Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Заман менән бергә атлай
Untitled document

«Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең иҡтисади эффектлығын күтәреү һәм модернизациялау программаһы буйынса Октябрь ер аҫты руднигын заманса ҡоролмалар менән тәьмин итеү дауам итә. Шахтаға тығыҙландырылған һауа биреүсе иҫкергән техниканы алмаштырыу—һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Әлеге процесс нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында беҙгә рудниктың баш энергетигы Илшат Аҡъюлов һөйләне.

—Илшат Динислам улы, ни өсөн компрессор алмаштырылды? Яңы ҡоролманың үҙенсәлеге бармы?

—Замана шахтаһы тығыҙландырылған һауа энергияһынан тыш эшләй алмай. Ул пневматик механизмдар һәм машиналар өсөн мөһим. Иҫке ҡоролма энергияны күп ала, шуға ла үтә сығымлы. Ошоно иҫәпкә алып, 2014 йылдың аҙағында рудникка яңы технологиялар алырға булдыҡ. ДЭН маркалы компрессор Силәбелә етештерелә. Элекке компрессорҙар өҫтә генә эшләүгә һәләтле ине, ә яңылары ер аҫтында ла үҙ тәғәйенләнешен үтәй.

ДЭН-200 компроссерҙары—өҫтөнлөктәре һәм ыңғай техник сифаттары күп булған заманса ҡоролмалар. Уның эше асинхрон двигателдән күсереүгә һәм винтлы механизм ярҙамы менән тығыҙландырылған һауа булдырыуға бәйле. Яңы компрессор менән идара итеү уңайлы, двигателе ҡеүәтле.

—Уларҙы ҡороу ауыр булдымы?

—Үҙ көсөбөҙ менән ҡорҙоҡ һәм урынлаштырҙыҡ. Предприятиела шәп белгестәрҙең эшләүенә һөйөнәбеҙ. Нығытыусылар Виктор Редин, Малик Амантаев, иретеп-йәбештереүсе Юрий Соболев, электрослесарь Дамир Fайсин үҙҙәренең эшен бик оҫта башҡарҙы. Fөмүмән, барыһы ла дөйөм эште атҡарып сығыуға көс һалды. Ҡоролма беҙгә йыйылмаған хәлдә килтерелгәйне, шахтаға өлөшләтә төшөрөп ҡороп ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, уны үҙаллы урынлаштырыу һәм эшләтеп ебәреү дөрөҫ түгел. Шуға ла компрессорҙарҙы етештереүсе Силәбе заводынан белгестәр ҡатнашты.

Баштан уҡ ҡоролманы 300 метр һыҙатында урынлаштырыу ҡаралған ине. Вагондарҙан руда бушатылған ергә, йәғни ауҙарыу участкаһында вата торған сүкештәрҙе тығыҙландырған һауа менән тәьмин итеүсе майҙансыҡта ла ДЭН-200 эшләй. Ә «Көньяҡ» шахта үҙәгенә ДЭН-30 компрессорҙары ҡуйылды. Әлеге үҙәктең сәнәғәт майҙансығына яңыһын урынлаштырҙыҡ. Fөмүмән, рудникта барлығы 4 ДЭН-200 һәм 3 ДЭН-30 иҫәпләнә. Эш режимына өйрәндек, яңы техника беҙҙең ышанысты аҡлар, тип уйлайбыҙ.

—Иҫкеләрҙән яңыларға күсеүҙең аныҡ эффекты нәмәлә?

—Беренсенән, яңы ҡоролма һауа йөрөтөү араһын кәметте. Икенсенән, ул элекке ике компрессорҙы тулыһынса алмаштырҙы һәм улар менән сағыштырғанда электроэнергияны аҙыраҡ ҡулланырға ярҙам итте. Автоматлаштырылған замана ҡоролмаһы үҙаллы эшләй ала, йәғни машинист кәрәкмәй, әммә слесарь һәм электромеханиктар контролдә тотоп торасаҡ.

Иҡтисади йәһәттән ярҙамы ҙур, энергияға сығым кәмене. Ҡоролманың тығыҙландырылған һауаны ҡулланыусыларға яҡын урынлаштырылыуы менән дә ҡулайлы. Алдан әйтеүемсә, тулыһынса автоматлаштырылған. Йәнә компрессор эшенең процесын контролдә тотоу сервислы хеҙмәтләндереү аша алып барыла. Комбинат заман менән бергә атларға тырыша. Яңы ҡоролмалар ала һәм урынлаштыра. Был шахтерҙарҙың эш шарттарын яҡшырта, етештереү кимәлен арттыра, эффектлы эшләргә булышлыҡ итә. Шуны ла әйтер кәрәк: беҙ үҙ илебеҙҙә етештерелгән ҡоролмаларҙы алабыҙ. Ул сит илдәрҙекенән һис ҡалышмай.

—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

 

Эльза Вәлеева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap