Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
15.02.2016
Сәхнәлә—Марсель Ҡотоев!
Untitled document

«Бибинур, Бибинур, ҡояш һиңә сәсә нур...» Ошо йырҙы 1994 йылда «Сулпылар» телевизион каналында башҡарған 8 йәшлек малайҙы хәтерләйһегеҙме? Моғайын, арағыҙҙа кире яуап ҡайтарыусы юҡтыр. Ул саҡта бәләкәй «әртис» Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһенә конкурста ҡатнышыу ниәте менән генә күтәрелһә, бөгөн был сәхнә өлгөрөп еткән талантлы йырсының эш урыны. Эйе, бөгөн яҡташыбыҙ, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тиҙҙән ул беҙҙең төбәккә—үҙенең тыуып үҫкән яғына концерт менән килә. Ошо уңайҙан әңгәмәләшеп тә алдыҡ.

—Марсель, тәүге ижад байрамың ҡайһы тарафтарҙа үтәсәк?

—Концертымды тыуған ауылым Буранбайҙан башлайым. Ауылдаштарымдың барыһын да 18 февраль тамашала көтәм. Шулай уҡ 19 февралдә—Баймаҡ ҡалаһында, 20-һе—Сибайҙа, 21-е Иҫке Сибай ауылында сығыш яһайым.

—Һин тәү тапҡыр 1994 йылда ҙур сәхнәгә күтәрелгәйнең. Быға 22 йыл ваҡыт үтеп киткән. Шул мәлдән сәхнәнән төшкәнең юҡтыр ул?

—Мин бәләкәйҙән йырлайым. Әммә республика кимәлендәге конкурсҡа сығып, ҡаҙаныш яулауым, ысынлап та, нәҡ шул 1994 йылға тура килә. «Сулпылар» тапшырыуына шул тиклем рәхмәтлемен. Ошо конкурстан һуң мин йырсы булырға ҡарар иттем дә инде. Әле профессиональ сәхнәлә сығыш яһауыма—12 йыл. Әммә оҙаҡ ҡына айырым концерт бирергә баҙнатсылыҡ итмәй килдем.

—Уңыштарыңды хәтергә төшөр әле?

—Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында үткәрелгән «Ирәндек моңдары»нда—Гран-при, «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында «Йыл асышы» номинацияһында, Хакас республикаһында уҙғарылған «Ут йыры» халыҡ-ара этник эстрада фестивалендә еңеү яуланым.

—Һин башлыса халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирәһең, шулаймы?

—Халыҡ йыры—ул мәңгелек. Ул халҡымдың үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә. Ысынлап та, эстрада йырҙарына ҡарағанда мин уларға өҫтөнлөк бирәм. Бала саҡта Абдулла Солтанов, Азамат Тимеров, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков яҙмаларын тыңлап, уларҙан отоп алырға тырыша инем. Әлә халыҡ йырҙарына иғтибар булыуына, һәр төрлө конкурстар ойошторолоуына ҡыуанам.

—Бөгөн бер көнлөк йырҙар күбәйеүенә нисек ҡарайһың?

—Ялған ҡиммәттәр уйлап сығарыуҙан ни файҙа? Улар бөгөн бар, иртәгә юҡ. Халыҡ йыры барыбер иң ҙур хазина булыуҙан туҡтамаясаҡ. Тамашасы быны аңлай, баянға, гармунға ҡушылып йырлауҙы үҙ итә.

—Һәр нәмәгә нигеҙ ғаиләлә һалына. Һинең йыр-моңға булған талантың да юҡтан яралмағандыр?

—Ата-әсәйем ябай ғына ауыл кешеләре. Улар йыр-моңға битараф түгел. Әсәйем йырлай, гармунда уйнай. Йәш сағында Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ла ингән ул, тик һағыныуын баҫа алмай, ҡайтып киткән. Өләсәйем дә йырлай, гармунда уйнай ине. Ул миңә байтаҡ йырҙар өйрәтте. Атайым яғынан туғандарым да һәләтле. Ҡартатайым моңло тауышлы булған. Хатта «Илсе Fайса»ны унан оҫтараҡ башҡарған кеше юҡ, тиҙәр ауылдаштарым.

—Ҡустыларың да йырлай, эйеме?

—Нух, Фәрүәз, Вилдан исемле ҡустыларым бар. Әлеге концертымда ижадташ дуҫтарым ғына түгел, ҡустыларым да сығыш яһаясаҡ. Тамашала халыҡ, эстрада йырҙарынан тыш, сит ил опералары ла яңғыраясаҡ.

—Әйткәндәй, һин итальян телендә опералар башҡараһың? Кемдер өйрәтәме?

—Училищела уҡығанда уҡ ошо операларға ғашиҡ булдым. Кумирым—Лучано Паваротти. Уның яҙмаларын тыңлап, йырлағандарын өйрәнеп алам. Ҙур ғына бер хыялым бар, сер итеп кенә әйтәйем әле: Итальяла бөтә донъяға билдәле булған Ла-Скала сәхнәһендә сығыш яһағым килә.

—Әйт әле: операны башҡарыу ауырыраҡмы, әллә башҡорт халыҡ йырынмы?

—Икеһе лә еңелдән түгел, һәр береһе үҙенсә ауыр, үҙенсәлекле. Шул ваҡытта улар бер-береһенә тартым да. Абдулла Солтанов Францияла саҡта һорағандар бит: «Һеҙ ниндәй ариянан өҙөк йырланығыҙ»,—тип. Был әлеге һүҙемә дәлил. Әйтәйек, башҡорт халыҡ йырының тарихын белмәйенсә, шул тарихҡа башкөллө «суммайынса» урын-еренә еткереп башҡарып булмай.

—Һин үҙ ауылыңдың йырын—«Буранбай»ҙы йырлайһыңмы әле ул?

—Әлегә үҙем өсөн генә. Сәхнәлә йырлағаным юҡ, уны башҡарыу кимәленә етмәгәнмендер, тип уйлайым. Буранбайҙан булып та «Буранбай»ҙы йырламау яҙыҡ булыр, киләсәктә һис шикһеҙ халыҡҡа сығарырмын.

—Буранбай тигәндәй, һеҙҙең ауыл халҡының йырға маһир булыуының сере нимәлә?

—Эскән һыуҙанмы, ултырған урынданмы—белмәйем. Был серҙе берәү ҙә белмәй әле. Иң мөһиме—буранбайҙар шәп йырсы тигән данға әле лә тап төшөрмәй. Бынамын тигән яңы быуын да үҫеп килә.

—«Буранбай» тигән төркөм булдырһағыҙ ҙа булыр ине инде...

—Әллә инде. Төркөмдө белмәйем, әммә киләсәктә ҡустыларым менән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға уй бар.

—Хыялың, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр. Сөнки әле башланғыс һалғанһың. Уңыштар!

 

Резеда Вәлиева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap