Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
24.02.2016
Бил бирмәҫ батыр ул
Untitled document

Халҡыбыҙ элек-электән үҙенең батырҙарын, данлыҡлы көрәшселәрен исемләп белгән, ихтирам иткән. Бил бирмәҫ көрәшсе Айҙар Байсуриндың исеме лә сибайҙарға, күрше райондар халҡына яҡшы таныш.

Айҙар йәмле Йылайыр районының Сәләх ауылында Баязит Фәйзулла улы һәм Роза Юрий ҡыҙы Байсуриндарҙың татыу ғаиләһендә иң кесеһе—өсөнсө бала булып донъяға килә. Йомағужа мәктәбендә уҡыған сағында ул ныҡлап спортҡа ылыға. 2000 йылда 5-се класс уҡыусыһы Айҙар Байсурин физкультура уҡытыусыһы Миңлеғәле Ҡолһарин етәкләгән көрәш түңәрәгенә яҙыла һәм бар күңелен һалып милли спорт төрө менән шөғөлләнә башлай. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Шул уҡ йылда Айҙар көрәш буйынса район беренселегендә 3-сө урын яулауға ирешә. Һуңынан Еңеүҙең 60-йыллығына арнап ойошторолған республика беренселегендә  2-се урынға лайыҡ була.

Мәктәп йылдарында милли көрәш буйынса район намыҫын яҡлап бик күп республика ярыштарында ҡатнашып призлы урындар яулай. Әйткәндәй, Айҙарҙың ағаһы Малик та көрәш буйынса күп тапҡырҙар район, республика ярыштарында еңеү яулап дан ҡаҙанған.

Физкультура уҡытыусыһы булырға хыялланған егет Сибай институтына уҡырға инә. Студент йылдарында милли көрәштән айырылмай. Айҙар Байсурин 2011, 2012, 2014 йылдарҙа «Ирәндек батыры» ярышында еңеү яулай һәм ат менән бүләкләнә. Ул шулай уҡ өс йыл рәттән «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» тип билдәләнде. Бынан тыш, бер нисә йыл «Йыл спортсыһы» исемен алды. Тырыш, ныҡышмал егет милли көрәш буйынса Башҡортостан Чемпионы һәм Рәсәй призеры булып танылды.

2012-2013 йылда Айҙар үҙ теләге менән әрмегә барып, Ватан алдындағы бурысын үтәй. Ҡыйыу егет Свердловск өлкәһендә террорға ҡаршы көрәшеүсе төркөмдә хеҙмәт итә. Бында ла ул гир күтәреү һәм көрәш буйынса уҙғарылған ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Сержант Айҙар Байсуриндың ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте «Хәрби бурысына тоғролоҡ өсөн», «Ҡоро ер ғәскәрҙәре отличнигы», «Яугир-спортсы» знактары менән билдәләнә. Өлгөлө һалдаттың ата-әсәһенә хәрби частан Рәхмәт хаты ебәрелә.

Хеҙмәт юлын Айҙар Баязит улы Байсурин Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә башлай. 3-сө курста уҡыған сағында ул ошо белем усағында педагогик практика үтә. Мәктәп етәкселеге тырыш егетте 5-се курста уҡыған мәлендә үк эшкә саҡыра. Бына 4-се йыл инде Айҙар Баязит улы балаларға физкультуранан һабаҡ бирә. 2014 йылда мәктәптә көрәш түңәрәге ойоштора. Унда 5-9 класс малайҙары бик теләп шөғөлләнә. 2015 йылда 12-се мәктәптең йәш көрәшселәре яугир-интернационалист Р.Х.Ҡолһарин иҫтәлегенә үткәрелгән төбәк ярышында командалар араһында 3-сө урынға сыға.

Йыл башында Айҙар Сибайҙа милли көрәш буйынса ҡала беренселеген ойошторҙо. Уҡыусылары бында ла һынатмай, призлы урындар яуланы. Сибай ҡалаһы биләмәһендә йәштәр араһында милли көрәште пропагандалаусы һәм үҫтереүсе Айҙар Байсуринға Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылыуы уның эшенә оло баһа булып тора.

Коллегалары Айҙар Баязит улын өлгөлө ғаилә башлығы тип белә. Улар ҡатыны Эльвира Зәйнулла ҡыҙы менән Айсаф исемле ул үҫтерә. Тимәк Байсуриндар нәҫелен дауам итерҙәй батырҙар бар әле.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap