Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
29.02.2016
Һәр уйын алтынға торошло
Untitled document

Даими уйындарҙың һуңғыһына нөктә ҡуймайынса «Салауат Юлаев»тың плэй-оффта кем менән уйнары билдәле булманы. КХЛ аналитиктарының күбеһе  юлаевсылар «Адмирал» менән осрашыр тип фараз итте. Ләкин уйын—уйын инде. Беҙҙең табанға баҫып килгән «Адмирал» һуңғы уйындарҙа әллә ни ырата алманы, ә Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы, уйламағанда бик көслө «Сочи»ҙы 3:1-гә еңеп, «Адмирал»ды ҡыуып үтте һәм бишенсе урында нығынды. «Салауат»ты Зиннәтулла Биләлетдинов үҙе һайлаған, тинеләр. Һайлаһа һайлағандыр. Азия уртаһында ятҡан Новосибирскиға осоп, быйыл бик көслө «Себер» менән «көрәшеп» йөрөгәнсе, күрше генә ятҡан Өфөлә «элекке дуҫ» менән тағы ла бер көс һынашып ҡарау яҡшыраҡ түгелме ни? Беренсенән, «Салауат Юлаев» быйыл тигеҙ уйнамай. Бәлки, еңеп тә булыр. Икенсенән, уларҙың уйындарын ике ҙур республика халҡы ғына түгел, бөтә Рәсәй яратып ҡарай. Юҡҡа ғына уларҙың алышын йыш ҡына «бөгөнгө иң мөһим уйын» тип баһаламайҙар бит. Шуныһы ғына ҡыҙғаныс: быйыл күршеләр иртә, бигерәк иртә осраша. Беренсе раундтан һуң кемдер төшөп ҡалырға тейеш бит. Тимәк, сериялы еңелеү кемдер өсөн бик әсе һабаҡ буласаҡ.

Беренсе уйын 22 февралдә Өфөлә уҙҙы. Шығырым тулы арена юлаевсыларҙы алға әйҙәне. Беҙҙең Линус Умарк—Андреас Энгквист—Игорь Григоренко өс тағаны ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ҡурҡыныс өҫтөнә ҡурҡыныс өҫтәп кенә торҙо. Күҙ теймәһен, бер-береһен ҡараштарынан аңлайҙар. Бына Умарк Григоренкоға матур пас бирҙе, Григоренко, шуны ғына көткәндәй, эләктереп алып, шайбаны Fәлимовтың ҡапҡаһына ырғытты. 1:0. Юлаевсыларҙың икенсе осорҙа индергән икенсе голы ла тәүгеһенең күсермәһе булды. Умарктың оҫта итеп биргән шайбаһы йәнә капитаныбыҙҙың сәкәнен эҙләп тапты—2:0.

Юҡҡа ғына хоккейҙы ысын ир-егеттәр уйыны тимәйҙәрҙер. Бында сәкән менән күҙеңә ҡундырыуҙары ла, тешеңде ҡойоуҙары ла мөмкин. Осоп килгән шайба ла бер ереңде лә йәлләмәй… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙекеләр тәүге йәрәхәттәрен дә алды. Андреас Энгквист ҡашын тектерә һалып, икенсе осорҙа тағын боҙға сыҡты. Олег Сапрыкиндың тубығы тиҙ генә йүнәлерме—билдәһеҙ.

Матч аҙағыда ҡунаҡтар ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып ҡараны. Әммә юлаевсы Теему Хартикайнен буш ҡапҡаларына өсөнсө голды индерҙе. Артынса ойошторолған һөжүмдә Денис Хлыстов та мәргәнлеген иҫбатланы. Шулай ҙа үҙен яралы кейектәй тойған «Аҡ Барыҫ», артабанғы алышта бирешмәйәсәген аңғартып, уйын бөтөргә ете секунд ҡалғанда бер шайба индереп ҡуйҙы—4:1.

Ҡунаҡтар уйындан һуң, «Салауат»ты ҡапҡасылары Никлас Сведберг ҡотҡарҙы, тинеләр. Һүҙ ҙә юҡ, Сведберг бик яҡшы уйнаны, ләкин мин улар менән риза түгел. Юлаевсылар янып-көйөп, еңеү теләге менән уйнамаһа, уларға кем гол индерер ине икән?

24-ендә буласаҡ икенсе уйынды түҙемһеҙлек менән көттөк. «Аҡ Барыҫ» ни эшләр? Тәүге еңеүгә ымһынып «Салауат» теҙгенде бушатып ҡуймаҫмы? Уйындың ҡаты буласағы һәр кемгә асыҡ ине. Шулай булып сыҡты ла. Старт һыбыҙғыһы яңғырау менән «Аҡ Барыҫ» һөжүмгә ташланды. Был «Аҡ Барыҫ» «Салауат»ты өҙгөләп ташлай икән тип йөрәкте усҡа тотоп ултырыла. Ләкин ун өсөнсө минутта беҙҙекеләр күпселектә уйнағанда Логинов, шунан тағы ла бер минуттан һуң Денис Бодров индергән шайбалар ҡунаҡтарҙы тетрәтте булһа кәрәк, уйын тәүгеһенә оҡшап ҡалды. Ҡунаҡтарҙың икенсе осор башында индергән шайбаһына ла яуап оҙаҡламаны—бер минут үтеүгә Сапрыкин иҫәпте 3:1 итеп тә ҡуйҙы. Уилсондың икенсе голына Прохоркин дүртенсеһе менән яуап бирҙе. Хлыстовтың өсөнсө осор аҙағында индергән голы уйында аҙаҡҡыһы булды. Беҙҙекеләр еңде—5:2!

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был уйында ла юлаевсылар ҡунаҡтарға ҡарағанда етеҙерәк тә, көслөрәк тә булды. Һаҡта ла бирешмәнеләр. Ике тапҡыр өсәүләп 4-5 уйынсыға ҡаршы уйнап та ҡапҡаларын һаҡлап алып ҡала алдылар.

Ике уйында еңеп, «Салауат Юлаев» еңеүгә ышаныслы ике аҙым яһаны. Алда—Ҡазан!

Фәрит Әхмәров,

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap