Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Тормош дауам итә
Untitled document

Дауамы. Башы 9-сы һанда.

—Ә һин башҡаларҙы ҡыҫтырма, бында һине тикшерәбеҙ. Һәр беребеҙҙе шулай яңылыш дауалаһаң, беҙгә һинең хәжәтең юҡ. Эшһеҙ ятҡан медиктар ауыл тулы.

Ҡатындың яһиллығы сигенә сыҡты. Бында күпме депутат ултыра, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, колхозсылар. Һәр береһенең дә дауаланғаны, ярҙамға саҡырғаны булды. Хәҙер береһе был иҫәрҙең ауыҙын ябыр. Бер яңылышлыҡ ҡаршыһында уның күпме изгелеге тора! Һәр береһенең тиерлек сирле балаларының янында төн йоҡоһон ҡалдырып ултырғаны бар ҙа баһа. Кемеһе  лер башлаһа, яу булып яҡлап сығырҙар, тип өмөтләнде Гөлнур. Ләкин бер кем дә өндәшмәне, баштарын баҫып тик  ултырҙылар.

—Мине пациенттарым көтә,—Гөлнур тамағына тығылған төйөрҙө ары шылдырырға маташып, башлыҡ кабинетынан сығып китте. Ялыусының:

—Күрҙегеҙме, берегеҙҙе лә эшкә һанамай,—тип сарбайлаған тауыш ишеккә ҡаҡлығып ҡалды.

«Ит изгелек—көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор, ахыры. Башҡаса был ҡатынға ярҙам һорап саҡырһа ла бармайым. Ана, маҡтаған Тәнзилә апайҙары йөрөһөн. Мин ялҡау, эш мәнеһе белмәйем, кабинетта ҡағыҙ тултырып тик ултырырмын. Теге тапҡыр ялыу яҙған кеше лә ошо ҡатынмы әллә? Ни зыяным тейҙе икән? Ҡасан мин уның юлын ҡыйҙым? Хатта һөйләшкән, аралашҡан кешем дә түгел бит әле. Хәйер, бигерәк яуыз, ғәйбәтсе, алама тип ишеткәне бар ине, үҙе менән күрешмәгәс, уның хаҡында бер ҡасан да насар уйламаны. Бына, кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашарға кәрәк, тигән булалар, бер осрашыу ҙа етә икән дә баһа. Ундайҙар менән һағыраҡ булыуың хәйерле».

«Ни өсөн үсләшә был ҡатын?» Ошо уй тынғылыҡ бирмәне Гөлнурға. Өйгә ҡайтҡас та, тамаҡ әҙерләһенме, балаларының дәрестәрен ҡараштырһынмы, мейеһен быраулаған һорауҙарҙан арына алманы. Ире лә һиҙҙе ҡатынының халәтен. Йоҡларға ятҡас, Гөлнурҙың башын беләктәренә һалып, сәстәренән үпте.

—Йә, һөйлә, нимә борсой, ниңә минең кәләшкәйемдең кәйефе юҡ?—үҙе менән булған бөтөн нәмәне иренә һөйләй торған ғәҙәте юҡ Гөлнурҙың, эштәге проблемаларҙы өйөнә алып ҡайтҡыһы килмәй. Өй—уның өсөн тыныслыҡ, шатлыҡ утрауы, рухи ҡәлғәһе. Шулай ҙа ҡай саҡ Айраты менән һөйләшһә, уйҙары менән, икеләнеүҙәре менән уртаҡлашһа, һорауҙарына яуап таба, күңеле лә урынына ултыра торған. Бөгөн дә ҡыҫҡаса ғына хәлен һөйләне, үҙенә тынғы бирмәгән һорауҙы иренә бирҙе.

—Ни өсөн?  Ниндәй насарлығым тейҙе минең?

Ире Айрат саҡ ҡына уйланғандай итте. Нимә әйтергә белмәйме, әллә әйтергә теләп тә ҡыймаймы? Гөлнур башын бороп уның күҙҙәренә ҡараны. Ире икеләнгәндәй иренен тешләп, ситкә ҡарап ята бирҙе лә, ҡатынының иңбашынан һөйөп ҡуйҙы.

—Аптырама, һинән түгел, минән үс ала ул.

Гөлнур ҡымшанманы ла:

—Йыуатма. Һинең уға ниндәй ҡатнашың бар?

—Әле юҡ та. Элек… Һинең менән дуҫлаша башлағанға тиклем үк мин уның менән аҙыраҡ осрашҡылағайным.

Гөлнур тороп ултырҙы:

—Айрат! Бына ошо урындан ентекләберәк һөйлә әле. Нисәмә йыл йәшәп, беҙҙең шкафта һөлдә торғанын шәйләмәгәнмен дә!

Ҡатынының ярым шаяртып һөйләшеүен, асыуланмауын күреп, Айрат йәшермәй йәшлек йүләрлеге хаҡында һөйләп ташланы. Ниндәйҙер байрамда, баяғы ҡатындың, ул ваҡытта йәш кенә ҡыҙҙың, ауылында йәштәр менән бергә булғандар ҙа, бер ни уйламай Айрат уны өйөнә оҙатып ҡуйған. Ике-өс көн үтеүгә, тегеһе Айрат эштән ҡайтыуға өйөндә көтә, имеш. Айрат аптырап киткән, ә теге ҡыҙ уның әсәһе менән дуҫлашып та алған. Өй эшендә ярҙамлашып, һин дә мин үҙ кешеләй йөрөп ята. Айрат кискә ҡыҙҙы мотоцикл менән ауылына алып барып ҡуйған. Унан һуң да бер нисә килеп киткеләгән әле теге. Әсәһенә был тәтелдәк оҡшап ҡалған, килен итәм, тип ысҡындырған. Ҡыҙ ҡыуанып киткән. Әммә йөрәгендә уға ҡарата хисе булмағас, Айрат уның менән һөйләшкән дә, башҡаса килеп йөрөмәүен үтенгән. Шунан үсләшеп  киткән теге йәбешкәк. Төрлө имеш-мимеш таратҡан, йәнәһе бергә төн үткәргәндәр, фәлән дә төгән. Үҙҙәренең ауылына кейәүгә сығып, тынсып йәшәп киткән булған, тик бына уларҙың ауылына күсеп килгәс, Айратты күргән һайын төрттөрөп, теләһә ни һөйләп йәнен ҡыя, имеш. Йәнәһе, Айрат арҡаһында бер эскесегә кейәүгә сығып, әрәм булған икән. Үҙен генә әрләр-әрләр ҙә тынсыр әле, тип уйлап ҡатынына әйтмәгән Айрат. Әммә бының менән генә ҡуймаясаҡ икән яһил ҡатын. «Мин дә һинең тормошоңдо емерәсәкмен. Минең ише һин дә бәхетһеҙ бул. Ышандырып йөрөп ташланың. Һинән ҡалғанды кем алһын, ошо эскесенән башҡа?!» —тигән. Әллә егеттәр менән шул ҡәҙәр күп йөрөп, кемеһе менән ҡунғанын да онотҡан, әллә бәхетһеҙ тормошо өсөн кемде ғәйепләргә белмәй яфалана.

Был төндө оҙаҡ һөйләштеп ятты ир менән ҡатын. Айратын бер ниҙә лә ғәйепләмәй Гөлнур: йөрөһә лә йөрөгәндер, йәш саҡта кем кемгә ғишыҡ тотмаған? Тик шул рәүешле үс алыуҙы ғына аңлап етмәй. Эскән ир менә йәшәү, әлбиттә, бер кемде лә бәхетле итмәҫ. Әммә уның өсөн  кемдәндер ғәйеп эҙләү, үсләшеү, тәмһеҙләшеү-йәмһеҙләшеү кәрәкме ни? Алама тормошоңдо нимә менәндер биҙәргә, йәмләргә тырышыу артыҡ түгелме? Эй, әҙәм балаһының алаһы ла, ҡолаһы ла бар, һәммәһе бер төрлө генә уйламай шул. Бәлки ошолай кешене кәмһетеүҙән, түбәнһетеүҙән үҙенә йәм, күңеленә тыныслыҡ табалыр. Тормошта үҙ урынын тапмаған, үҙен раҫлай алмаған әҙәмдәр ошолай йәшәүҙән йыуаныс таба, башҡаларҙы таплап, тапап, күңелен күтәрә торғандыр, моғайын…

Ҡатындың үсләшеүенең серен белгәс, нисектер тынысланды Гөлнур, хатта бәхетһеҙ ҡатынды йәлләп, ҡулынан килгәнсе хәленә инергә, һөйөнөсһөҙ тормошонда ярҙамсы, кәңәшсе булырға кәрәк тип үҙенә нығытып та ҡуйҙы.  Тыныс ҡына эшләп, бер нисә көн үтеүгә, ахмайылға төшөп баяғы «көндәше» килеп инде.

—Балам, балам үлде! Һин генә ҡарғағанһың, иремде үлтерә алмағас, балама көсөң етте инде, убыр, сихырсы!—тип амбулатория тупһаһынан илай-илай ҡысҡыра башланы.

—Тәнзилә апай, әйҙә, икәүләп йүгерҙек! Бәлки, терелер, ҡотҡарып өлгөрөрбөҙ!

Гөлнур йәһәт кенә «тиҙ ярҙам» сумаҙанын эләктерҙе лә, ҡатынды көтөп тә тормай, «көндәше»нең артабанғы ҡарғышын ишетмәй ҙә, уның өйөнә табан йүгерҙе. Һөйләнә-ҡарғана артынан эйәргән ҡатын менән Тәнзилә апайға иғтибар ҙа итмәне. Тиҙерәк, ҡотҡарып өлгөрөргә! Юҡ, ҡатындың үс алыуынан, судҡа биреүенән, эштән ебәреүҙәренән ҡурҡмай ул, бары бала ғына тере ҡалһын. Әсә-атаһы ниндәй генә булмаһын, ҡыҙыҡай тере ҡалырға тейеш.  Эйәртенешеп өйгә килеп инделәр. Өйҙә ярым ҡараңғы, бола. Түр яҡта карауат өҫтөндә ете һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙыҡай һуҙылған. Ятыуы ысынлап та үлгән кешенекенә оҡшаған. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы ҡулын йыуырға ла онотоп балаға ынтылды, тиҙ генә муйынынан пульсын һәрмәне. Аллаға шөкөр, йөрәк тибә. Яй ғына, һиҙелер-һиҙелмәҫ, әммә тибә. Табип тынысланды, баланың эргәһенә ултырҙы. Ҡан баҫымын үлсәне.

—Эпилепсия түгелме икән?—Ул һораулы ҡарашын Тәнзилә апайға төбәне, уныһы яурын һикертеп, ҡыҙ эргәһенә сүгәләне, пульсын ҡапшаны.

—Ҡасандан иҫтән яҙҙы? Нисек булды? Ҡолап киттеме? Әллә берәй нәмәгә бәрелдеме?—тип ҡатынды һорауҙарға күмеп ташланы Гөлнур.

—Әллә, ваҡытын кем белгән. «Әсәй, миңә ҡыйын»,—тине лә, күҙҙәрен йомдо ла ҡуйҙы. Балам үлде, тип күтәреп тик йөрөнөм. Бәлки, күҙен асыр тиһәм, асмай. Шунан һеҙгә йүгерҙем. Тереме?—Ҡатын Гөлнур Вәғиз ҡыҙына текәлде. Аптырарлыҡ, әммә уның күҙендә ҡайғы, юғалып ҡалыу түгел, ә бөткөһөҙ нәфрәт ине.—Үлеп кенә ҡараһын, үлтереп кенә ҡарағыҙ, башығыҙҙы төрмәлә серетермен. Иремдең башына етә алмағас, балама көсөң еттеме?!

Гөлнур алйый башлаған ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ҡыҙҙың башын ситкә бороп, теленә балғалаҡ ҡыҫтырҙы, венаһына укол ҡаҙаны.

—Тиҙ генә машина табығыҙ, район дауаханаһына илтәбеҙ,—тип ҡушты ул аптыранып торған Тәнзилә апай менән һаман да әрләүен-битәрләүен ҡуймаған әсәгә.

…Бәхеткә күрә, ҡыҙсыҡ имен ҡалды, ярҙам иткәне, ҡотҡарғаны өсөн ҡыуанып бөтә алманы Гөлнур. Инде ҡатындың үсе бөтөр, уны ла, Айратты ла ғәфү итер, тынсыр тип өмөтләнде. Бала һаулығы, бала шатлығы күңелендәге нәфрәтте иретер, йомшартыр тип өмөтләнде. Эй, бер ҡатлылыҡ! Кеше күңеле—ҡара урман икәнен һаман аңламай шул Гөлнур Вәғизовна.

…Район үҙәгендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн кәңәшмәләр, семинарҙар йыш үткәрелә. Медицина алға бара, һәр яңылыҡты, һәр барлыҡҡа килгән нормативтар, дарыу-уколдар, яңы ысулдар хаҡында һөйләшәләр, йәш белгестәрҙе өйрәтәләр. Тәжрибә уртаҡлашалар. Шуға күрә семинарҙы һәр саҡ көтөп алалар: бер-береһен күреп, аралашып, күп нәмәгә өйрәнеп ҡайталар. Йыш ҡын баш табип, йә начмед семинар һуңында уңышлы эшләгәндәргә рәхмәт әйтә, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыра. Берәй өлкән коллегаларының юбилейы булһа, кәңәшмәнең аҙағы банкет менән тамамлана. Ә бөгөн көтөлмәгәнсә тамамланды был сираттағы семинар...

Үҙҙәренең исемен ишетеүгә, эргәһендәге коллегаһы менән шым ғына һөйләшеп ултырған Гөлнур тертләп китте.

—Һеҙгә әйтәм, Гөлнур Вәғизовна. Рәхим итеп эшегеҙ, коллегагыҙ Тәнзилә Мөлөковна хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китегеҙ әле.

Бындай сығышты көтмәгән Гөлнур, бер мәлгә генә фекерен төйнәне лә, һүҙ башланы. Эштә үҙ-ара нисек кенә булмаһын, ул себендән фил яһай торған кеше түгел. Аңлашылмаусанлыҡ булһа, икәүләп хәл итәләр, эште ҙурға ебәрмәйҙәр, шуға күрә ул өлкән коллегаһын тик яҡшы яҡтан маҡтап телгә алды.

—Тәнзилә Мөлөковна бик принципиаль кеше, пунктуаль. Эшкә ваҡытында килә, бер ҡасан да бушҡа һорап, ҡайҙалыр барып, эш ҡалдырып йөрөмәй. Миңә эш буйынсамы, вызовҡамы китергә кәрәк икән, ул ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә, тәүге ярҙам кәрәкһә, ярҙам күрһәтә. Фельдшер юҡ, тип бороп сығармай.  Насарлап бер ни ҙә әйтә алмайым.

—Рәхмәт, Гөлнур Вәғизовна. Бик объектив баһа бирҙегеҙ. Ысынлап та Тәнзилә Мөлөковна беҙҙә утыҙ йылдан ашыу эшләй, бер ҡасан да шелтә алғаны юҡ. Уның хаҡлы ялға киткәнсе матур итеп эшләп бөтөүен теләйбеҙ.

—Ә хәҙер, Тәнзилә Мөлөковна, һеҙ коллегагыҙға ниндәй баһа бирер инегеҙ?  Бына беҙҙә бер ҡосаҡ ялыу. Бөтөнөһөндә лә Гөлнур Вәғизовнаны телгә алғандар. Ауырыуҙарға иғтибарһыҙ, тупаҫ мөғәмәлә итә, саҡырған ваҡытта өйгә килмәй, хатта эшкә эсеп, һуҡмыш килгән ваҡыттары ла була икән. Ошолар хаҡында ни әйтерһегеҙ, Тәнзилә Мөлөковна?

Тәнзилә апай ыҡ-мыҡ итте, бите бурҙаттай ҡыҙарҙы. Төптө ялғанды, нахаҡты  ишеткәс, ғәҙәттәгесә, Гөлнурҙың көлкөһө килде. Ниндәй эсеү! Хәҙер Тәнзилә апай инҡар итеп, дөрөҫөн әйтер, барыһы ла шарҡылдап көлөр ҙә, ошоноң менән аңлашылмаусанлыҡ бөтөр. Бер ағай килгәндә укол ҡаҙап тора ине Гөлнур, әйләнәм тип, спиртлы шешәне ҡолатып ебәрҙе. Саҡ ҡына түгелде инде, ә еҫ таралды.

—О, араҡы еҫе сыға, әллә байрам итәһегеҙме?—тип шаяртҡайны теге ир.

—Байрам, беҙҙә ни көн дә байрам, спирт эргәлә,—тип бер ни уйламай яуаплағайны Гөлнур. Шул ваҡиғаны кемдер күпертеп, килтереп еткерер тип кем уйлаған?!

—Нимә әйтәйем мин, барыһын да үҙегеҙ әйтеп бирҙегеҙ, хаттарҙа бөтөнөһө лә яҙылған,—тине лә Тәнзилә апай тиҙерәк аҡ халатлы иптәштәре артына боҫто.

«Нисек инде яҙылған? Тимәк, бөтәһе лә дөрөҫ булып сығамы? Хатта һуҡмыш килеүем дә ысынмы?!» Гөлнур саҡ ҡысҡырып ебәрмәй, Тәнзилә апайҙың күҙҙәренә тура ҡарарға тырышты. Тик тегеһе күтәрелеп ҡараманы.

—Был ялған!—Гөлнур Вәғизовна тыныслығын һыпырып ташлағандай, ярһып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.—Кешенән күпме көлөргә була? Ялыуҙың бер һүҙе лә дөрөҫ түгел! Ни өсөн һәр ваҡыт ошаҡсының һүҙе дөрөҫкә сыға, ә бар күңелен һалып эшләгән кешенең эше күренмәй?! Ә рәхмәт һүҙҙәре юҡмы ни? «Тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһе»н ҡарағыҙ әле, унда күпме кешенең рәхмәт һүҙҙәре теркәлгән!

Гөлнурҙың һүҙен ҡеүәтләп, бер нисә танышы урындарынан ғына реплика       ташланы:

—Гөлнур Вәғизовнаға һүҙ тейҙерерлек түгел, бик тырыша, булмағанды булдыра.

—Ниңә кешенән көлөргә? Бына тигән эшләй.

—Беҙ уның нисек эшләүен электән беләбеҙ.

Коллегаларың ҡеүәтләүе Гөлнурға көс бирҙе:

—Иптәш, баш табип, ә шул ялыу яҙғандарҙың исем-шәрифтәрен әйтә алмаҫһығыҙмы? Минең уйымса, уны тик бер генә кеше яҙған. Бәлки, бөтөнләй анонимдыр. Йә уйлап сығарылған фамилия ҡуйғандыр.

—Юҡ, бер генә фамилия түгел, һәм мин уларҙы әйтергә теләмәйем. Сөнки һеҙ ҡайтып, талашып, эште тағы ла ҙурға ебәреүегеҙ мөмкин.—Табиптың тауышы ҡәтғи яңғыраны.

Гөлнур ҙа бирешергә теләмәне: күпме мыҫҡылланырға, таланырға була нахаҡҡа?

—Шулай ҙа мин һеҙҙең бындай тикшереүегеҙгә ҡаршымын. Үҙемде саҡырып әйтергә, әрләргә лә мөмкин ине бит.

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap