Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
15.02.2016
Әсе афған еле яҙмыштарҙы Телеп үтте, ҡалды яралар...
Untitled document

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсһөҙ зат тиҙәр. Бының менән һәр саҡ килешеп тә булмайҙыр. Мәҫәлән, бөгөнгө мәҡәләм ҡыйыу йөрәкле һәм көслө ҡатын хаҡында.

Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙы Утарбаева Афған һуғышы барған мәлдә Газни госпиталендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ике йыл буйына яралы яугирҙәрҙең ғүмере өсөн көрәшкән ханым 2 һалдат миҙалы менән наградланған. Хәҙерге көндә ул Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының 1-се терапия участкаһы мөдире.

—Был һуғышҡа беҙ Тыуған ил саҡырыуы буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында атай-олатайҙарыбыҙҙың күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын иҫтә тотоп йүнәлдек,—ти шәфҡәт туташы.—Әммә был һуғыш, бөтә ил халҡы ҡатнашҡан азат итеү көрәшенән ҡырҡа айырылды. Совет һалдаттары сит илдә, сит һуғышҡа барып инде. Ир-егеттәр Ватаныбыҙ алдындағы бурысты намыҫ менән үтәне. Унда күргәндәрҙе хәҙер иҫкә алмаҫҡа тырышалар. Ҡанҡойош уйын эш түгел...Мин госпиталдә хеҙмәт иттем, йөҙәрләгән үлем күрҙем.

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙы 1981 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылда СССР Оборона министрлығы бойороғо менән Афғанға хеҙмәткә саҡырыла. Баш тартырға ла була, әммә ҡыҙ унда үҙен кәрәклерәк тип һанай. Әсәһе ҡыҙының был теләгенә ҡаршы төшә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән атаһы: «Ҡарар иткәнһең икән—бар»,—тип фатихаһын бирә. Сибай ҡалаһынын улар шәфҡәт туташы Елена Корсакова менән бергә хеҙмәткә китә.

—Һуғыш беҙ уйлағандан тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Госпиталдә операция эшләүсе табиптарға ярҙам иттем. Бөтәһен дә ташлап ҡайтырға теләгән мәлдәр йыш булһа ла, хәрби хеҙмәтем миңә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа өйрәтте, медицина практикаһы бирҙе. Бәрелештәрҙән һуң госпиталгә килтерелгән яралылар янына бөтә медицина персоналы сығып, уларҙы бүлектәргә айыра инек. Ҡаты яраланған, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ егеттәрҙе күреү үтә лә аяныслы булды. Хирургтар операция өҫтәле янынан бер минутҡа ла китә алмай ине. Яралыларға беҙ әсәй ҙә, апай ҙа, дуҫ та булдыҡ. Сөнки һәр яралы егет кемдеңдер ғәзиз балаһы булыуын яҡшы аңланыҡ.

Сит ергә, тәбиғәт шарттарына, эҫегә күнегеү еңел бирелмәне. Йәшәү уңайлыҡтары ла булманы. Татыулыҡ, берҙәмлек ауырлыҡтарҙан ҡотҡарҙы. Ул һуғышты үткәнемә үкенмәйем, хәҙер ысын дуҫлыҡ, кешеләрсә мөнәсәбәт нисек булғанын яҡшы беләм.

Рәғиҙә Афғанстандан тыуған яғына 1986 йылда әйләнеп ҡайта. 1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1994 йылда Сибай үҙәк дауаханаһына табип-терапевт булып эшкә килә һәм әлеге көндә лә уға тоғро ҡала.

Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙының тормош иптәше лә табип. Утарбаевтар ғаиләһендә ике ул буй еткерә.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap