Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
24.02.2016
«Туҡ бесәй кеүек уйнанылар...»
Untitled document

16 февралдә «Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙ майҙанында Новокузнецкиҙың «Металлург»ын ҡабул итте. «Металлург» быйылғы чемпионатта үҙ мөмкинлегенән түбән уйнаны, иң көслө 8 команда иҫәбенә инә алманы. Череповецтың «Северстал»е менән Мәскәүҙең ЦСКА-һына ҡаршы яҡшы ғына уйын күрһәткән юлаевсылар «Металлург»ты еңел генә еңергә тейеш тигән ҙур өмөт менән ултырғайныҡ телевизор ҡаршыһына. Уйын КХЛ-да көсһөҙ команда юҡ икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.

Металлургтар Өфө аэропортына ныҡ һуңлап, уйын башланыр алдынан ғына килеп төшкән. Юлда арыған, талсыҡҡан ҡунаҡтар яҡшы уйын күрһәтә алмаҫ һымаҡ ине. Ләкин тап көләмәстәгесә килеп сыҡты: ҡунаҡтар килеп төштө, еңде һәм шул уҡ кисте осоп ҡайтып та китте. 3:4. «Салауат» өс мәрәй юғалтты.

Хаталармы? Хаталар элеккесә. Хоккей аналитиктары дөрөҫ әйтә: беҙҙә яҡшы ҡапҡасы юҡ. Сохатский «Торос»та уйнағанда Юғары хоккей лигаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы булып танылһа ла, «Салауат»ҡа күскәс, яҡшы уйын күрһәтә алмай. КХЛ-да уйнарлыҡ кимәлдә түгеллеген ул уйынға сыҡҡан һайын күреп ултырабыҙ. Шунан, беҙҙең яҡшы һаҡсылар юҡ. Ә «Металлург»ҡа ҡаршы уйында Прохоркин—Хартикайнен—Майоровтан башҡа бер звено ла яҡшы уйын күрһәтә алманы. Прохоркин беҙҙекеләр күпселектә уйнағанда ике шайба индерҙе.

Был уйынға иң дөрөҫ баһаны беҙҙең баш тренер Игорь Захаркин биргәндер, моғайын. «Беҙ-ҙең хоккейсылар туҡ бесәй кеүек уйнаны»,—тине ул еңелгәндән һуң биргән интервьюһында.

Алда тағы бер уйын ғына ҡалды. «Салауат Юлаев» 18-ендә Нижнекамскиҙың «Нефтехимиг»ы менән көс һынашасаҡ. Юлаевтарҙың плэй-оффта кем менән уйнары һаман асыҡ көйө ҡала. Бөтәһен дә һуңғы уйындар хәл итә. «Салауат»ҡа тынысланырға иртә әле.

Фәрит Әхмәров.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap