Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
16.03.2016
Парлы яңғыҙҙар
Untitled document

Мөхәббәт—әҙәм балаһына бирелгән иң юғары тойғо. Ул ҡылдан да нескә булһа ла, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бойһонмауын донъя әҙәбиәтенән уҡып беләбеҙ. Үҙебеҙҙең шағирҙар, яҙыусылар һөйөүҙе ни тиклем матур һүрәтләй?! Миҫал өсөн Мостай Кәримде алайыҡ. Ул, һөйөклө тормош иптәше Рауза менән танышырға китеп барғанда, юл ыңғайында бик матур ҡыҙҙы осрата. Аҙаҡ ул үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: «Был ҡыҙ Раузанан сибәрерәк булһа ла, уға иғтибар итмәнем. Сөнки Раузаны күрмәһәм дә, яратып өлгөргән инем инде,»—ти. Эйе, мөхәббәттең йөҙө йомаҡ. Мөхәббәт тарихы төрлөсә булырға мөмкин, әммә ике кеше араһындағы көслө, хисле тойғо һис һүрелмәй.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе, режиссеры Дамир Fәлимов сәхнәләштереүендәге И.Cалиховтың «Парлы яңғыҙҙар» спектаклен ҡарағас, ирекһеҙҙән: «Әллә артистар мөхәббәт трагедияһын ижад итер өсөн генә яралғанмы икән»,—тип уйлап ҡуйҙым. Бында ҡәһәрле һуғыштан һуңғы ауыр йылдар һүрәтләнә, төп тема—мөхәббәт, изгелек, ил, ир һәм кешелек намыҫы. Тәү ҡарашҡа ир менән ҡатындар араһындағы мөнәсәбәт сәйер һымаҡ тойолдо. Хәйер, хәҙерге тормошобоҙҙа әҙме ни ундайҙар? Ләкин тора-бара, алыҫта, тарихта тороп ҡалған аяныслы кеше яҙмыштары менән танышабыҙ. Бер ҡатлы уйҙарҙан арынып, ысын күңелдән геройҙар өсөн борсола башлайһың. Табышлы режиссура, шул дәүер кешеләренең рухи һыуһынын ҡандырырлыҡ музыка, театрҙың талантлы актерҙар ансамбле—былар бөтәһе лә спектаклдең айырылғыһыҙ бер бөтөн өлөшө булып, зиһенде ялмап ала. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары—Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев, Әлфирә Йосопова һәм йәш өмөтлө артист Морат Амантаев башҡара. Сәхнә әҫәренең төп сюжетын асыуға, минеңсә, Риф Сәйфуллин һынландырған Сәлимгәрәй образы заманыбыҙҙың донъяуи, әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә, намыҫы менән килешеү төҙөп, тормошҡа ҡарата үтә талапсанлығын күрһәтә алыуы менән көс һалған. Ә Зифа Баязитованың Гөлйөҙөмөн яҙмыштары ҡыйырһытылған йөҙҙәрсә, меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙың йыйылма образы итеп ҡабул иттем. Спектаклдең иң ҡырҡыу, залдағы халыҡты һағайтып ебәргән урыны—һуғыш тамамланғас, Мәрйәмдең (актриса Әлфирә Йосопова) һөйгәне Сәлимгәрәйҙе (артист Риф Сәйфуллин) эҙләп килеүе. Ә һөйгәне сирле, аяҡтан яҙған Гөлйөҙөм менән парлы. Сәлимгәрәй—Гөлйөҙөм—Мәрйәм өсмөйөшөнә фронтта ҡаһарманлыҡ күрһәтә алмаған Һәүбән (артист Рәдиф Яныбаев) килеп ҡушыла. Бер яҙмыш зарураттан икенсеһенә, өсөнсөһөнә ялғанып, бөтә заманға ла уртаҡ булған мөхәббәт—ярһыулы драматизмға, әсе үкенескә әүерелә. Әммә Мәрйәм килеп тыуған аяныслы хәл-ваҡиғаны төптән аңлап, Һәүбән менән парлашырға мәжбүр. Иң мөһим хикмәте шунда: Сәлимгәрәй Мәрйәмде өҙөлөп яратһа ла, сирле Гөлйөҙөмөн ташламай. Ситтән ҡарағанда, бөтә геройҙар ҙа ҡәҙимге тормошта үҙ урынын тапҡан һымаҡ, әммә, парлы булып та яңғыҙ ҡалыусылар бар икән. Тап ошо урында онталған, урталай ярылған яҙмышлылар менән бергә йәшәй башлай тамашасы. Fәжәп хәл: тәҙрә аша күҙәтә бер-береһен һөйгәндәр… Күҙеңдән йәш сығармай ҡарап ҡара—булдыра алырһың микән? Ҡатмарлы мөнәсәбәт шарттарында йәнә шул һоҡландыра: геройҙарҙың һәммәһендә лә сәләмәт рух бөтөнлөгө, таң ҡалдырғыс күңел күркәмлеге, эске донъяларының матурлығы—былар бөтәһе лә изгелектең бөтә нәмәгә баш булыуын һүрәтләй.

Гөлйөҙөм менән Сәлимгәрәйҙең күршеһе Сажидә ролендәге Рәмилә Хоҙайғолова тураһында бер-ике һүҙ әйтмәһәм яҙыҡ булыр. Уның сәхнәләге йәшәйешен, образға инеүен күҙәткәндә, мине ниндәйҙер кинәнес солғап алды. Был юлы ул төп геройҙарҙың эске һәм тышҡы халәтен асыу өсөн бөтә булған оҫталығын—ым-ишараһын, камил, етеҙ хәрәкәттәрен йәлләмәне. Шулай уҡ өмөтлө йәш артист Морат Амантаев та ижад даирәһенә мөкиббән егелгән, таныулы оло быуын артистары менән бер рәттән үҙ образын урын-еренә еткереп һынландырҙы. Ролдәрҙе айырым-айырым яҡынса анализлап сыҡҡас, ниндәйҙер дөйөм һығымта яһау ҙа фарыздыр. «Парлы яңғыҙҙар» спектакленән мин, мәҫәлән, һуғыш осоронда ла, унан һуң да, хәҙерге заманда ла мөһим булған бер төшөнсәне күрҙем—ул һәр заманда ла дефицитҡа әйләнгән кеше ҡәҙерен белеү, әйләнә-тирәләге кешелекте һаҡлап алып ҡалыу. Кемгә нисектер, минең күҙлектән, сәхнә әҫәренең фәлсәфәүи, идея-художество йүнәлешен билдәләгәндә, ул бөгөнгө көнгә лә ауаздаш булырға тейеш. Аҙмы ни беҙҙең эргәлә ҡартайған әсәһенән, атаһынан, ауырыу иренән йә ҡатынынан баш тартыусылар? Бар бит, ҡыҙғанысҡа күрә, бар… Халыҡ тормошоноң үткәненән, бөгөнгөһөнән һут алған иҫ китмәле фәһемле, уйланырлыҡ спектакль. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистарына ижади уңыштар теләйек.

Таңһылыу Fәйнуллина.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap