Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
24.02.2016
«Әбейүшкә»не күрмәй ҡалмағыҙ!
Untitled document

26 февраль Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Сибай ҡалаһы халҡына «Әбейүшкә@.тущка.ru» заманса комедияһын тәҡдим итә. Төп ролдә—Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысова.

Эйе, беҙ һуңғы йылдарҙа Эльвира Әхтәм ҡыҙын актриса ғына түгел, сәйәсәт өлкәһендә эшлекле ханым булараҡ беләбеҙ. Ысынлап та, 2008 йылда Эльвира Юнысова Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылдан ул даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы, ә 2006-2009 йылдарҙа—Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзының президиум ағзаһы була, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ағзаһы итеп һайлана. Эшлекле ханым үҙенең яҡташтары өсөн социаль, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрен-дәге һорауҙарға яуап табырға, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә оло өлөш индерә.

Ваҡыты нисек кенә тығыҙ булмаһын, ул үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай, ижадты ташламай. Актриса һәр төрлө ҡатын-ҡыҙ образын килешле итеп һынландыра белеүе менән һоҡландыра. Эскерһеҙ, нескә тәбиғәтле, рухлы, көслө характерлы, йә булмаһа, гротеск һәм эксцентрика элементтары менән комик ролдәрҙе лә берҙәй оҫта башҡара. Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!» драмаһынан—Гөлнәрисә, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» пьесаһынан—Зәмзәгөл, А.Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһынан—Маша, А.Вампиловтың «Өлкән улым» драмаһынан—Макарская, М.Кәримдең «Ярлыҡау»ынан—Тереза, Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» комедияһынан—Диләфрүз һәм башҡа образдар тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Ф.Бүләковтың «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» пьесаһында Гөлнур роле өсөн 1991 йылда уға Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы тапшырылды, ошо роль менән шул уҡ йылда Эльвира Әхтәм ҡыҙы «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара театр фестивале лауреаты булды. Актрисаның Флорид Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» әҫәрендәге Бибинур роле Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Театр яҙы-95» фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеү яуланы. «Иҫ китмәле «мөгөҙлө» шәп ир» (Ф.Кроммелинк) пьесаһынан—Стелла, М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан—Шәфәҡ, «Кәкүк ояһы» (К.Кизи) психологик триллерынан мисс-Гнусен Э.Юнысованың оҫталыҡ кимәлен билдәләүсе лайыҡлы ролдәр иҫәбендә.

 

Юғарыла әйтеп үтеүебеҙсә, Эльвира Юнысова 26 февралдә яҡташтары алдында сығыш яһаясаҡ. Әлбиттә, был гастроль уның өсөн тулҡынландырғыс. Ни өсөн тигәндә, тыуған ереңдә, яҡташтарың, туғандарың, яҡындарың, дуҫ-иштәрең алдында сығыш яһау үтә лә яуаплы сара. Был спектаклдә Э.Ә.Юнысова замана үҙгәрештәрен аңларға, тормошон үҙенсә ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышып йәшәп ятҡан етеҙ, дәртле ауыл ҡатыны Рәмзилә ролен башҡара.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap