Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
24.02.2016
Атай һөйөүе—ҡиммәтле бүләк
Untitled document

Ишле ғаилә башлығымын. Аллаға шөкөр, өлкән улыбыҙ Арслан Сибай гимназияһын уңышлы тамамлап, бөгөнгө көндә Санкт-Петербург ҡалаһында юғары белем ала. Әлфирә ҡыҙым һәм Шамил улым 12-се мәктәптә тырышып уҡып йөрөй. Ҡатыным уҡытыусы булғас, ата-әсәләр йыйылыштарына үҙе йөрөй, тәрбәүи эше менән дә күберәк ул булыша. Һөнәрем буйынса мин дә педагогмын, әммә әлеге көндә төп бурысым—ғаиләне ҡарау өсөн аҡса табыу.

Күптән түгел белем усағында уҙғарылған атайҙар кәңәшмәһенә саҡырылғас, ҡыуанып барҙым. Ысынлап та, бында ысын ир-егеттәр—ғаилә тотҡалары йыйылғайны. Йыйылышта абруйлы ҡунаҡтар—Сибай ҡала Советы депутаты Виктор Тюриндың, Наркомания һәм алкоголизмға бәйлелекте реабилитациялау үҙәге етәксеһе Андрей Федосовтың, «Тәҡүә» мәсете имам-хатибы Әғләметдин Fәзизовтың, «Отрада и Утешение» храмы настоятеле Владимир Мещаниновтарҙың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Уларҙың һәр береһе ғаиләлә атай абруйын күтәреү тураһында һөйләне. Уның «Балаларығыҙҙы үҙ миҫалығыҙҙа тәрбиәләгеҙ. Атай булыу—үҙ ғаиләң өсөн яуап биреү. Иң мөһиме—ул-ҡыҙҙарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ғәҙел булығыҙ. Балағыҙға шәхес итеп ҡарағыҙ»,—тип өйрәтте Әғләметдин хәҙрәт.

Мәктәптең педагог-психологы Лилиә Fәлимованың да атайҙарға әйтер һүҙҙәре бар ине: «Балаларығыҙҙы яратығыҙ, уларға мөмкин тиклем иғтибар бүлегеҙ. Атай һөйөүен ҡиммәтле бүләк, аҡса рәүешендәге суррогатҡа алмаштырмағыҙ. Ваҡыт үтеү менән һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың иҫендә ҡиммәтле компьютер, уйынсыҡтар, күстәнәстәр түгел, ә улар менән бергә уҙғарған көндәр, күңелле ваҡиғалар уйылып ҡаласаҡ»,—тип әйтеүе барыһын да уйландырҙы. Лилиә Ишбулды ҡыҙы уҡыусыларҙың аталары тураһында яҙылған иншаларҙан өҙөктәр ҙә килтерҙе.

Йыйылышта мәктәптә патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленгәне асыҡ күренде. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Артур Айҙар улы Ишҡыуатов хатта атайҙар һәм улдар араһында автоматты һүтеү һәм йыйыу буйынса ваҡытҡа ярыш та ойошторҙо. Сәмле сараны бөтә зал алҡышланы.

Мәктәп директоры Fилминур Fәйнуллина «Fаилә һәм мәктәптең хеҙмәттәшлеге киләсәк быуындың әҡлаҡи тәрбиәһенең нигеҙен тәшкил итә»,—тине үҙенең сығышында.

—Ата-әсә өлгөлө икән—бала өсөн был талпынып осор ҡанат. Атай булыуы еңел ул, ә бына ысын атай булыуы ауыр. Һеҙҙең барығыҙға ла ғәзиздәрегеҙ өсөн ысын атай булыуығыҙҙы теләйем,—тип беҙҙе дәртләндереп ҡайтарҙы етәксе.

«Атайлы бала—арҡалы»,—тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Шуға күрә лә һәр бала кес кенә сағынан үҙен яҡлаусы, һаҡлаусы барлығын белеп үҫергә тейеш. Бер ата ла үҙ балаһына әҙәптән дә яҡшыраҡ бүләк ҡалдыра алмай. Үҙебеҙ әҙәпле, эшебеҙ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ, холҡобоҙ менән дә сабыйҙарыбыҙға өлгө булайыҡ.

Артур Яфаров.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap