Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Юлдары һәр ваҡыт тәртиптә
Untitled document

Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай. 89 кешенән торған уңған коллективты тәжрибәле етәксе, район Советы депутаты Зиннур Мөхәмәт улы Рәхимов етәкләй. Йылайыр юлсылары йыл әйләнәһенә районда автомобиль юлдары төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоу эше менән шөғөлләнә.

Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы 495,5 километр оҙонлоғондағы юлды, шул иҫәптән 115, 22 километр арауығындағы асфальт-бетон юл япмаһын хеҙмәтләндерә. Район биләмәһендәге 13 күперҙе тәртиптә тотоу ҙа юл хеҙмәткәрҙәре иңендә. Бынан тыш, юлдарҙағы барьер ҡоймаларын, юл тамғаларын йыуып, буяп торорға кәрәк. Юлдың ситендәге үләнде сабыу, сүп-сарҙан таҙартыу эштәрен дә даими башҡаралар.

2015 йылда юлсылар Йылайыр ауылының Киров, Төҙөүселәр урамдарында асфальт япмаһындағы соҡорҙарҙы ямау эшен атҡарған. Кананикольск-Шанск йүнәлешендә 13 километр оҙонлоғондағы юл ремонтланған, Йылайыр-Кананиколск-Иҫке Собханғол йүнәлешендә 13,3 километр юлға асфальт түшәлгән. Исҡужа карьерының производство базаһында ваҡлау-сортировкалау заводын реконструкциялау буйынса ҙур күләмле эштәр башҡарылған. 2015 йылда бында 30 931 квадрат метр майҙанда таш сығарылған, бөтәһе 85 964 тонна ҡырсынташ әҙерләнгән. Йылайырҙың сифатлы ҡырсынташын Баймаҡ, Хәйбулла, Мәләүез һәм Күгәрсен райондарының юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары һатып алған.

Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ҡарамағында ДС-158 асфальт-бетон заводы бар. Бында эштәр бер сменала алып барыла. Уҙған йылда 3 824,4 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы әҙерләнгән.

Предприятиеның 24 йөк автомобиле, 5 махсус техникаһы, 4 еңел автомобиле, 3 автобусы, 1 автокраны, 9 тракторы, 6 бульдозеры, 3 автогрейдеры, 3 экскаваторы, 5 асфальт һалыу һәм башҡа техникалары бар. Ауыр һауа һәм юл шарттарында эшләүсе юл техникаһы тиҙ таушала, сафтан сыға. Шунлыҡтан идаралыҡ етәкселеге техниканы ремонтлауға яңы запас частар алыу өсөн аҡса йәлләмәй. Водителдәр һәм механизаторҙарҙың тырышлығы менән техника һәр ваҡытта төҙөк һәм сафта.

Быйылғы ҡарлы-буранлы ҡышта юлдарҙы тәртиптә тотоу йылайырҙар өсөн айырыуса ауырға тура килә. Әммә үҙ һөнәрҙәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған юл хеҙмәткәрҙәре алдарына ҡуйылған бурысты теүәл үтәргә өйрәнгән. Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшсәндәренең тырышлығы менән юлдар гел тәртиптә.

Азалина Мәхейәнова.

 

Һүрәттә: тәжрибәле механизатор Александр Любимов үҙенең Т-150 тракторында юл яра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap