыҡ белем алғас та БДУ-ның математика факультетына уҡырға инә. 1973 йыл уҡыуын тамамлай, шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1974 йылда юғары белемле, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй сыныҡҡан йәш егетте Ҡолсора ауылының ун йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Әсәһен дә Ишбирҙе ауылынан Ҡолсораға күсереп ала. 1975 йылда завуч итеп үрләтәләр. Тиҙҙән йәш КПСС ағзаһы Рауил Хөрмәт улын райкомға инструктор итеп эшкә алалар. 1977 йылда—сәйәси ағартыу бүлеге, 1981 йылда пропаганда бүлеге мөдире итеп үрләтәләр. Хеҙмәттә ныҡлы сынығыу алған Рауилды 1986 йылда күп тармаҡлы хужалыҡ алып барған «Һәүәнәк» совхозына партком секретары итеп күсерәләр.

Рауил Хөрмәт улы үҙенең 40 йыллыҡ хеҙмәт стажының 30 йылын Темәс ауылында арымай-талмай халыҡҡа хеҙмәт итә. 1986-1990 йылдарҙа совхоздың партком секретары, артабан директорҙың урынбаҫары, ауыл советы рәйесе, урта мәктәп директоры, «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, ауыл биләмәһе башлығы вазифаларын намыҫлы башҡарҙы.

Республика, район етәкселәренең ярҙамы, бигерәк тә Баймаҡ район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡовтың кәңәше, тел ярҙамы менән ауылдарҙа күп төҙөлөш, көнкүреш, тәрбиәүи эштәрҙе хәстәрләргә тура килә. Ауылда газ үткәреү, юлдарға асфальт түшәү, һыу торбаларын алыштырыу, яңы урамдар төҙөү, яңы электр үткәргестәр һуҙыу, мәктәп, балалар баҡсаһы, музей, мәҙәниәт йорттарына реконструкциялар үткәреү, баҙар комплексын төҙөү, ауылдарҙа иман йорттарын асыу, халыҡ талаптарын үтәү етәксене күп уйланырға, йүгерергә мәжбүр итә.

Ауылда ойошторолған сараларҙа милли рух сағыла. Әле Темәс ауылының тарихын асыҡлау өсөн Темәс энциклопедияһы төҙөлә башланы. «Һәүәнәк» совхозының 85 йыллығын иҫәпкә алып, 2016 йылдың июнь айында Шәжәрә байрамын үткәреү буйынса урындағы эшҡыуарҙар менән төплө һөйләшеү булды.

Һүнеп барған ауылдарҙы тергеҙеп, эшһеҙ миңрәп ҡалған ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү, һәр ауылда сауҙа нөктәләре асыу, урман хужалығына нигеҙләнеп яңы эш урындары булдырыу, таш эшкәртеү цехтарын сафҡа индереү республика, район хужалыҡтарының ишектәрен шаҡыуҙы талап итә. Элек шаулап эшләп торған, хәҙер хужаһыҙ ҡалған етештереү йорттарын, ҡый баҫҡан совхоз ерҙәрен файҙаланып йәштәрҙе Себер ҡоллоғонан һаҡлап ҡалыу өсөн күп уйланырға, халыҡ менән күп ыҙғышырға мәжбүр итә. Пай ерҙәрен алып та, һалымынан ҡурҡып пайынан баш тартҡан кешеләрҙе дөйөмләштереп фермер хужалыҡтары ойошторола, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ хужалыҡтары тергеҙелә. Пай ерҙәрен бесәнлеккә әйләндергәс мал үрсеткән халыҡҡа ҙур мөмкинселектәр асылды. Тырышҡандар шәхси хужалыҡтарын тергеҙәләр. Ауылда ҡатлы-ҡатлы таш йорттар төҙөлә. Яңы урамдар ҡалҡып сыға. Ауылда етеш тормош көткәндәр һаны арта. Эшһеҙлек кәмей. Әлбиттә, һанап үткән уңыштар менән бер рәттән Темәстә кире күренештәр ҙә ярылып ята. Әммә Рауил Хөрмәт улы етәкселегендә, артабан да, ауыл тормошондағы проблемалар депутаттар, эшҡыуарҙар, йәмғиәт ойошмалары һәм халыҡ менән берлектә ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ.

Рауил Хөрмәт улының уңышлы хеҙмәттәре юғары дәүләт органдары, йәмғиәт ойошмалары тарафынан тейешенсә баһаланып бара. Ул ауылдың «Почетлы гражданы» ла. Уның артабан да абруйлы ил уҙаманы булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Сәлимйән Вәлеев, Рәсәй мәғариф отличнигы,

 

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap