Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
11.03.2016
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре, был донъяның таймаҫ терәгә
Untitled document

Заман башҡа—заң башҡа, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ваҡыт менән бергә атлай, төрлө техника төрҙәрен үҙләштерә, хатта ҡасандыр ир-егеттәрҙеке генә һаналған һөнәргә эйә була, ғаилә хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә ала. Улар йәмғиәтебеҙҙең бөтә өлкәһендә лә эшләй, ижади эшмәкәрлектә ҡатнаша. Әйтергә кәрәк,  йылдан-йыл эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙың статусы ла күтәрелә бара: ҡатын-ҡыҙ—етәксе, ҡатын-ҡыҙ—сәйәсмән, ҡатын-ҡыҙ—эшҡыуар... Әммә гүзәл заттың төп роле һәм донъялағы тәғәйенләнеше—ғаилә усағын булдырыу һәм уны һаҡлау, балаларға ғүмер биреү, тәрбиәләү. Бөгөнгө заманда хисле зат иңенә бигерәк ҙур бурыстар йөкмәтелгән: ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен хәстәрләй, балаһының гармониялы үҫешенә уңайлы шарттар булдыра, сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм файҙалы эшкә йәлеп итә.

8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Атайсал» гәзите мөхәрририәте Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда «Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ роле» темаһына «түңәрәк өҫтәл» уҙғарҙы. Төбәк тормошонда тос урын биләгән хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар—Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, район ҡатын-ҡыҙҙар президиумы ағзаһы Роза Раузат ҡыҙы Рысембәтова, мәғариф бүлеге вәкиле Баныу Рәхмир ҡыҙы Асҡарова, табип-гинеколог Альбина Ильяс ҡыҙы Иҫәнғужина, опека, попечителлек һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау бүлегенән Светлана Мартиновна Пахтусова, район ағинәйҙәр клубы рәйесе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова, эшҡыуар Резеда Сәлимйән ҡыҙы Ҡужабәкова ҡатнашлығында барған йәнле һөйләшеүҙе гәзитебеҙҙең мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов алып барҙы.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов:

—Хәйерле көн, хөрмәте ҡатын-ҡыҙҙар! «Атайсал» гәзитенең Урал аръяғында күсмә ултырышын уҙғарырға ҡарар иттек һәм иң беренсе һеҙҙең райондан башланыҡ. План буйынса Йылайыр районында «Нисек йәшәйһең, ауыл?», Баймаҡта сәнәғәт буйынса һөйләшеү ойошторорға уй бар. Сибай ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Бөгөнгө «түңәрәк өҫтәл» беҙҙең яҙ байрамы алдынан булғанлыҡтан, һөйләшеү темаһы гүзәл заттарға арнала. Иң беренсе һорауым сәскәләй өс ҡыҙ тәрбиәләгән, Интернеттың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ҡыҙҙар тәрбиәләү бите алып барған Роза Раузат ҡыҙына. Ошо юҫыҡтағы эштәрегеҙҙе, дөйөм алғанда райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы етәксеһе булараҡ төбәктең гүзәл заттары тураһында һөйләп үтһәгеҙсе?

Роза Раузат ҡыҙы:

—Хәйбулла районының ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеге тураһында рәйес Лариса Рәшит ҡыҙы тулы мәғлүмәт бирер. Былтыр райондың энциклопедияһын эшләгәндә шундай мәғлүмәттәргә юлыҡтыҡ. Тап беҙҙең районда ҡатын-ҡыҙҙар советтары уҙған быуаттың 1970 йылдарында эшләй башлаған. Бик әүҙем эшләгәндәр, элекке рәйестәр әле ағинәйҙәр булараҡ һаман да эш алып бара. Сиҙәм ауылында Миңза Сәлимйәнова алыштырғыһыҙ етәксе. Төрлө йылдарҙа район ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре булып бик абруйлы, лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән. Улар, ысынлап та, тормошта ла, эштәрендә лә дан ҡаҙанған кешеләр. Лариса Рәшит ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһын 2013 йылдан етәкләй. Шул мәлдән төбәктә ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеген айырыуса әүҙемләштерҙе. Беҙҙең маҡсат—урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советтарын ойоштороу һәм уның эшмәкәрлеген йәнләндереү. Ысынын ғына әйткәндә, был эште хәҙерге   ваҡытта алып барыу еңелдән түгел. Сөнки бөгөн гүзәл заттар йәмғиәт эшенә бик  ылығып бармай. Һәр кем үҙенең ғаиләһен бағыу, мал табыу, башҡа төрлө мәшәҡәт менән булыша. Йәштәрҙе йәмәғәт эшенә йәлеп итеү бик ауыр. Шулай ҙа был эш беҙҙә ҡәнәғәтләнерлек ҡуйылған. Башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә беҙҙең районда инициативалар бик күп. Йәмғиәтте гүзәл зат тота, шулай булырға тейештер ҙә. Әммә ҡайһы бер ауылдарҙа насар ғәҙәтле, ғаиләһенә, балаларына битараф булғандар ҙа юҡ түгел. Уларҙы үҙҙәрен ҡулға алырға ярҙам итергә, тәрбиәләргә кәрәк. Тәрбиә тигәндә «Бәйләнештә» селтәрендә «Ҡыҙлы йорт» исемле төркөм алып барам. Бында гел ҡыҙҙар тәрбиәләгәндәр менән аралашабыҙ. Ни өсөн ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүгә иғтибар ныҡ бүлергә кәрәк һуң? Шул темаға арналған «Бәхетнамә» тапшырыуында ла ҡатнашҡайным. Ир-егеттәргә был тормошта күп нәмә ғәфү ителә. Уларҙың ҡайһы бер алама ҡылыҡтарына күҙ йомоп ҡарайбыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡырын юлға баҫып ҡараһын әле?! Шуға күрә беҙ ҡыҙҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы янында «Ханым» тигән клуб ойошторолдо. Бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙың күбеһе шул клубтың ағзалары булып тора. Абруйлы, етәксе ханымдар, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән, ғаиләһе матур ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышып, камиллашыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙы пропагандалайбыҙ, шәфҡәтлелек акциялары уҙғарыу, мәрхәмәтлелекте хуплайбыҙ. Клубҡа 22-23 кеше берләшкән. Был да үҙенә күрә матур ғына бер тәжрибә. Беҙҙең районда йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй. Урындағы үҙидаралыҡ уларға ныҡ таяна. Ветерандар советы, инвалидтар ойошмаһы, ағинәйҙәр, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар ойошмаһы һәм башҡалар үҙ йүнәлештәрендә бик әүҙемдәр. Шулар араһында ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы үҙенсәлекле юл менән бара. Инициатива күрһәтеп, Урал аръяғы ҡатын-ҡыҙҙарын КВН-ға саҡырабыҙ, үҙебеҙҙең төбәктә күптән был эш яйға һалынған. Күрше райондар беҙгә ҡушылырға ашыҡмай: ойошҡанлыҡ етмәйме, башҡа берәй сәбәпме, ә беҙҙә ундай саралар гөрләп үтә. «Бәйләнештә» төркөмөндә район ҡатын-ҡыҙҙар советының да үҙ бите бар. Унда эшләгән эштәребеҙҙе, алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күрһәтеп барабыҙ, рәйестәрҙең тормошон сағылдырабыҙ. Башҡа район-ҡалалар беҙҙең битте ҡарап, үҙҙәренә фәһем алалар.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем, йәшәргә тырышып ята, ғаилә усаҡтарын һүндермәй, тиһегеҙ. Ир-егеттәр донъяның тотҡаһы, тигән булабыҙ. Ә ғаиләнең усағы—ҡатын-ҡыҙ. Ул донъяны, ғаиләне йылыта. Районда бөгөнгө көндә күпме ҡатын-ҡыҙ йәшәй һәм уларҙың күпмеһе эшкә йәлеп ителгән?

Роза Раузат ҡыҙы:

—Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Хәйбулла районында хәҙерге мәлдә 16332 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, шуларҙың 8 меңдән ашыуы хеҙмәткә яраҡлы йәштә. Беҙҙәге тәбиғәт шарттары ҡырыҫ, үҙенсәлекле. Хәйбулла ҡыҙы мәңге ел тынмаған, ямғыр һирәк яуған ҡаҡ далала иген үҫтергән иренә терәк булырға, 500 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ятҡан башҡалала балаларын уҡытырға, ямғырһыҙ ерҙә тормош көтөргә, шул донъяны йәмләп йәшәргә тырыша. Ҡылғанлы сал далала уның тотҡан урыны барыбер ҙә үҙенсәлекле.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Селтәрҙәрҙәге махсус биткә яҙылыусылар күпме?

Роза Раузат ҡыҙы:

—«Ҡыҙлы йорт»та алты йөҙҙән ашыу кеше теркәлгән. Унда республикабыҙ кимәлендә арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Улар ҡыҙҙарҙы матур, тәүфиҡлы итеп тәрбиләләү буйынса үҙҙәренең кәңәштәре менән бүлешә. Интернет селтәрендә башҡорт төркөмдәре бик аҙ. Ә ысын ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләүҙә мәсьәләләр бик күп. Былтыр, мәҫәлән, ҙур ғына сәхнәгә сығып, башҡорт милли костюмында һомғол буйлы, оҙон сәсле ҡыҙҙарҙың бейеүен һоҡланып күҙәттем. Аҙаҡ ҡараһам, шул ҡыҙҙарҙың күбеһе сәхнә артында борҡотоп тәмәке көйрәтә…Килешле кейенеп, сәсмәүер тағып, нәзәҡәтле күренеп сәхнәлә бейеп йөрөү генә ҡыҙҙарҙың эске күңел донъяһын асмай бит әле.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Баймаҡ районында тыуып үҫкән шағир Рәйес Түләктең шиғыры иҫкә төштө.

Сәхнәлә бейегәндә толомдарында сәсмәүерен сыңлатып бейей ҙә, сәхнәнән төшөү менән толомдарын алып ырғыта ла бөтөнләй икенсе тормош алып бара. Fибрәт өсөн әйтәбеҙ быны.

Роза Раузат ҡыҙы:

—«Ҡыҙлы йорт» битенең мистик көсө лә бар. Уны ойошторғас та тик ҡыҙҙар тәрбиәләгән гүзәл заттарға саҡырыуҙар ебәрә башланым. Яңылыш ике ул үҫтергән ханымды ла саҡырғанмын. Шунан һуң күп тә тормай ул да беҙҙең рәткә баҫты, матур ҡыҙ табып алды. Хәҙерге көндә ул беҙҙең биттә ҡыҙ тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша (көлә).

Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова:

—Роза Раузат ҡыҙының һөйләгәндәренә өҫтәп шуны әйтеп үтәм, Хәйбулла районының ҡатын-ҡыҙҙар советы күсәгилешлек буйынса эш итә: элек ниндәй эш алып барғанбыҙ, шуны киңәйтеп дауам  итәбеҙ. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендә ағинәйҙәр клубы булдырылды тиһәк тә, ул беҙҙең совет ойошмаһы булараҡ бер юҫыҡта эшләйбеҙ. Бергәләшеп көҙ буйы матур саралар уҙғарҙыҡ. «Эсмә, әсәй!» акцияһын  урында республика акцияһына ҡушылып ойошторҙоҡ. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар  советы президиумы менән һәр ауылды йөрөп сыҡтыҡ. Эскелекте фашлаған ике фильм күрһәттек. Fаиләне планлаштырыу кабинеты белгесе статистика мәғлүмәттәре менән сығыш яһаны. Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы ауылдарға беҙҙең менән бергә йөрөп, һәр ерҙә ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашып, көнүҙәк проблеманы күтәреп сығып, уны хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләнек. Халыҡҡа дөрөҫ йүнәлеш биреү яғынан, эскелектән арындырыу йәһәтенән шундай миссияны алып барыу бик мөһим.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Тырышлығығыҙ һөҙөмтә бирҙеме?

Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы:

—Әлбиттә, миҫал өсөн шундай һан килтерәм. Бер кемгә сер түгел, беҙҙә генә түгел күп ауылдарҙа көмөшкә ҡыуып һаталар. Бер ауыл советында шундай 21 урын асыҡланһа, хәҙер улар етәүгә ҡалған. Һөҙөмтә бар бит!

Лариса Рәшит ҡыҙы:

—«Айыҡ ауыл» конкурсын үҙебеҙҙең районда күтәреп ебәрергә уйлайбыҙ, уға бер нисә ауыл әҙер тиһәк тә була. Ошондай осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр кәрәк, беҙҙең һүҙҙәр кешеләрҙең йөрәктәренә барып етер, тип ышанабыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеге күп яҡлы. Гүзәл заттарҙың статусын күтәреү буйынса төрлө форумдар үткәрәбеҙ. Уны уҙғарыу форматын үҙгәртеп торабыҙ. Быйылғы йылды, мәҫәлән, ағинәйҙәргә бағышланыҡ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан ауылдарҙан йөҙҙән ашыу ағинәйҙәрҙе йыйып «Шәп өләсәй» тигән конкурс уҙғарырға иҫәп тотабыҙ. «Ағинәйҙең һүҙе—аҡылдың үҙе» девизы аҫтында ойошторола был сара. Өләсәйме ул, сәсәнме, мөнәжәтсеме, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүсеме ағинәй ауылда үҙ һүҙен әйтә. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы уларға шул тиклем ҙур рәхмәтле. Сөнки улар һәр сара уртаһында ҡайнай. Район хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов та: «Ағинәйҙәрегеҙ йырлап-бейеп кенә йөрөмәһен, тәрбиәүи эш алып барһын, ауылды күтәрһен, насар юлға баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләһен, күп балалы ғаиләләргә ярҙамға барһын»,—тип йыш ҡабатлай. Улар ул миссияны ла үтәп тора. Һәр береһе ауыр хәлгә тарыусыларға барып етергә, тәрбиә  бирергә тырыша. Ҡырын юлға баҫҡан ир-егеттәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Улар бер генә йүнәлештә түгел, ә киң, күп яҡлы эш алып барыуҙары менән ота.

Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы:

—Ағинәйҙәр клубына элекке уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән алғанда, ауыл зыялылары йөрөй. Улар ауылдарҙа шул тиклем әүҙем, күрше ауылдарға йөрөп концерт ҡуялар, башҡа саралар уҙғаралар. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп, бер-береһенә күрһәтергә лә форсат табалар.

Ағинәйҙәр клубы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы менән урындарҙа бергәләп эшләүе бик һөҙөмтәле. Улар янына ир-егеттәрҙе ылыҡтыра башланы. Был изге эш ир-егеттәр, атайҙар ролен күтәреү маҡсатында ойошторола.

Ағинәйҙәр беҙҙә башҡа райондарға ҡарағанда сағыштырмаса һуңыраҡ эшләй башланы. Әммә был хәрәкәт шул тиклем әүҙем дауам итте. Усаҡҡа ут яҡһаң, дөр-ләп янған кеүек, эштәр гөрләп китте. Быны күргән республика ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе Гөл-фиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева төбәктә ағинәйҙәрҙең республика кәңәшмәһен уҙғарҙы. Тәжрибә уртаҡлашырға бөтә ҡала-райондарҙан килделәр.

Миңзифа Ибраһим ҡыҙы:

—Эште күргән, баһалаған етәкселәр менән эшләүемә шатмын. Шундай ханымдарҙың ҡулы, ҡанаты аҫтында йөрөүе шул тиклем еңел. Мин, әлбиттә, үҙ бурысымды ҡыуанып үтәйем. Мәҙәниәт өлкәһендәге төп эшем дә был юҫыҡта ныҡ ярҙам итә. Эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы. Әйтәйек, Таштуғай ауылында онотолған ҡул эштәренең береһе—сигеү байрамы ойошторҙоҡ. Бөтә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары сигергә тотондолар. Байғусҡар ауылында кейеҙ баҫыу йолаһын башлап ебәрҙек. Яҡташыбыҙ Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина әйтеүенсә, ҡаралы-аҡлы итеп, шаҡмаҡлап кейеҙ баҫыу беҙҙең Хәйбуллала ғына булған. Үҙебеҙҙең төбәккә хас шөғөлдө тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Сибай ағинәйе Асия Fәйнуллинаға, Бөрйәнгә барып кейеҙ баҫыу серҙәрен төшөнөп ҡайттыҡ. Быға тиклем Вәзәм ауылы һуҡма шәл менән дан тотһа, ошо арала сепрәктән балаҫ һуға башланылар. Турат ауылында ситән үрәләр. Бик күп милләт вәкилдәре йәшәгән Бүребай ауылында ағинәйҙәр дәртле. Матур-матур кейемдәр тектерҙеләр. Шуларҙы кейеп, мәктәпкә, балалар баҡсаларына осрашыуҙарға йөрөйҙәр. Аҡъяр приютына килеп мәрхәмәтлелек сараһы ойошторҙолар. Иҫәнгилделә Бөртөкбикә инәй йәшәй. Улар элек баш ите ашатышҡандар. Хәҙерге көндә шуны тергеҙеп алып, бер урам инәйҙәре икенсе урамдан әхирәттәрен йоланы теүәл үтәп, баш ите ашарға саҡырҙы. Йәй сәхрәгә сығыу йолаһын күрһәтәсәкбеҙ. Ағинәйҙәргә йәштәр, балалар эйәрә. Хәҙерге көндә беҙ балаларыбыҙға уйындарҙы боҙоп өйрәтәбеҙ. «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын ғына алайыҡ. Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк менән генә сикләнәбеҙ, күккә лә менмәйбеҙ, шәкәрен дә ашамайбыҙ, йофарын да еҫкәмәйбеҙ. «Беҙ, беҙ инек»те уйнайбыҙ, баҙына ла төшмәйбеҙ, майын да урлап ашамайбыҙ, йыйылдыҡ та юғалдыҡ менән генә сикләнәбеҙ. Халыҡ уйындарын беҙ өйрәтмәһәк, балаларға кем өйрәтә? Сәсән мәктәбен булдырырға уйлап торабыҙ. Республикала исеме киң билдәле сәсәниәбеҙ Фәниә Арыҫланова булып та, был өлкәлә башҡаларҙан ҡалышыу яҙыҡ булыр. Ибраһимова Светлана ҡашмау, иҙеүҙәр эшләп дан алды. Ағинәйҙәрҙең дә ҡулдары оҫта, һәр береһе үҙенә ҡашмау, селтәрҙәр йүнләне. Күптәре аҡ ситектәр урынына аҡ итектәр тектерҙе. Fәлиәхмәттәр икешәр-өсәр төрлө милли кейем алмаштырып сығыш яһай. Шулай ауыл ҡото ул ағинәйҙәр. Тик урындағы хакимиәт башлыҡтары уларҙы йомошсоларға әйләндереп, артыҡ әрһеҙләп ташламаһындар тигән теләк бар. Урындарҙа аҡһаҡалдар ҡоро булдырыу йәһәтенән әүҙем эш башланыҡ. Күберәк файҙабыҙ булһын инде тип тырышабыҙ. Күберәк әйтеп ҡалдырғы, күберәк өйрәнге, өйрәтке килә.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, уйындарға өҫтән генә ҡарайбыҙ, төбөнә төшмәйбеҙ, тип дөрөҫ әйтәһегеҙ. Ошо мәсьәләне нишләп гәзит биттәре аша яҡтыртмаҫҡа? Яҙығыҙ ошо хаҡта, һүҙегеҙ халыҡҡа барып етер. Онотолоп барған йолалар хаҡында яҙығыҙ. «Ҡаҙ өмәһенә» өйрәнгәнбеҙ, ә бына баш ите ашау күренеше беҙҙең төбәктә һуңғы осорҙа бөтөнләй ишетелгәне юҡ.

Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы:

—Тағы бер йүнәлеште әйтеп үтәм. Fаиләне һаҡлау буйынса ведомство-ара совет эшләп китте. Ағинәйҙәр был тәңгәлдә бигерәк кәрәкле. Улар эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙға, ир-егеткә насар ғәҙәтенән арыныр өсөн иманға ҡайтырға өндәй ала, һүҙҙәре үтә. Ошо йүнәлештә эшләү зарур.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы эшмәкәрлектәрен тыңланыҡ, ә бына Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙарының сәләмәтлеге нисек? Был хаҡта беҙгә Альбина Ильяс ҡыҙы нимә тиер?

Альбина Ильяс ҡыҙы:

—Район үҙәк дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм ғаиләне планлаштырыу кабинеты уңышлы эшләп килә. Бала көткән әсәләрҙең һаулығы даими тикшерелә. Сөнки ғаиләнең, нәҫелдең генә түгел, милләттең, дәүләттең дә киләсәге ул сәләмәт бала. Әйтергә кәрәк, районда балалар үлеме буйынса күрһәткестәр республика статистикаһынан яҡшыраҡ. Йәш быуындың контрацепция сараларын яҡшы белеүе ҡыуандыра. Ошо сәбәпле, төбәктә аборттар һаны ла кәмене. Аҙаҡҡы осорҙа йөклөлөк тик медицина күрһәткестәре буйынса ғына өҙөлә.

Мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары, Аҡъяр тау колледжы, һөнәрселек лицейы студенттары менән осрашыуҙарға йыш йөрөйбөҙ. Әгәр элек табиптар иртә енси өлгөрөүҙең эҙемтәләре, ғиффәтлек, сафлыҡ тураһында һөйләһә, хәҙерге заманда ниндәй контрацепция сараһын ҡулланыу эффектлы булыуы күберәк һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ҡыҙғанысҡа күрә, донъяла хөкөм һөргән финанс көрсөгө киләһе ун йыллыҡтарҙа тыуым аҙайыр, бала табыу йәшендәге 20-24 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны 45 процентҡа кәмер, олоғайып бәпесләүселәр артыр, шул арҡала йөклө саҡта өҙлөгөүҙәр, үле тыуған сабыйҙар күбәйер, тип күңелһеҙ фаразларға мәжбүр итә.

Лариса Рәшит ҡыҙы:

—Башҡортта шундай әйтем бар: «Бер бала—юҡ бала, ике бала—бер бала». Бер генә бала менән сикләнгән ғаиләләр бик күп…

Альбина Ильяс ҡыҙы:

—Күп бала тапҡандарға ла, бер бала баҡҡандарға ла аптырап ҡарайҙар беҙҙә. Баланы Хоҙай Тәғәлә бирә, ә уны бағыу, аҫрау ул бик етди бурыс. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен тип уйлағандар бер ҡыҙ йәки ул менән сикләнә. Күп осраҡта икенсегә ауырға ҡала алмаған ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Медицинала икенсел түлһеҙлек тип аңлатыла, был хәл. Тәүге бәпесенең бер йәше лә тулмау сәбәпле икенсе йөклөлөгөнән ҡотолғандар тарый башлыса бындай бәләгә. Икенсегә тормошҡа сығып, бала табырға теләп тә, ауырға ҡала алмаған осраҡтар ҙа бар. Икенсе ир, икенсе микрофлора, инфекциялар ҙа үҙенекен белдерә. Икенсел түлһеҙлектең сәбәптәре бик күп.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Райондың опека, попечителлек һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге белгесе Светлана Мартиновна Пахтусова үҙҙәренең эше буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бирер?

Светлана Мартиновна Пахтусова:

—Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең эшебеҙ ауыр хәлдәргә тарыусы ғаиләләргә, етемдәргә бәйле. «Бәхетле әсә—бәхетле бала»,—тип әйтер инем. Шуға күрә, беҙҙең эшмәкәрлек һәр ғаиләне бәхетле итеүгә йүнәлтелгән. Районда йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләүе хаҡында үрҙә күп әйтелде. Беҙҙең бүлекте лә улар ярҙамынан  айырмай. Әйтәйек, насар шарттарҙа йәшәгән ғаиләгә опека бүлеге хеҙмәткәре барып инһә, улар шундуҡ балаларын тартып алырға килгәндәр тип уйлай. Ә оло ауылдашы уларға барып, өгөт-нәсихәт уҡыһа, ул бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә.

Районда ҡарауға бала алған ғаиләләр бихисап. Уларҙы ысын мәғәнәһендә герой әсәләр тип әйтер инем. Сөнки бындай әсәйҙәр үҙ балаларын аяҡҡа баҫтырып бөтөп, етемдәрҙе терәкле-таяныслы, йортло итәләр. Беҙҙә ғаиләгә тәрбиәгә бала алғандар бер клубҡа берләшеп дөйөм тәрбиә эше алып бара. Йәмәғәт ойошмаларының әсәлек, балалыҡ мәсьәләләренә битараф булмауы ассоциаль ғаиләләрҙең аҙайыуына килтерҙе. Миҫал өсөн, мин үҙем райондың Федоровка ауыл советы өсөн яуаплымын. Минең биләмәлә элек ауыр шарттарҙа йәшәгән 15 ғаилә иҫәптә тора ине, бөгөнгө көндә уларҙың һаны 4-кә тиклем кәмене. Хаҡлыҡ юлына баҫҡан әсәләрҙе бер ансамблгә туплап, сәхнәгә сығарыуҙары ғына ниндәй оло тәрбиә өлгөһө.

Бөгөнгө көндә 142 ғаиләгә тәрбиәгә алынған 263 бала иҫәпләнә. Сибайҙан, Баймаҡтан, Fафури райондарынан да килеп төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы алалар. Айырыуса ҡыҙҙарға һорау ҙур, яңы тыуған бәпестәр ҙә ғаиләләргә тиҙ барып эләгә. Быға тиклем Йәнтештә  ата-әсәләре эскән балалар өсөн интернат эшләп килгәйне. Былтырҙан был учреждениеның балалары ғаиләләренә кире ҡайтарылды.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Сер түгел, бөгөнгө көндә мәғариф системаһының йөҙө—ҡатын-ҡыҙ затынан. Һеҙҙә лә шулаймы?

Баныу Рәхмир ҡыҙы:

—Белем биреү системаһында эшләүселәрҙең 75 проценты ҡатын-ҡыҙ булһа,  ҡалған 25 проценты ир-егет. Ир-егеттәр физик культура, хеҙмәт уҡытыусылары. Ҡалған предметтарҙы иһә башлыса ҡатын-ҡыҙ уҡыта. Мәғариф өлкәһендә йәш уҡытыусылар күбәйеүе ҡыуандыра. Былтыр беҙҙең сафҡа 20 йәш уҡытыусы баҫты. Сит ҡалаларҙа юғары белем алған яҡташтарыбыҙҙы үҙебеҙҙең районға ҡайтарыр өсөн күп тырышлыҡтар һалабыҙ. Мәҫәлән, «Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кадр потенциалын үҫтереү» программаһы уңышлы эшләй. Был программа үҙ эсенә торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү, педагогтарҙы һауыҡтырыу, матди ярҙам һәм ошоноң кеүек бихисап гарантияларҙы үҙ эсенә ала. Урал аръяғында мәғариф хеҙмәткәрҙәрен беҙҙең кеүек дәртләндергән, хуплаған, ярҙам иткән башҡа төбәктәр юҡ тиерлек.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—Резеда, башҡорттар өсөн эшҡыуарлыҡ хас күренеш түгел. Бындай эшкә тотонорға нисек йөрьәт иттең?

Резеда Сәлимйән ҡыҙы:

—2014 йылдан ошо шөғөлөмә—тегеү эшенә тотондом. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа яйлап ҡына берәр-берәр аҙым яһаған ваҡытым, тиһәм дә хата булмаҫ. Дүртенсе йылда алға табан дүрт аҙым яһаным. Аҡъяр ауылына, район халҡына заказ буйынса кейем тегәбеҙ, ремонт менән дә булышабыҙ. Әлеге көндә бер ярҙамсым бар, заказдарҙы күберәк үҙем тегәм. БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, районға эшкә ҡайттым. Уҡыған һөнәрем яратҡан эшемә әүерелде. Милли кейемдәр тегеүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ағинәйҙәр клубы ағзалары менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Дәртле инәйҙәрҙең беҙ теккән килешле костюмдарҙы кейеп сығыш яһауҙарын ҡарауҙан ләззәт табам. Үҙ эшемде башлауға дәүләт ярҙам итте, старт-ап буйынса грант алдым. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙең хеҙмәт менән киң ҡуллана. Эшемдән ҡәнәғәтмен. Беҙҙең заманда ҡулың эш белһә, йәшәргә була. Күптәр ҡул эштәрен белмәүҙән ыҙа сигә. Бының касафаты мәктәптә хеҙмәт дәресенең аҙ булыуында тип уйлайым. Апайҙарым, ағайҙарымдың балалары миңә килеп ҡул эштәренә өйрәнә. Хеҙмәтте һөйөүем өләсәйемдән киләләр, моғайын. Ул ғүмер буйы көнкүреш хеҙмәтләндереү комплексында эшләне. Ошоға тиклем буй юрғандар һырып, ҡорама ҡорап ултырҙы. Әлеге көндә йәше 100-гә етһә лә, ҡул эштәренән айырылмай. Әсәйем дә тегенсе. Юҡ нәмәнән кәнфит эшләй белә. Ауылда кистәрен бәйләү, сигеү менән булышыу отошло. Берҙән, ваҡытың файҙалы үтә, икенсенән, урам ҡыҙырып йөрөүгә ҡарағанда, ҡулың эш белеү тормошта үҙең өсөн ныҡ файҙалы.

Миңзәлә Fөбәйҙулла ҡыҙы:

—Ҡатын-ҡыҙ элек-электән, ауыр замандарҙа нескә генә, әммә көслө иңдәрендә тотош Рәсәйҙе ҡурсалап алып ҡалған. Әле лә шулай. Донъя үҫеше ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла сағылыш тапмай ҡалмай. Ҡайһы бер гүзәл зат уҡыу, карьера эшләү, фатир алыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеп, үҙҙәренең төп йәшәйеш асылы әсә булыуы тураһында онотмаһын ине. Сөнки йылдар үткән һайын, сәләмәтлек ҡаҡшай, имен-һау бала табыу мөмкинлеге кәмей. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер тулы булмаған ғаиләләр күп. Әлеге лә баяғы, бала тәрбиәләү ҙә ҡатын иңенә төшә.

Һүҙ барышында ҡушылып ултырҙым, әйтер һүҙҙәремде әйттем. Йәмәғәт ойошмалары тибеҙ, ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, рустар соборы эшмәкәрлектәренең кураторы булараҡ барыһының да эшмәкәрлеге минең күҙ уңында. Fаиләне һаҡлау ведомство-ара советты әүҙем эшләтеп ебәрҙек. Ниндәй генә ойошманы алма ҡатын-ҡыҙ тырышып эшләй. Улар араһында етәкселәр бик күп. Гүзәл заттарҙы шул тиклем данлап, күтәреп ебәрҙек, хатта ир-егеттәргә хәҙер юл бирмәй башланыҡ. Булһындар әүҙем, дәртле, эшләһендәр, әммә нисек кенә булмаһын, ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ—донъя тотҡаһы булып ҡалырға тейеш. Етәксе булһынмы, ҙур урында эшләһенме өйөндә ул хужабикә булһын. Ирен алға ҡуйып, ирен маҡтап, йөпләп, балалары алдында уның дәрәжәһен күтәреп, үҙенең наҙлы, көсһөҙ  заттан булыуын күрһәтергә бурыслы. Атайыбыҙҙың, иребеҙҙең, ағайыбыҙҙың, ғөмүмән, ир-егеттәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу, уларға ниндәйҙер эште үҙ белдегенә атҡарыу хоҡуғын ҡалдырыу кәрәк. Хоҙай уларҙы бушҡа ғына көслө зат итеп яралтмаған.

Аҡыллы гүзәл зат һиҙҙермәй генә ире менән бүлешеп эшләргә өйрәнһен. Уның аҡыллылығы шунда. Ир-егеттәрҙе лә донъяға ул тыуҙыра бит.

Дилбегәне ҡулыбыҙға алғанбыҙ ҙа алдан төшөп хәбәр һөйләйбеҙ. Хәҙер беҙ ошо хатаны төҙәтергә тейешбеҙ. Уны ирҙәр үҙҙәре төҙәтмәйәсәк. Беҙ һүҙһеҙ генә етәкселек итә белмәйбеҙ. Йәш ғаиләләр араһында айырылышыу осраҡтары күбәйеп китте. Сөнки ҡатын-ҡыҙ үҙ һүҙен һүҙ итергә тырыша, ә ир баш бирмәй. Шуға күрә, бала саҡтан мәктәптән ҡыҙҙарға дөрөҫ тәрбиә биреү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Ирҙе ир итә белеүҙе аңдарына һеңдереү зарур. Ошо эште күмәкләшеп эшләһәк бик шәп булыр ине.

Башҡа эштәрҙе һанап тормайым, бик күп эштәр башҡарыла. Лариса Рәшит ҡыҙының идеяһы менән беҙҙә «Ханым» тигән клуб эшләүен үрҙә әйттек. Ханымдар театрға йөрөһөн, саңғыға баҫһын, башҡа яҡтан үрнәк булһалар, башҡалар ҙа уларға эйәрер тип ышанам.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы:

—«Түңәрәк өҫтәл»гә тулҡынланып килдек. Тәүге ҡоймаҡ уңышлы ғына килеп сыҡты. Тәүге ултырышыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар проблемаһын күтәреп, уртаға һалып һөйләшеү күп идеялар тыуҙырҙы. Бик күп эштәр башҡарғанһығыҙ, гәзит биттәрендә уларҙы яҡтыртып барырға кәрәк. Ошондай осрашыуҙар файҙаға ғына. Матур фекерҙәрегеҙ, яҡшы ғәмәлдәрегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан барлыҡ гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлайым. Гүзәл заттарҙың сер тулы төпһөҙ күҙҙәренән түгелгән саф нурҙар арбай беҙҙең йәнебеҙҙе, уларҙан бөркөлгән ихласлыҡ наҙлай күңелебеҙҙе, һандуғас моңолай тауыштары иркәләй йөрәгебеҙҙе... Бер ниндәй даһи тылсымсы эйә түгел бындай мөғжизәгә! Донъябыҙға—йән, тормошобоҙға йәм биргән ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең күркәм байрамығыҙ юҡҡа ғына яҙ башына тура килмәгән: беҙҙең өсөн үҙегеҙ яҙ һәм байрам Һеҙ! Йөрәгегеҙҙә һәр саҡ яҙ ҡояшы балҡыһын, күңелегеҙҙә байрам тантанаһы һүнмәһен!

 

Һеҙҙең фекер (0)

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap