Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
16.03.2016
Бында тарих һаҡлана
Untitled document

Былтыр Сибай ҡалаһы үҙенең 60 йыллығын киң билдәләне. Ҡала архивы иһә Сибай ҡала статусы алғандан һуң ике йылдан үҙ эшмәкәрлеген башлай. Төрлө дәүерҙә архивтың атамаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, төп эш йүнәлеше элеккесә ҡала: документтар туплау, уларҙың дөрөҫ иҫәбен алып барыу, артабан һаҡланыуын тәьмин итеү. Ә һуңынан белешмә-мәғлүмәт фонды булдырыу, уларҙы дөйөм ҡулланылышҡа индереү, тейешлеләрен республика һәм федераль архивтарға һаҡлауға ебәреү.

Fилми-тикшеренеү эштәре һәм улар нигеҙендә төрлө хеҙмәт яҙыу өсөн архив документтарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

—Был эште ойоштороп, яйға һалыуҙа архивтың тәүге етәкселәре З.В.Вайсман, В.В.Баландина, М.М.Ваһапова, В.С.Чипшева, Н.И.Каратай, И.И.Игнатова, Н.М.Жжонова, Г.Ә.Нәбиуллина, Т.Т.Сабитоваларҙың хеҙмәте ҙур,—ти Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге мөдире Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина.

Ҡала етәкселегенең ярҙамы һөҙөмтәһендә архив хеҙмәткәрҙәре бөгөн Таусылар проспектының 21-се йортонда урынлашҡан бинала уңайлы шарттарҙа эшләй.

—Документтар 290 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән ике бинала урынлаштырылған. 12 урынға иҫәпләнгән уҡыу залы бар. Материалдар туплау өсөн бөтә йыһаздар ҙа етерлек,—тип һүҙен дауам итә Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы.—Ҡала архивында 150 фондты тәшкил иткән 40 меңгә яҡын документ тупланған, 35 учреждение архивты тулыландырыусы булып тора. Һаҡлауҙа шәхси материалдарҙан йыйылған фондтар ҙа бар. Дөйөм алғанда, архивсылар бай мәғлүмәт һаҡлап, киләсәк тураһында хәстәрлек күрә.

Архив документтарын файҙаланыу күп яҡлы. Төрлө органдарҙың, ойошма һәм учреждениеларҙың һәм, әлбиттә, граждандарҙың һорауы буйынса кәрәкле мәғлүмәт бирелә. Ә мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, улар буйынса 2011-2014 йылдар арауығында 17 мең белешмә бирелгән. Был архив хеҙмәткәрҙәре эшенең кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында бик асыҡ һөйләй. Граждандарҙың пенсия реформаһына бәйле һорау-ғаризалары йылдан-йыл арта. Хеҙмәт стажын асыҡлау, льготаларға хоҡуҡ биреүсе төрлө дәүләт наградаларын дәлилләү буйынса мөрәжәғәт күп. Бында тарих һаҡлана, шуға ла һуңғы ваҡытта халыҡтың шәжәрә төҙөү менән әүҙем шөғөлләнеүе лә күптәрҙе архивҡа алып килә.

Кешеләрҙе ихлас ҡабул итеү, уларҙың мөрәжәғәтенә тейешле ваҡытта яуап биреү—баш белгес Фәтихә Зәйнулла ҡыҙы Исрафилова, архивариус Зарина Шәфҡәт ҡыҙы Әбдрәхимованың төп бурысы. Архивсылар документтар менән эшләүҙең ни тиклем ауыр ҙа, яуаплы ла икәнен белеп эш итә. Шулай уҡ бында өлкән быуын хеҙмәткәрҙәренең милли, мәҙәни мираҫты һаҡлауға индергән өлөшөн баһалай беләләр, уларҙы хөрмәт менән иҫкә алалар.

—Өлкән коллегаларыбыҙҙың эшенә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Уларҙың хеҙмәте—архивтың тиҫтәләрсә йылдар уңышлы эшләп килеүенең нигеҙ ташы,—ти мөдир Н.И.Зәйнуллина.—Архив документтарына ихтыяж бик ҙур. Республикабыҙҙың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары кәрәкле мәғлүмәттәр менән ваҡытында тәьмин ителә. Фән докторҙары һәм кандидаттары, ғилми хеҙмәткәрҙәр, аспиранттар, уҡытыусылар һәм студенттар ретроспектив мәғлүмәтте даими ҡуллана.

Архив документтарын файҙаланыу эше күп яҡлы. Нәҡ уның буйынса дәүләт архивы тураһында ғына түгел, ә республиканың бөтә архив хеҙмәте тураһында фекер йөрөтәләр. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының, бигерәк тә ябай граждандарҙың, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының мөрәжәғәтенә ваҡытында яуап бирергә тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың үҙ шәжәрәһен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы көсәйҙе. Был йәһәттән дә эшебеҙ күп яҡлы.

Беҙҙең архивта ҡала үҫешенә ҡағылышлы материалдар ҙа бихисап. Пенсия реформаһына бәйле граждандарҙың һорау-ғаризалары ла йылдан-йыл арта. Үрҙә әйтеүемсә, хеҙмәт стажын асыҡлау, льготаға хоҡуҡ биреүсе төрлө дәүләт наградаларын дәлилләү буйынса мөрәжәғәттәр күп. Архив документтары күргәҙмәләргә ҡуйыла, уларҙы матбуғатта, радио-телевидениела файҙаланалар.

Беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышына һәм яугирҙарға бәйле материалдарҙы табырға була. Архивта дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә эшләүселәрҙең шәхси материалдарынан йыйылған фонд бар. Был юҫыҡта эш артабан да дауам итәсәк.

Сибай архивсылары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, республикала уҙғарылған төрлө конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли кәңәшмәләрҙә ихлас ҡатнаша. Тырышлыҡтары иһә уңышлы һөҙөмтә бирә. Әйтәйек, архив бүлеге мөдире 2014 йыл—Мәҙәниәт йылында «Урал аръяғы йондоҙҙары» проекты менән Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тәғәйенләнгән 100 мең һумлыҡ грантын алыуға өлгәшә. 2014-2015 йылда Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында әүҙем сығыш яһап, Волга буйы федераль округы буйынса беренсе урын яулай һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы архивисы» булып таныла. Мәскәүҙәге конкрста дипломант исемен яулай. Ошо көндәрҙә генә 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Н.И.Зәйнуллина етәкләгән Сибай ҡалаһының архив бүлегенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тап-шырылды.

Архив хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap