Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
24.02.2016
Онотолмай әрме йылдары
Untitled document

Белеүебеҙсә, ир-егет үҙ ғүмерендә өс шартты үтәргә тейеш: өй һалырға, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә. Шулай уҡ үҙен ысын ир-егет тип һанағандар ил алдындағы бурысын мотлаҡ үтәй. 23 февраль—Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был көндө һалдат булмағандар, әрмегә барырғамы, юҡмы тигән һорау алдында аптырап ҡала. Ә инде хәрби бурысын үтәгәндәр хеҙмәт юлын хәтерләй.

Таһир Мырҙағәлин, Сибай ҡалаһы:

—1980-1983 йылдарҙа Иран, Афған сиктәре буйында хеҙмәт иттем. 800 кеше араһында беҙ, башҡорттар, дүртәү генә булдыҡ. Дүртәү булһаҡ та берҙәм йөрөнөк. Мин Баймаҡ районынан бер үҙем. Беҙҙең заманда «дедовщина» тигән нәмә булманы. Учебкала бөтә һалдаттарҙы Николай Караташ ҡараны. Бер көн шулай барлыҡ егеттәрҙе бер рәткә теҙеп ҡуйҙы ла:

—Башҡортостандан бармы?—тип һорай. Беҙ дүрт егет алға сығып баҫтыҡ, иң беренсе мин торам.

—Белорт ҡалаһын беләһеңме?—тип һорай.

—Беләм,—тип күңелем тулып китте. Ер аяғы, ер башында ниндәйҙер хохол беҙҙең Белорет ҡалаһын һораһын әле!

—Мин учебкала саҡта Белореттан бер старшина булды. Ул беҙҙе рота менән йүгертте, ыҙалатты. Бына мин дә шулай итәсәкмен,—ти.

Һүҙендә торҙо старшинабыҙ. Ниндәй генә күнекмәләр эшләмәнек. Тик ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙ Башҡортостандан икәнебеҙҙе онотманыҡ. Бөтә һалдаттар алдында дүртебеҙҙе өлгө итеп ҡуйҙылар. Әле лә хеҙмәттәштәр менән аралашып торам. Бөгөнгө йәштәр әрменән ҡасмаһындар ине. Хәрби хеҙмәт кәүҙәне генә түгел, характерҙы ла сыныҡтыра. Ни тиһәң дә, тап әрме егеттәрҙе ысын ир-егет итә, үҫтерә, тәрбиәләй.

Вилюр Мәүлитов, Баймаҡ районы:

—Әрмегә мин 18 йәшемдә алындым. Беҙгә тиклем 4 йыл хеҙмәт иткәндәр, ә мин 3 йылға эләктем. Балтик диңгеҙенең хәрби флотына эләктем. Флотта барлығы 50-60 кеше, ун бергә яҡын милләт, ә Башҡортостандан бер үҙем. Өлкәндәрҙе, әлбиттә, тыңланыҡ, хөрмәт иттек. Тик йәберләтеп ыҙалатыусы булманы. Татыу булдыҡ. Беҙҙең ғаиләлә 10 бала: 6 ул һәм 4 ҡыҙ. Атайымдың 6 улы ла хеҙмәт итеп ҡайтты. 2 диңгеҙсе, 2 танкист, 2 сик буйы һаҡсыһы. Әрме малайҙан ысын ир-егет яһай, донъя күреп, кеше менән уртаҡ тел табырға өйрәнәһең. Флотта көн һайын мичман булған кеше йыр йырлатырға тейеш ине. Әлбиттә, һәр милләт үҙенең йырын үҙ итә. Бына минең дә сират етеп килә. Үҙебеҙҙең башҡорт йырҙарын иҫләмәйем, урыҫтың «Варяг»ынан башҡа белмәйем. Аптырап, ни эшләргә тип уйға баттым. Шул саҡ «Шайморатов генерал»дың беренсе куплеты иҫкә килеп төштө. Иҫләүен иҫләнем дә, тик хәҙер ҡалғандарҙы нисек йырлатырға. Бер кем дә башҡортса белмәй.

—Ат уйнатып алдан бара,—тигән һүҙҙәремдән һуң бөтә строй:

—Шайморатов генерал,—тип ҡысҡыра. Командирҙың күңеле булғансы көлдө.

—Афарин, юғалып ҡалманың,—тип маҡтай.—Кем һуң ул Шайморатов генерал?

Мин уға үҙебеҙҙең ҡаһарман дивизия командиры хаҡында һөйләп бирҙем.

Өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 1972 йылда ҡайтып төштөм. Ҡалырға ла уй бар ине, тик туғандарым риза булманы. Беҙҙең заманда флотта хеҙмәт итеү үҙе ҙур ҡыуаныс була торғайны. Ярты йылдан һуң ике класташым да диңгеҙсе булды. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр әле лә онотолмай, ҡайһы ваҡыт төшкә инәләр. Өс йыл хеҙмәт ваҡытында тыуған яҡҡа өс тапҡыр ялға ҡайттым. Күп командирҙарыбыҙ фронтовик ине. Кузьмин тигән майорыбыҙ һуғыш ваҡытында яралана. Яу яланынан уны Кәримов тигән башҡорт егете алып сыға, тик үҙе һәләк була. Шунда майор Кузьмин ҡайҙа ғына булһа ла башҡорттарға ярҙам итергә тип үҙенә һүҙ бирә. Минең өс йыл хеҙмәт дәүеремдә ҡулынан килгәнсе ярҙам итте.

Мотал Рәмов, Йылайыр районы:

—Яҙғы саҡырылыш буйынса 1982 йылда әрме сафына алындым. Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында 5 ай учебка үткәс, Финляндия сигенә ебәрҙеләр. Өлкән водитель булып хеҙмәт иттем. Башҡортостандың Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан егеттәр булды. Әлбиттә, бергә булырға тырыштыҡ, осрашып торҙоҡ. Йәштәр әрменән ҡурҡмай, ваҡытында йөрөп ҡайтһындар ине. Ике йылымды бушҡа әрәм иттем тигәндәр ҙә булды. Минеңсә, бушҡа түгел. Һин Ватаның алдында торған бурысыңды үтәйһең. Ә был—изге бурыс. Учебкала саҡта бер егет мине саҡырып алды ла:

—Мине беләһеңме?—тип һорай.

—Юҡ, һин ҡайһы яҡтан һуң?—тип үҙенән һорайым.

—Йылайыр,—ти.

Мин үҙем Мәҡсүт ауылынан, райондың барлыҡ ауылдарын һанап бөттөм. Ә ул 5-6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Йомағужа ауылынан булып сыҡҡан.

Ринат Ҡунаҡасов, Хәйбулла районы:

 

—Әрмегә алынған саҡта әле малайлығыбыҙ сығып бөтмәгән йәш егеттәр инек. Беҙгә интернациональ бурысығыҙҙы бирергә тейешһегеҙ тип аңлаттылар. Ул саҡта ҡайҙа барып юлығырҙы күҙ алдына ла килтермәнек. 1983 йылда Афғанстан (Гирак) еренә килеп төштөк. Ике йыл шофер, шулай уҡ инженер ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Әле унда һуғыш барғанын халыҡ белмәй ине. Складтан тәүге сапер сумкаһын теүәлләп, юлды минанан таҙарттыҡ. Учебка ваҡытында башҡорт егеттәре күмәк ине, Афғанстанға бер үҙем эләктем. Һуңынан, бер нисә айҙан, Салауат еренән ике егет килде. Төрлө йөк, снаряд, һуғыш ҡоралдарын һаҡланыҡ. Төнөн дошмандар ҡуйып киткән тау араһындағы миналарҙы эҙләнек. Ундағы тауҙарҙың бейеклеге, әйтерһең, болот менән тоташҡан. Төнөн бер нәмәгә иғтибар итмәй менәбеҙ ҙә менәбеҙ. Көндөҙ ундай бейеккә нисек менгәнбеҙ икән тип аптырайбыҙ. Беҙҙең алға бурыстар күп ҡуйылды, ә ваҡыт әҙ. Шуға күрә күп тырышырға һәм өйрәнергә кәрәк булды. Төп бурыс—юлды минанан таҙартыу булһа ла, беҙҙең өсөн иң мөһиме—тере ҡайтыу. Һәр кемде эсәр һыуы йөрөтә тиҙәр, миңә Афғанстан ерендә хеҙмәт итеү насип булғандыр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap