Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
29.02.2016
Онотолған әҫәр
Untitled document

«Ағиҙел» журналының быйылғы 1-се һанында: «Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың һирәк һәм ҡулъяҙма әҫәрҙәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, репрессияға эләгеп, 1939 йылда атылған Хәбибулла Fәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын ғәрәп графикаһынан бөгөнгө башҡорт теленә күсерҙе»,—тигән белдереүгә оҡшаш бәләкәй генә мәғлүмәтте уҡығас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки был тарихи пьесаның беҙҙең ғаилә яҙмышына саҡ ҡына булһа ла ҡағылышы бар.

Әсәйем Ынйы исемле ине. Ҡартатайым Саҙрый Әбделхәир улы Хәкимовтан (ул үткән быуаттың 30-сы йылдарында Хәйбулла районы, һуңыраҡ, яңы район төҙөлгәс, Матрай районы гәзиттәрен ойоштороусыларҙың береһе булған), үҙе тере саҡта, уңайына тура килтереп:

—Ҡартатай, Ынйы—бик һирәк исем. Ни өсөн әсәйемә шул исемде ҡуштығыҙ?—тип һорағайным.

—Йәш саҡта ни… 20-30-сы йылдарҙа «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» исемле тарихи пьеса киң танылыу яуланы. 1928 йылдың майында беҙҙең йәш ғаиләлә ҡыҙ бала, бер туған ағайым Fәрифулланың ғаиләһендә бер малай донъяға килде. Ҡыуаныштан ағайым улына Юлдыҡай, мин ҡыҙыма Ынйыҡай тип ҡушырға һөйләштек. Шул ғына,—тигәйне.

Әсәйем уҡытыусы булды. Рафиҡ (хәҙер Хәйбуллаға ҡарай), Ҡашҡар, Мәҡсүт ауылдарында балаларға белем биргән. Ун ике балаға ғүмер бүләк итте. Юлдыҡай ағай Хәйбулла районында милицияла эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә яҡты донъя менән бигерәк иртә хушлашты.

Әсәйемдең исеменә лә бәйле булғас, мин был пьесаны бер ҡасан да онотманым. Их, табып уҡырға ине, тип хыялланған саҡтар ҙа булды. Баҡтиһәң, ул хәҙерге телгә тәржемә ителмәгән дә булған икән. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.

Ваҡытында сәхнә түренән төшмәгән был пьесаның авторы тураһында «Башҡортостан» энциклопедияһында бына нәмәләр яҙылған: «Fәбитов Хәбибулла Fәбделҡаһир улы 1886 йылдың майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең, хәҙерге Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуған, башҡорт шағиры һәм драматургы. 1909 йылда «Fәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә, иҫкергән программа буйынса уҡытыуға ҡаршы шәкерттәр сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн өс йылдан һуң мәҙрәсәнән ҡыуыла. 1912-1917 йылдарҙа Верхотор һәм Иркутск ҡалалары мәҙрәсәләре уҡытыусыһы. 1917 йылда, Февраль революцияһынан һуң, Ырымбурға килә, башҡорттарҙың милли хәрәкәтендә ҡатнаша. 1919 йылдың февраленән алып Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә, Академия үҙәге эргәһендәге Яңы башҡорт алфавиты комитетында, башҡорт журналдары редакцияларында эшләй. 30-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенән төшмәгән «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» тарихи пьесаһы киң танылыу таба. Фольклор йыйыусы һәм балалар яҙыусыһы булараҡ та билдәле була».

Тимәк, шағир һәм драматург Fәбитов Хәбибулла Fәбделҡаһир улының тыуыуына быйыл май айында 130 йыл тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исеме Башҡортостан яҙыусылар берлеге төҙөгән «2016 йылдағы юбилейҙар һәм хәтер көндәре» исемлегенә индерелмәгән. Шулай ҙа Баймаҡ районы етәкселәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уны онотмаҫ тип өмөт итәм. Бәлки үткән быуат башында бөтә Башҡортостанды шаулатып хаҡһыҙ онотолған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» ҙа яңы һулыш алып китер әле. Ниңә, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Fәлиәбаныу»ы һаман да йәшәй ҙә баһа!

Фәрит Әхмәров,

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap