Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Тормош дауам итә
Untitled document

Аҙағы.

—Ялыуҙа дөрөҫ яҙғандар, Гөлнур Вәғизовна, һеҙ ысынлап та тупаҫ һәм ирешергә, даулашырға яратаһығыҙ. Әгәр минең менән һеҙ үҙегеҙҙе шулай тотаһығыҙ икән, ябай ауырыуҙар менән һеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Аҙ ғына компетентлыҡ булырға тейеш кешелә, юғары белемле «фельдшерҙа».

Гөлнур бындай һүҙгә яуап ҡайтарманы. Баш табиптың аҙаҡҡы һүҙҙәрендә нисектер мыҫҡыллау, түбәнһетеү тойолғандай. Тимәк, баш табип уға ышанмай, ялыу артынан ялыу килеүе уның Гөлнурға булған ышанысын ҡаҡшатҡан, үҙ эшен эшләгән. Үҙенең хаҡ икәнлеген артабан нисек раҫлар? Яҡшы эше менән ярамағанды, ҡоро һүҙ менән ярап буламы ни? Гөлнурҙың башы сатнап киткәндәй тойолдо: китергә. Эштән китергә. Уны бигерәк тә Тәнзилә апайҙың үҙен тотошо аптыратты. Ни өсөн ул яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтмәне? Хатта ул да ошонда яҙылған нахаҡ һүҙҙәргә ышанамы? Эсеп килә, тиеүе генә әҙәм көлөрлөк бит. Ә ул, өлкән кеше, ни йөрәге етеп шуға ҡушылып, ризалашып ултыра? Бәлки, ялыу яҙыусыларҙың береһе лә Тәнзилә апайҙыр? Спирттың түгелеүе хаҡында теге ир ҙә, Тәнзилә апай ғына белде бит. Тимәк, уның булыуы бик мөмкин. Тик ниндәй насарлыҡ эшләне уға Гөлнур? Остоҡ ҡына ла ғәйебе юҡ көйөнсә, бындай хыянатты кисерә алмаясаҡ Гөлнур. Бынан ары ул Тәнзилә апай менән нисек эшләр? Нисек уға ышанып эш ҡушыр, һөйләшер? Нисек күҙенә ҡарар? Юҡ, эшләй алмаясаҡ ул бындай түбәнлеккә төшкән кеше менән. Ышанысы бөттө. Уны һаттылар…

Семинар бөткәс, ул баш табипҡа эйәреп, уның кабинетына үтте лә, өҫтәлгә ғаризаһын һалды.

—Тәк-тәк, шулайтырһың тип күҙаллағайным да. Тимәк, тәнҡитте ҡабул итмәйбеҙ, гелән маҡтап-һөйөп тороуға ғына күнеккәнбеҙ, ә?

—Ат йөктө яҡшы тартһын өсөн йә һоло бирәләр, йә ҡамсылайҙар. Ни өсөндөр миңә гел һуңғыһы ғына эләгеп тора. Бәлки беренсе вариантты үтәп ҡарарға кәрәк булғандыр?

—Һаман һүҙеңде бирмәйһең, шул үҙһүҙле, үгеҙ күҙле булыуың арҡаһында кеше һүҙенә ҡалаһың бит инде, Гөлнур Вәғизовна. Сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ етмәй. Ярай, эштән китәм тиһең икән, мәйелең. Беткә үсегеп, туныңды утҡа яғаһың. Былай ҙа икегеҙҙең берен ебәрергә тура килер ине, ҡыҫҡартыу тураһында әле генә һөйләштек. Ял ит, уйлан, һығымта яһа. Тәнзилә Мөлөковнаға ике-өс йылдан хаҡлы ялға, шунан ҡарарбыҙ.—Баш табип ғаризаның мөйөшөнә үҙенең сыбарлы имзаһын ҡуйғас, башын күтәреп, Гөлнурға ҡараны,—Ике аҙнаңды эшләп бөтәһең инде барыбер. Исмаһам, быныһында шау-шыуһыҙ эшләп китерһең, тип ышанам.

Гөлнур Вәғизовна сығып киткәс, баш табип иркен тын алды. Насар эшләмәүен белә ул был фельдшерҙың, тик шул дыуамаллығы, һүҙенән кире ҡайтмауы менән һарыуҙы ҡайната. Ярай, Тәнзиләһенең урынына ике-өс йылдан кире сыҡһа, майлағандай булыр. Өйҙә ятыу—ул майлы ҡалас ашау түгел, үҙеңде нисек тоторға өйрәтер. Ярай әле семинар алдынан Тәнзилә Мөлөковна менән һөйләшеп ҡуйған, былай булһа уныһы йә яҡлап маташыр ине. «Икегеҙҙең береһен ҡыҫҡартабыҙ,»—тигәс, шымды ла ҡалды. Үҙенә ни кәрәген яҡшы белә, шым йөрөһә лә. Эшкә барымы юҡ-юҡлыҡҡа, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа утын, тигән кеүегерәк йөрөй, уның ҡарауы бер кемгә һүҙ әйтмәй, проблема яһамай. Өлкән кеше шул, партия тәрбиәһе алған.

…Гөлнурҙың уйҙарын бүлдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Мәктәп эсе уҡыусыларҙың шау-шыуына күмелде. Тәнәфескә сыҡҡан уҡыусыларға яратып ҡараны ҡатын. Малайҙар ҡыуышып, йүгереп уҙҙы. Бер төркөм өлкән класс ҡыҙҙары бәхәсләшеп үтеп китте. Араларынан берәүһе иҫенә төшкәндәй кинәт артына әйләнде лә:

—Һаумыһығыҙ, Гөлнур Вәғизовна!—тип өндәште. Гөлнур йылмайып баш ҡаҡты. Уның ҡыҙы, тәүге ҡыҙы бит ул! Табип булып эшләй башлауының беренсе йылында, өйҙәрендә кендек инәһе булырға, ошо сабыйҙы ҡулына алырға насип иткәйне уға яҙмыш. Бына бит, әсәһе һөйләгәндер, әйләнеп, иҫәнләшеп үтте. Тимәк, ул кемгәлер әле кәрәк, кемдер уны һанлай, иҫләй, бәлки яраталыр ҙа. Тимәк, йәшәүенең мәғәнәһе бар. Тормош бар тулылығында, шатлыҡ-көйөнөсөндә, һағыш-юғалтыуында, бәлә-ҡазаһы менән дауам итә. Барыбер йәшәүе күңелле. Сөнки ҡара төндән һуң һис шикһеҙ алһыу таң ата. Күңел пәрҙәләрен асып, ҡояш нурын үткәрергә, күрергә, йылынырға кәрәктер, моғайын. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы, ихлас күңелдән йылмайып ебәрҙе лә, баяғы ҡыҙыҡайға эсенән генә рәхмәт әйтте. Бәй, аҙашы ла баһа ул ҡыҙ, уның, кендек инәһенең хөрмәтенә Гөлнур тип атағандар ине бит.

 

—Рәхмәт, Гөлнур ҡыҙым, аҙашым!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap