Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.08.2012
ЭШ ХАҠЫ ТҮЛӘМӘЙҘӘРМЕ? ПРОКУРАТУРА ЯРҘАМҒА КИЛӘ…
Untitled document

Сибай ҡалаһының ҡайһы бер предприятие, ойошма, учреждениелары етәкселәре үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгәс, ҡала прокуратураһы был башбаштаҡлыҡҡа асыҡлыҡ индереү ниәте менән тикшереү эшенә тотондо һәм 2012 йылдың 6 айында байтаҡ етәкселәрҙән бурыстарҙы ҡайтартыуға ѳлгәште.

Граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғын яҡлау һәм күҙәтеү—прокуратура эшмәкәрлегенең мѳһим йүнәлештәренең береһе. Сибай ҡалаһында 2012 йылдың тәүге ярты йыллығында үткәрелгән тикшереү һѳҙѳмтәһендә 11 предприятие, ойошма, учреждениела хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнмәүе асыҡланды. Прокуратура тарафынан эшселәрҙән алынған 602 ғариза судҡа ебәрелде. Улар буйынса дѳйѳм бурыс 3 млн 324 мең һум тәшкил итә ине. Ғаризаларҙың 561-е ҡаралып, 3 млн 80 мең һумға торошло хеҙмәт хаҡының түләнмәүе асыҡланды.

Бурыслы ойошма етәкселәренә прокуратура тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуға бәйле 5 ҡарар сығарылды. Улар Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.27-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм штраф түләргә мәжбүр булды.

Унан тыш, «СибБаш» һәм «Башзауралстрой» йәмғиәте етәкселәренә ҡарата енәйәт эше асылды. Улар РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһының 2-се бүлегенә бәйле яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был етәкселәр ике айҙан ашыу эш хаҡы бѳтѳнләй түләмәгән. «Башзауралстрой» йәмғиәте етәксеһенә ҡарата асылған эш суд тарафынан тикшерелде һәм ул ғәйепле тип табылды. Ойошма директоры 100 мең һум күләмендә штраф түләргә мәжбүр.

И.М.Солтанов,

Сибай ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap