Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡыш бабай бүләге
Untitled document

Быйыл З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Әмир Моратовтың «Һуғыш хәтирәләре» китабы донъя күрҙе. Уны баҫтырып сығарыу өсөн Әмир Моратовтың ҡыҙы Гөлсирә һәм кейәүе Рәфҡәт Иҙрисовтар ҙур көс һалған.

Китапта Әмир Моратовтың һуғыш осоронда үткән ғүмере, кисерештәре, Ер, ил, кеше һәм замана яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары, хәүефләнеүҙәре, әрнеүҙәре урын алған.

Ә бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларға Әмир Моратов хаҡындағы яҙманы һәм уның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ

Минең өсөн Әмир Моратов яҡын, ихтирам иткән кешеләремдең береһе булды. Ул—яугир, шағир, яҙыусы, публицист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемде лә йөрөттө. Йылайыр районында йыш уҙғарыла килгән бер мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәне. Әҙәби осрашыуҙар ҙа ҙур күтәренкелек шарттарында ойошторола, оҙаҡ хәтерҙә уйылып ҡала торғайны. Беҙгә бер нисә тапҡыр Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙәр килеп китте, билдәле, улар Моратовта туҡталмай үтмәне. Әйткәндәй, Әмир ағай ошо ике халыҡ шағиры менән даими хатлашып, хәбәрләшеп, яйы сыҡҡанда осрашып йәшәне. Мостай Кәримде Ҡашҡар мәктәбенең Почетлы пионеры ла иттеләр, ә ул, мөһим эштәрен ҡуйып, шул тәү ҡарамаҡҡа ябай исемде алып, муйынына ҡыҙыл галстук таҡтырыу өсөн ер аяғы ер башынан төпкөлдә ятҡан бәләкәй генә ауылға килеп төшкән. Бына ҡайҙа ул бөйөк шәхестең ябайлығы!

Әмир Моратов күп яҡлы йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаһа ла тыйнаҡ, әҙәпле фиғелдә ҡалды, һис ҡасан әрһеҙләшеп күҙгә бәрелергә, алдан сабыулап тупһанан түргә ынтылманы, мәжлестә тәғәйен ултырыр урынын белде, үҙенең ҡәҙимге, әҙәмсә йәшәүе, көндәлек башҡарған кәрәкле, бихисап эштәре менән йәш быуынға өлгө күрһәтте. Яңы йыл байрамы үткәс ботарланған, хәжәте бөтөп сүплеккә ырғытылған шыршы өйөмөн күргән һайын Әмир ағайҙың уҡыусыһы һөйләгән хәтирә иҫкә килә лә төшә.

«…Беҙ мәктәптә уҡығанда шыршы байрамын йыл һайын ҡырҙа үткәрә торғайныҡ. Бында пейзаж ысынбарлыҡҡа тап килә, йәнә үҙеңде тәбиғәт менән, унда йәшәгән йәнлектәр менән бер бөтөн итеп тояһың. Тылсымлы, шауҡымлы, әкиәткә оҡшаш, оҙаҡ һағынып һөйләрлек сара була торғайны ул. Шыршыны биҙәргә ҡағыҙҙан уйынсыҡтар, төрлө төҫтәге сылбырҙар әҙерләйбеҙ ҙә билдәләнгән көндө, ныҡ өшөмәҫлек итеп кейенеп, саңғыларға баҫып юлға сығабыҙ. Иң алдан уҡытыусыбыҙ бара, ә беҙ—уның артынан. Һалҡындан биттәр аллана, сәстәребеҙҙе, ҡаш-керпектәребеҙҙе ап-аҡ бәҫ ҡаплай, мәгәр арыным, асыҡтым, кире боролайыҡ, тип мыжыусы табылмай, сөнки алда мөғжизәле, ҡабатланмаҫ тамаша көткәнлекте һәр кем белә. Аҡланда, асығыраҡ ерҙә үҫкән матур, күркәм, ҡупшы шыршыны табып алабыҙ ҙа биҙәргә тотонабыҙ, эргә-тирәһен көрәп  уйындар ойоштормалы майҙан хәстәрләйбеҙ, шунан биштәрҙәргә һалып килтергән костюмдарыбыҙҙы сығарып әкиәт персонаждары, китап, кино геройҙары, кейек-януарҙарҙы һынландырып кейенеп алабыҙ. Ҡыш бабай—Әмир ағай үҙе. Шыршыны өйрөлтөп етәкләшеп бейейбеҙ, йырҙар йырлайбыҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ, танһығыбыҙ ҡанғансы байрам итәбеҙ. Иң аҙаҡтан Ҡыш бабай шыршы төбөндәге ҡар өйөмөн көрәп ебәрә лә унан оло тоҡ килтереп сығара, ауыҙын бөргән бауҙы ысҡындыра, ә уның эсе тулы затлы ниғмәттәр! Fәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ, нишләп ошоғаса был нәмәне күрмәгәнбеҙ, абайламағанбыҙ? Моратов ағай һөнәрҙәребеҙҙе күрһәттереп, һәр беребеҙгә теләгән, күңелебеҙгә хуш килгән бүләктәрҙе тоттора, изге юрауҙарын еткерә, үҫкәс ниндәй һөнәр һайлаясағыбыҙҙы әйтә. Һәммәбеҙ ҙә киләсәктә талант эйәләре, оло шәхестәр булып китәсәкбеҙ икән дә баһа! Ҡыш бабай ҡайҙан беҙҙең уй-хыялдарыбыҙҙы белеп алып тоҡто ҡайһы арала шыршы төбөнә килтергән икән, тип аптырашабыҙ, тик йылдар үткәс кенә Әмир ағайҙың ошо бала саҡ байрамын ата-әсәләр менән бергәләп, алдан хәстәрләп ойошторғанын төшөндөк».

Хәйҙәр Тапаҡов.

Атайсалым—Сибайым

Ирәндеккәйемдең көн битләүен

Ҡамап алған моңһоу далалар.

Шул далала ғорур сал бөркөттәй

Ҡанат йәйеп ятҡан ҡала бар.

Атайсалым—алсаҡ Сибайым,

Аҡ яҙмышым—сыуаҡ Сибайым,

Саңҡ-саңҡ иткән бөркөт—Сибайым,

Алтын ғына бишек Сибайым!

Табынып та һиңә йырлайым.

Төйәләҫтән мәллә моңдар алдың,

Ирәндектән мәллә нур алдың?

Һин балҡыйһың, Сибай, аҫыл таштай,

Күрке булып Көнъяҡ Уралдың.

Илаһи яҡтар

Ойоп ҡына йоҡлай бар тәбиғәт,

Тынып ҡына тыңлай бар донъя.

Таныш миңә, таныш һәммәһе лә,

Танһыҡ миңә, танһыҡ барыһы ла.

Һағындырған йырлы Йылайырым,

Һағындырған һылыу Һаҡмарым.

Моңдорап торған муйылдарың,

Тамылйып та торған талдарың.

Иҫтәремдә хәтфә болондарың,

Теш ҡамашыр шишмә һыуҙарың.

Аҡсарлаҡлы алсаҡ ҡырсындарың,

Ҡолас ташлап йөҙгән буйҙарың.

Үткән генә ғүмер

Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай,

Үтер, китер—уға сара юҡ.

Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай—

Кинәнесен белеп ҡалайыҡ.

Йәне юҡтың ғына ғәме булмай—

Йәмдәр табып йәшәп ҡалайыҡ.

Дәртһеҙҙәргә генә дауа булмай—

Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ.

Күңелдәре киңдең донъяһы киң—

Киң күңелле булып ҡалайыҡ.

Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын—

Сауаптарын алып ҡалайыҡ.

Арҡайым

Уралҡайҙың армыт осҡайында

Утыҙ быуат бикле ятҡанһың.

Быуаттарҙың саңлы ҡатламынан

Күрешергә беҙгә ҡайтҡанһың.

Арҡайым, Арҡайым,

Ата-бабаларҙың йортҡайы!

Арҡайым, Арҡайым,

Сал тарихтың сыңрау торҡайы!

Арҡайым, Арҡайым,

Дәү Тәгәрмәсҡала Арҡайым!

Сабыр ғына ятҡан харабалар

Күпме танһыҡ серҙәр һаҡлаған.

Тоҡомдарым һиндә тамыр йәйгән,

Нәҫел-затым һинән башланған.

Fәфләт йоҡоһонан уятыпмы,

Өнһөҙ генә беҙҙе байҡайһың?

Хафалы ла хәлебеҙҙе аңлап,

 

Башҡайыңды мәллә сайҡайһың?

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap